-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан фольклориада ҡунаҡтарын "илап" оҙатып ҡалырмы?

-

Башҡортостан фольклориада ҡунаҡтарын "илап" оҙатып ҡалырмы?
Башҡортостан фольклориада ҡунаҡтарын "илап" оҙатып ҡалырмы?

Синоптиктар Башҡортостандың баш ҡалаһында ял көндәренә һауа торошона фараз менән таныштырҙы. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, республикала 10, 11 июлдә оҙайлы һәм ҡойма ямғыр көтөлмәй. Ләкин төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин.Һауа температураһы төндә – 13-18, көндөҙ иһә 22-30 градус була.

Өфөлә көндөҙ һауа +29, +31 градусҡаса йылына. Йәкшәмбе кискә ҡарай йәшенле ямғыр көтөлә.

Тимәк, бөгөн ямғыр булмай. 17:00 сәғәттә “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында башланасаҡ сағыу тамаша - фольклориаданың ябылыу тантанаһында көтөп ҡалабыҙ, дуҫтар! Ҡунаҡтарға матур тамаша өсөн рәхмәт әйтеп хушлашайыҡ!

Автор:
Читайте нас: