+18 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
19 Сентября , 06:01

«Башкирская домохозяйка» яңы һөнәр үҙләштергән!

Билдәле блогер Миләүшә Шәйхлисламова тағы ла яратҡан яҙылыусыларын шаҡ ҡатырҙы!  Хатта әлеге һөнәренән үҙе лә шок кисерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Башкирская домохозяйка» яңы һөнәр үҙләштергән!«Башкирская домохозяйка» яңы һөнәр үҙләштергән!
«Башкирская домохозяйка» яңы һөнәр үҙләштергән!

— Хәҙер мин шәп-кондитер! — тип белдерҙе Миләүшә. — Бөгөн мин ғүмеремдә беренсе тапҡыр торт бешерәсәкмен!

Блогер быға тиклем ҡамыр аштарының һәм татлы ризыҡтарының бер ҡасан да уңмауын йәшермәй. Шуға күрә был юлы ул эшкә етди тотонған: кибеткә барып, махсус ингредиенттар, миксер һәм бешереү формаларын һатып алған. Аш-һыу бүлмәһендәге ысын «тылсымдан» һуң, тәмле кремлы торт барлыҡҡа килә!  

— Мин үҙ күҙҙәремә ышанмайым! Торт бешереү ҡыҙыҡлы ғына түгел, ҡатмарлы ла түгел икән, — тип ҡыуана блогер. Тәм-томдо иң беренсе булып ире Альберт ауыҙ иткән һәм ҡатынының беренсе торто шундай тәмле килеп сығыуына шаҡ ҡатҡан!

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-09-18/bashkirskaya-domohozyayka-ya-y-n-r-l-shterg-n-4817414

 

Автор:
Читайте нас