

Эрнест Гедревич Мацкявичюс Рәсәй журналисы һәм телевидение алып барыусыһы. Рәсәй телевидениеһы Академияһы ағзаһы. Россия-1 телеканалында «Вести в 20:00»программаһын алып барыусы. 2025 йылда «ТЭФИ» премияһы лауреаты. Г.В.Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының «Беренсе медиа академияһы» институты директоры, Милли тикшеренеү университетының «Юғары иҡтисад мәктәбе» Медиа институты директоры. Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡтың (Росмолодежь) йәмәғәт советы ағзаһы. Президент мәҙәни башланғыстар фондының Эксперт советы ағзаһы.
Эрнест Мацкявичюс 1968 йылдың 25 ноябрендә Вильнюста рус-литва ғаиләһендә тыуған. Атаһы Гедрюс Мацкявичюс – режиссер, Вильнюста Пластик драма театры ойоштора, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы. Әсәһе – Марина Мацкявичене һөнәре буйынса журналист, «Вечерняя Москва», «Труд», «Независимая газета»гәзиттәрендә эшләй.
Ул ижади мөхиттә үҫә, уҡырға һәм яҙырға иртә өйрәнә. Башланғыс мәктәптә (Вильнюста) Эрнест үҙенең ижади һәләттәрен күрһәтә. Тап шул ваҡытта уның тәүге шиғырҙары, бәләкәй хикәйәләре, ҡурсаҡ театры постановкаларына сценарийҙары барлыҡҡа килә. Ғәжәпләнергә кәрәкмәй, сөнки уның атаһы Пантомима театры артисы була, һәм 1967 йылда Балтика буйының иң яҡшы мимы исемен ала.
Ғаилә Мәскәүгә Эрнестҡа ун йәш тулғанда күсеп килә. Әсәһе «Вечерняя Москва», һуңынан «Труд» гәзитенә эшкә урынлаша, «Крокодил» юмористик журналында мәҡәләләре баҫыла. Атаһы ГИТИС-ҡа уҡырға инә, ә ике йылдан һуң Курчатов исемендәге Атом энергияһы институтының мәҙәниәт йортонда үҙешмәкәр пантомима студияһы етәксеһе була.
– Минең алда ике йүнәлеш бар ине: атайым юлынан да, әсәйем юлынан да китә ала инем. Бер нисә яҡшы яҙылған иншамды уҡытыусым бик оҡшатты һәм миңә шиғырҙар, хикәйәләр яҙырға ҡушты. Шулай яҙыша торғас мин журналист юлын һайларға булдым. МДУ-ға тәү тапҡырҙан уҡ инә алманым, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас ҡына индем. Армияла саҡта хәрби гәзиттә мәҡәләләрем баҫылып торҙо.
Эрнестҡа әсәһенең һөнәре оҡшай. Мацкявичюс НТВ каналының төп алып барыусылары булып киткән – Сергей Гапонов, Владимир Ленский, Александр Хабаров, Андрей Черкасов, Владимир Чернышев менән бергә уҡый. 1994 йылда йәш журналист квалификацияһын раҫлаусы диплом ала.
Телевидениела тәүге эш тәжрибәһе юғары уҡыу йортонда уҡыған сағында уҡ була. Ул «ВИД» телекомпанияһы хәбәрсеһе була, шунан һуң уны «13-31» проектының алып барыусыһы вазифаһына саҡыралар.
8 йыл дауамында Мацкявичюс НТВ менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. 2002 йылда эш урынын алмаштыра һәм «Россия» телеканалының йөҙө була. Яңылыҡтар программаларынан тыш, Эрнест «Главная сцена» һәм 2016 йылда Евровидение кеүек музыкаль проекттарҙы уңышлы алып бара.
Бынан тыш ул: Г.В.Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының «Беренсе медиа академияһы» институты, Милли тикшеренеү университетының «Юғары иҡтисад мәктәбе» Медиа институты директоры, «Эрнест Мацкявичюс оҫтаханаһы» етәксеһе лә.
Уңыш формулаһы: 20% – талант, 40% – мөмкинлек (шанс), 40% – холоҡ (характер), тип һанай
Йәштәргә кәңәше: мәктәп программаһындағы классик әҙәбиәтте уҡырға.
Үҙе яратып уҡыған авторҙарҙың да исемен атаны: С.Довлатов, Дж.Лондон, Э.Хемингуэй, Д.Сэлинджер.
Эш хаҡы тураһындағы һорауға яуап бирә алмайым, сөнки, контракт буйынса ярамай, тине.