+20 °С
Ясно

Айнур Асҡаровтан шәп тәҡдим

Режиссер Айнур Асҡаров Башҡортостан райондарында һәм республикаға ингән урындарҙа көйлө юл һыҙаттарын ҡуйырға тәҡдим итте.

Айнур Асҡаровтан шәп тәҡдимАйнур Асҡаровтан шәп тәҡдим
Айнур Асҡаровтан шәп тәҡдим

«Тыуған яҡ», «Әпипә», ҡурай моңо, ә республикаға ингән урында Башҡортостан гимны - автомобиль хәрәкәт иткәндә тәгәрмәстәр ошо көйҙәрҙе ҡабатлай. Ҡағиҙә булараҡ, бындай креатив урындарҙы видеоға төшөрәләр һәм социаль селтәргә һалалар. Өҫтәүенә, махсус һыҙаттар водителгә хәүефһеҙ тиҙлекте һаҡларға ярҙам итә.
Айнур Юлай улы М-12 трассаһындағы музыкаль юл һыҙатын миҫал итеп килтерә, әлеге ваҡытта был урында рус халыҡ йыры «Калинка» көйө ишетелә.

"Варианттар күп, иң мөһиме — милли колоритты һаҡлап ҡалыу. Минеңсә, Башҡортостанға килгән һәр кем өсөн был иҫтә ҡалырлыҡ яңылыҡ буласаҡ, онотолмаҫлыҡ хис-тойғолар ҡалдырасаҡ», — ти режиссер.

Айнур Асҡаровтан шәп тәҡдим
Айнур Асҡаровтан шәп тәҡдим
Автор:
Читайте нас