+26 °С
Облачно
Дөйөм мәҡәләләр
20 Августа , 08:45

Республиканың студент отрядтары илгә яңы ғаилә бүләк итте

Ҙур һәм татыу ғаилә йылында «Айғыр» отряды хәрәкәте ветерандары өйләнеште.

2026 йылда Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында студент отрядтары хәрәкәте үҙенең эш һәм ял өсөн генә түгел, ә ныҡлы ғаилә парҙары ҡороусы ла булыуын йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Ошо көндәрҙә студент отрядтары ветерандары Гүзәл һәм Илмир Мөрсәлимовтар үҙҙәренең никахтарын рәсмиләштерҙе. Уларҙың тарихы – уртаҡ ҡиммәттәрҙең һәм хыялдарҙың ғүмерлек мөхәббәткә әйләнеүенең сағыу миҫалы.

Был парҙың тарихы шаулы ҡалала түгел, ә ҡар баҫҡан киңлектәрҙә, «Айғыр» исемле легендар ҡар десанты отрядында башлана. Гүзәл – медицина юғары уҡыу йорто отряды, ә Илмир ауыл хужалығы университетты составында була. Тап шунда, һыуыҡ ел үҙәккә үткәндә һәм ҡайнар усаҡ янында, йәштәр араһында осҡон тоҡана, ул ваҡыт үтеү менән оло һәм етди хискә әүерелә. Үҙҙәре шаяртып әйтеүенсә, десант – һалҡын, ә йәштәрҙең йөрәге – һәр саҡ ҡайнар. Ялан тормошоноң романтикаһы, уртаҡ ауырлыҡтар һәм шатлыҡтар, ә иң мөһиме – ҡырыҫ шарттарҙа характерҙы тикшереү – буласаҡ ғаиләнең нигеҙенә әйләнә.

Рәсәй студент отрядтары — ил йәштәренең иң ҙур хеҙмәт хәрәкәте. Студент отрядтарында йыл һайын йөҙҙәрсә мең йәш кеше эшләй, улар үҙҙәренең тәүге хеҙмәт тәжрибәһен туплай, лайыҡлы эш хаҡы ала һәм илде үҫтереүгә тос өлөш индерә. Йәйге хеҙмәт семестрына сығыр алдынан хәрәкәттә ҡатнашыусылар өҫтәмә эшсе һөнәрен бушлай үҙләштерә ала; 2021 йылдан был мөмкинлек менән 170 меңдән ашыу кеше файҙаланған.

Рәсәй студент отрядтарының Башҡортостан төбәк бүлексәһе хәрәкәтенә ҡушылыу, талап ителгән эшсе һөнәрҙәрҙе бушлай үҙләштереү һәм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә күләмле проекттарға эшкә урынлашыу өсөн трудкрут.com сайтында ябай форманы тултырыу йәки РСО колл-үҙәгенә 8 800 770‑0‑117 номеры буйынса шылтыратыу ҙа етә.

https://mgazeta.com/news/obshchestvo/2026-08-10/studotryady-bashkirii-podarili-strane-novuyu-semyu-4777362?ysclid=mt18b4fr9p789022117

 

Ирина Сухарева фотоһы

 

Республиканың студент отрядтары илгә яңы ғаилә бүләк итте
Республиканың студент отрядтары илгә яңы ғаилә бүләк итте
Автор:Ануза Якупова
Читайте нас