

Рәсәй төбәктәре араһында Силәбе өлкәһе башҡорттарҙың тупланып йәшәүе буйынса лидер: 120000-дән ашыу кеше! Арғаяш районы башҡорттарҙың иң күп йәшәгән төйәге, шуға күрә район милли байрамды үткәреү үҙәгенә әйләнде. Һабантуйҙы әҙерләүҙә Раул Асатулин етәкселегендәге Силәбе өлкәһенең Башҡорт тарихи - мәҙәни үҙәгенең роле баһалап бөткөһөҙ. Үҙәк милли сәйәсәт, этник үҙенсәлекте формалаштырыу һәм Рәсәй төбәктәрендә башҡорттарҙы берләштереү мәсьәләләре буйынса министрлыҡтар һәм ведомстволар менән тығыҙ бәйләнештә маҡсатлы эш алып бара.
Һабантуйҙа почетлы ҡунаҡтар: Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер, Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова, Арғаяш районы Хаҡимиәте башлығы Игорь Ишимов һ.б.ҡатнашты. «Элек һабантуй байрамы һабан көнө булараҡ үткәрелһә, бөгөн ул бөтәбеҙҙе лә берләштергән оло, мәртәбәле байрам», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды боронғо байрамдың әһәмиәтен Алексей Текслер. Үҙәк сәхнәлә Башҡортостандың төп концерт ойошмаһының танылған солистары: Республиканың халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина (вокал), Хәлит Фәтихов (баян), Радик Вәлмөхәмәтов (вокал), Рушат Биктимеров (ҡурай), Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Валентина Топычканова (халыҡ йыры), Венера Рәхмәтуллина (вокал), Рөстәм Шаһбалов (вокал), Бөтә Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Фәриҙә Ғәззәлова (вокал), шулай уҡ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнур Сөләймәнова етәкселегендәге Учалы муниципаль филармонияһының «Уралтау» бейеү ансамбле сығыш яһаны. Программаны Данил Ғофранов һәм Раушания Мәхмүтова алып барҙы. Башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен сағылдырған халыҡ йырҙары һәм көйҙәре, заманса сағыу вокаль композициялар, хореографик номерҙар байрамда ҡатнашыусыларҙың күңелдәрен әсир итте. Тамашасылар артистарға көслө алҡыштар һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Сағыу концерт программаһынан тыш, байрам ҡунаҡтары милли уйындарҙа, бәйгеләрҙә, спорт ярыштары – көрәш, ат сабышы, арҡан тартыу һ.б., ҙур теләк менән ҡатнашты, ҡул эштәре күргәҙмәһен ҡараны, милли аш - һыу йәрминкәһендә һыйланды, Көньяҡ Урал халыҡтарының көнкүрешен һүрәтләгән 15 тирмә һәм ихата менән танышты. оҫталыҡ дәрестәре, балалар һабантуйы, Силәбе университеты колективы әҙерләгән интерактив майҙансыҡ һабаниуйҙың бай эстәлекле программаһын тулыландырҙы. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында Һабантуйҙарҙың үтеүе айырыуса мөһим, сөнки ул төрлө милләт вәкилдәре араһында дуҫлыҡты һәм татыулыҡты нығытыусы әһәмиәтле сара.
Марина Луговая
Әлфиә Ғимаҙиева тәржемәһе