Үҙенсәлекле ҡул эштәре VI Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡуйылды. Өфөләге Башҡорт һөнәр коворкингы өс резидентты – “Мосафир” күн оҫтаханаһын, ЭТНО-MARKETты һәм “Зөлхизә” ательеһын – берләштерә.
“Мосафир” оҫтаханаһына фольклориадала ҡатнашыусыларға 1500 брелок эшләү өлөшө тейҙе. Оҫталар үҙ ҡулдары менән хасил иткән әйберҙәр ошо көндәрҙә тотош донъя буйлап тараласаҡ һәм республикабыҙҙа йәшәгәндәрҙең күңел өлөшөн таратасаҡ”, – тип “Мосафир” брендына, Башҡорт һөнәр коворкингына нигеҙ һалыусы Азамат Юлдашбаев.
– VI Бөтә донъя Фольклориадаһы йыр-бейеү байрамы ғына түгел, ә үҙең етештергән продукцияңды, милли кәсеп төрҙәрен бына тигән пропагандалау сараһы ла, – ти Азамат Рәмил улы. – Ҡунаҡтар беҙ етештергән күн әйберҙәре менән ҡыҙыҡһына, уларҙы алыу өсөн заказдар донъяның төрлө мөйөштәренән ағыла. Фольклориада көндәрендә уларҙың һаны һиҙелерлек артыуы күҙәтелә.
“Мосафир” – Өфөләге билдәле күн оҫтаханаһы. Уны социаль селтәрҙәрҙә табырға мөмкин. TikTokтағы ҡарауҙар һаны бөгөн 100 миллионға етә. Социаль селтәрҙәрҙең яҙыусылары араһында – донъялағы күп илдәрҙә йәшәүселәр. Бынан тыш, “Мосафир” оҫталары күндән брелоктар, браслеттар, картхолдерҙар һәм башҡа әйберҙәр әҙерләй. Этно-MARKET ҡулдан ағастан – сувенирҙар, текстилдән биҙәүестр һәм башҡа әйберҙәр әҙерләй. Барлыҡ әйберҙәр ҙә күргәҙмәгә ҡуйылды.