+20 °С
Облачно

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕНДӘ ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ БАЙРАМЫ – ҺАБАНТУЙ ҮТТЕ

4 июлдә Әлмән округында «Һабантуй – 2026» өлкә традицион мәҙәниәт байрамы – һабантуй үтте, унда өс төбәктән – Башҡортостан, Татарстан һәм Ҡурған өлкәһенән ҡунаҡтар йыйылды. Һабантуй – сәсеү эштәренең тамамланыуына бағышланған, быуындарҙы берләштергән, халыҡтар дуҫлығын нығытҡан, һәр кемгә шатлыҡ бүләк иткән традицион милли байрам.

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕНДӘ ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ БАЙРАМЫ – ҺАБАНТУЙ ҮТТЕҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕНДӘ ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ БАЙРАМЫ – ҺАБАНТУЙ ҮТТЕ
ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕНДӘ ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ БАЙРАМЫ – ҺАБАНТУЙ ҮТТЕ

Ҡурған өлкәһе вице-губернаторы Андрей Игоревич Алексеев күрше өлкәләрҙән килгән ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп: «Һабантуй һәр ваҡыт тыуған ергә һөйөү һәм тырыш хеҙмәт символы булды. Быуаттар буйына, халыҡтар көҙөн мул уңыш алыу өсөн ерҙә тырышып эшләгән. Ошо изге традиция быуат төпкөлөнән беҙҙең көндәргә килеп еткән. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында был байрам айырыуса етди әһәмиәткә эйә. Милләтең кем булыуы мөһим түгел, ә иң мөһиме – дөйөм һөҙөмтә өсөн иңгә - иң терәшеп, бер-береңә таянып эшләү. Татарстан һәм Башҡортостан республикаларынан килгән ҡунаҡтарға бөгөн ошо әһәмиәтле сараны беҙҙең менән үткәргәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар, яҡшы кәйеф, онотолмаҫ тәъҫораттар теләйем һеҙгә! Һабантуй менән!», – тине.

Башҡортостан Республикаһынан рәсми делегацияны Сауҙа һәм хеҙмәтләндереү министры Константин Климин етәкләне. Константин Дмитриевич Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит Улы Хәбировтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе, байрамда ҡатнашыусыларға йылы теләктәрен еткерҙе. Сараны ойоштороусылар ҡунаҡтар өсөн сағыу программа әҙерләгән: концерттар, йәрминкәләр, уйын майҙансыҡтары, милли кейемдәр конкурсы, бик бай биҙәлгән ихаталар һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы саралар йәлеп итте ҡунаҡтар иғтибарын. Тематик ихаталарҙа милли йолалар менән танышып, боронғо рецептар буйынса әҙерләнгән тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итеү, сувенирҙар һатып алыу мөмкинлектәре бөтәһенә лә оҡшаны. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, ҡыҙыҡлы күңел асыу урындары эшләне. Өлкәндәр хисләнеп ат сабышы, гер күтәреү, армрестлинг буйынса спорт ярыштарын һәм милли көрәш бәйгеһен ҡараны. Теләүселәр шулай уҡ милли кейемдәр конкурс-дефилеһында ҡатнаша алды. Байрам ҡунаҡтары өсөн «Тәмле һабантуй: йолалар байрамы» конкурсының милли аш - һыу күргәҙмәһе ойошторолдо.

Төп сәхнәгә Ҡурған өлкәһенең муниципаль округтарынан, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан ҡунаҡтар йыйылды. Беҙҙең республиканан Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендә «Далан» фольклор-эстрада төркөмө сығышы тантананың сағыу биҙәге булды. Өлкә һабантуйы ҡунаҡтары өсөн Башҡортостандың халыҡ артистары Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина һәм Ишморат Илбәков/ҡурай, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Венера Юлгилдина, Рәмил Мостафин/бейеү, Халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Нәғим Ғәйетбаев/баян, Венер Сәйфетдинов/ҡурай, Буранбай Туҡтағолов/тауыш режиссеры сығыш яһаны.

Ҡурған өлкәһенең Сафакүл мәҙәни үҙәге директоры, өлкә башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе Зәриә Нурулла ҡыҙы Абдуллина былай тине: «Кисә Ҡурған өлкәһендә һабантуй байрамы үтте. Иртән туҡтауһыҙ ямғыр яуа ине. Әммә байрам башланыуға ҡояш күренде, һәм бөтә көн аяҙ һәм болотһоҙ булды. Байрамға халыҡ бик күп йыйылды, кеше ағымы төшкә тиклем туҡтаманы. Ҡурған өлкәһендәге Башҡорт тарихи - мәҙәни үҙәге ойошторған тирмә башҡорт мәҙәниәтен киң сағылдырҙы. Башҡортостандан килгән рәсми делегация вәкилдәре – Константин Дмитриевич Климинға, Таңсулпан Рәсүлевна Байтимероваға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Курған халҡы яратып, көтөп алған Башҡортостан артистарына, шәхсән Артур Туҡтағоловҡа рәхмәт: һәр ваҡыттағыса матур сығыштары менән һоҡландырҙылар».

«Беҙ һеҙҙе Ҡурған өлкәһенең Әлмән ауылында сәләмләүебеҙгә сикһеҙ шатбыҙ. Өлкә һабантуйында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының «Далан» төркөмө сығыш яһаны. Улар менән бергә беҙ яратҡан «Альменевский край» йырын башҡарҙыҡ. Был йырҙың авторы Артур Туҡтағолов. Ул йыл һайын тиерлек беҙҙең яҡтарға концерттар менән килә. Сығыштары һәр ваҡыт ҙур уңыш менән үтә», – тип үҙ хистәре менән уртаҡлашты Ҡурған өлкәһе Әлмән муниципаль округының «Мәҙәниәт, ял һәм китапхана хеҙмәтләндереүе үҙәге» мөдире Светлана Валерьевна Әйүпова.

Артур Туҡтағолов билдәләүенсә: «Далан» төркөмө – Рәсәй төбәктәрендә гастролдәрҙә иң күп йөрөгән коллективтарҙың береһе. Беҙ даими рәүештә тыуған Башҡортостаныбыҙҙан ситтә йөрөйбөҙ, беҙҙе һәр ерҙә көтәләр, ҡолас йәйеп ҡаршылайҙар! Әлмән ере лә йылы ҡаршы алды, йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырылды. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!»

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, байрам Урал аръяғы башҡорттарының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм милли үҙенсәлеген һаҡлау һәм үҫтереү өсөн бик күп эшләгән Ҡурған өлкәһендәге Башҡорт тарихи - мәҙәни үҙәге ҡатнашлығы һәм ярҙамы менән ойошторолдо. Тарихи - мәҙәни үҙәк башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә һәм үҫтереүгә, шулай уҡ дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән саралар үткәрә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ҺАБАНТУЙ  – ЮНЕСКО-ның кешелектең ауыҙ-тел һәм матди булмаған мираҫы шедеврҙары исемлегенә рәсми индерелгән байрам.

ОКСАНА ИВАНОВА

ӘЛФИӘ ҒИМАҘИЕВА ТӘРЖЕМӘҺЕ

ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕНДӘ ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ БАЙРАМЫ – ҺАБАНТУЙ ҮТТЕ
ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕНДӘ ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ БАЙРАМЫ – ҺАБАНТУЙ ҮТТЕ
ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕНДӘ ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ БАЙРАМЫ – ҺАБАНТУЙ ҮТТЕ
ҠУРҒАН ӨЛКӘҺЕНДӘ ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ БАЙРАМЫ – ҺАБАНТУЙ ҮТТЕ
Автор:
Читайте нас