+7 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
27 Августа , 08:05

Башопера 89-сы театр миҙгелен аса

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры 89-сы театр миҙгелен аса. Быйыл ул тамашасыларға айырым программа – опера һәм балет труппаларының таланттары тулыһынса асыласаҡ ике байрам кисәһе әҙерләне.

Миҙгелдең тәүге сағыу ваҡиғаһы «Гала-опера» концерты буласаҡ, ул 28 августа театрҙың Ҙур залында үтә. Тамашасыларҙы бөйөк опера биттәре буйлап мауыҡтырғыс сәйәхәт – классик сәнғәт һөйөүселәрҙе ысын байрам көтә. Программала – донъя репертуарының билдәле операларынан өҙөктәр: Петр Чайковскийҙың «Пиковая дама», «Иоланта» һәм «Мазепа», Джузеппе Вердиҙың «Отелло», «Аида» һәм «Макбет», Николай Римский-Корсаковтың «Сказка о царе Салтане» һәм «Майская ночь», Джакомо Пуччиниҙың «Мадам Баттерфлай» һәм «Турандот», Джоаккино Россиниҙың «Севильский цирюльник» һәм «Семирамида», Гаэтано Доницеттиҙың «Лючия ди Ламмермур» һәм «Фаворитка», Вольфганг Амадей Моцарттың «Волшебная флейта», Александр Даргомыжскийҙың «Каменный гость», Сергей Рахманиновтың «Алеко», Камиль Сен-Санстың «Самсон и Далила», Винченцо Беллиниҙың «Норма», Жак Оффенбахтың «Сказки Гофмана», Шарль Гуноның «Ромео и Джульетта», Франческо Чилеаның «Адриана Лекуврёр». Опера сәнғәте ынйылары театрҙың әйҙәүсе солистары башҡарыуында симфоник оркестр оҙатыуында яңғыраясаҡ. Дирижер пультында – маэстро Артём Макаров, уның музыкаль зауығы һәм опера жанрын тәрән аңлауы тамашасыны һәр саҡ әсир итә. Концерттың режиссеры – Лариса Әхмәтова, ул тамашасыларға онотолмаҫ художестволы тәьҫораттар тыуҙырыу өсөн программаның һәр детален уйлаған.

«Гала-опера» ябай концерт ҡына түгел, ә опера сәнғәтенә гимн – яратҡан спектаклдәрҙең иң сағыу мәлдәрен яңынан кисереү һәм классик репертуарҙың яңы яҡтарын асыу мөмкинлеге лә.

3 сентябрҙә Башҡорт опера һәм балет театры хореография сәнғәтен һөйөүселәрҙе балет байрамына саҡыра. «Гала-балет» концерты йәйге тәнәфестән һуң труппа артистары менән көтөп алынған осрашыу һәм ысын бейеү тантанаһы буласаҡ.

Гала-концертта театрҙың балет труппаһы хореографик классиканың бар байлығын һәм төрлөлөгөн күрһәтәсәк, донъя репертуарының өлгөһөнә әүерелгән данлыҡлы балеттарҙан өҙөктәр тәҡдим итәсәк: Александр Глазуновтың «Раймонда»; Арам Хачатуряндың «Спартак» һәм «Гаянэ»; Ариф Меликовтың «Легенда о любви»; Адольф Адандың «Корсар»; Людвиг Минкустың «Дон Кихот».

Программаның төп акценты – «Сыңрау торна» балетынан күренеш: был башҡорт хореографияһы ынйыһы төбәктең мәҙәни мираҫында айырым урын алып тора һәм тамашасыла һәр ваҡыт йәнле хис-тойғо уята.

Кисәне заманса хореография номерҙары тулыландырасаҡ, улар инде тамашасы һөйөүен яуларға өлгөргән. Классика һәм актуаль бейеү формалары берләшмәһе артистарҙың төрлө стилистик йүнәлештәрҙә оҫталығын баһаларға мөмкинлек бирәсәк.

Был кистә дирижер пультында Марат Әхмәт-Зарипов. Концерттың режиссерҙары Гөлсинә Мәүлекәсова һәм Леонора Ҡыуатова башҡарыусыларҙың индивидуаллеген асырлыҡ һәм балет театры традицияларына тоғролоҡто һаҡларлыҡ программаның һәр детален уйлаған. Кисәне алып барыусы Александр Кузьменко тамашасыларҙы байрам атмосфераһына тәрәнерәк сумырға һәм күрһәтелгән номерҙар тарихын яҡшыраҡ белергә ярҙам итәсәк.

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры менән бергә музыка һөйөүселәрҙең барыһын да яңы театр миҙгеле ишектәрен асырға саҡырабыҙ!

Башопера 89-сы театр миҙгелен аса
Башопера 89-сы театр миҙгелен аса
Автор:Ануза Якупова
Читайте нас