+20 °С
Облачно

МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ

Һабантуй байрамдарын Рәсәйҙең 60-тан ашыу төбәгендә һәм донъяның 30-ҙан ашыу илендә билдәләйҙәр. Ә Мәскәү һабантуйы – илдә уҙғарылған һабантуйҙарҙың иң ҙуры. Быйыл ул 38-се тапҡыр үткәрелде һәм 250 меңдән ашыу мәскәүлене һәм баш ҡала ҡунаҡтарын йыйҙы.

МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕМӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ
МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ

Байрамды, һәр йылдағыса, Мәскәү, Башҡортостан, Татарстан Хөкүмәттәре һәм Мәскәү ҡалаһының Татар милли - мәҙәни автономияһы ойошторҙо. Тантананың рәсми ҡунаҡтары: Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Мәскәү ҡалаһының милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе Виталий Сучков, Мәскәү ҡала Думаһы рәйесе урынбаҫары Степан Орлов, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов, Татарстан Республикаһы Советы Дәүләт йыйылышы рәйесе урынбаҫары Юрий Камалтынов, «Мәскәү һабантуйы» ойоштороу комитеты рәйесе Фәрит Фарисов, Рәсәй Геройҙары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм башҡалар.

Төп сәхнәлә Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау хатын башҡорт телендә уҡып ишеттерҙе. Унда былай тиелә: «Быуындан - быуынға беҙ киләсәк быуындарға традицион ғаилә ҡиммәттәрен тапшырабыҙ, уларҙа тыуған илгә, хеҙмәткә, милли мәҙәниәтебеҙгә, тыуған телебеҙгә, бөйөк илебеҙ халыҡтарының ғөрөф - ғәҙәттәренә һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Артабан да һабантуйҙар бай тарихыбыҙҙың ышаныслы сағылышы, игенселәр хеҙмәтен данлау сараһы һәм бөйөк илебеҙҙең киләсәге өсөн Ватаныбыҙ һағында торған халыҡтарҙың рухи берҙәмлеге символы булып ҡалһын», – тине.

Байрамда Башҡортостан вәкилдәре баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫы һәм үҙенсәлекле традициялары менән таныштырҙы. «Башҡорт этноихатаһы – Башҡорт ауылы»нда ҙур интерактив майҙансыҡ төҙөлдө, унда ололар, балалар күңелле шөғөл тапты.

Быйыл «Башҡорт ауылы» эше тулыһынса «Урал батыр» эпосы менән бәйле булды. Ҡунаҡтарҙы ҡыйыу Урал батыр (актер Илнур Сәлимгәрәев) һәм гүзәл Һомай (Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльмира Юлдашева), Урал батырҙың ата-әсәһе Йәнбикә һәм Йәнбирҙе (Ейәнсура районының үҙешмәкәр коллективтарында ҡатнашыусылар) ҡаршы алды.

Лилиә Ғүмәрова: «Башҡорт ауылы» буйлап Урал батыр үҙе үткәргән сәйәхәт онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы!»

«Урал батыр» эпосы донъяның ете теленә тәржемә ителгән. Ул миллимәҙәниәтебеҙҙең нигеҙе һәм һоҡланғыс хазинаһы.

Мәскәү ҡалаһының Милли сәйәсәт һәм төбәк - ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе Виталий Сучков былай тине: «Башҡорт ауылында булыу күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланырҙай хистәр уятты! Башҡорт мәҙәниәте бик боронғо һәм бай. Бөгөн беҙ быуаттан - быуатҡа тапшырылып, бөгөн ҡәҙерләп һаҡланған башҡорттарҙың изге йолаларының һәм үҙенсәлекле ғөрөф-ғәҙәттәренең шаһиты булдыҡ. Башҡорт ауылында милли уйындар, һөнәрселек, оҫталыҡ алымдары, миллит сәнғәт һәм халыҡ ижады менән таныштыҡ. Быларҙың барыһы ла оҙаҡҡа хәтерҙә ҡаласаҡ. Мин һоҡланам!».

Руслан Ғарифуллин, Рәсәй Геройы, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы: «Мин – Йәрмәкәй районынан. Махсус хәрби операцияға киткәнсе тиклем һәр йыл һабантуйҙарҙа ҡатнаша торғайным. Беҙҙең Йәрмәкәй районында был байрам бик күңелле үтә. Ат ярыштары, төрлө уйындар, һәм, әлбиттә, милли көрәш. Бөгөн «Башҡорт ауылы»нда тыуған яҡтарыма ҡайтып килгәндәй булдым. Яҡташтарыма рәхмәт. Бик ныҡлы әҙерләнгәндәр. Бөтәһе лә уйланылған. Махсус хәрби операцияла булғанда Башлығыбыҙ Радий Фәрит улы Хәбировтың ярҙамы көс, илһам бирҙе. Алғы һыҙыҡта иң мөһиме – етәкселәрҙең, яҡындарыңдың, әсәйҙәрҙең һәм ҡатындарҙың ярҙамы. Беҙ быны һәр ваҡыт тойҙоҡ. Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Тыл ышаныслы булғанда, яугирҙәр көслө була, һынатмай», – тип һөйләне.

Балалар өсөн ойошторолған майҙансыҡта башҡорт уйындары, бәйгеләр, оҫталыҡ дәрестәре, башҡорт телендә йәнһүрәттәр күрһәтеү күптәрҙе йәлеп итте. Ошонда уҡ «Аҡбуҙат» балалар журналына яҙылырға һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, журналист, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә РФ Хөкүмәте Премияһы лауреаты Лариса Абдуллинаның автографын алырға мөмкин ине.

«Башҡорттарҙың саҡырыу ҡағыҙы» китабының исем туйы бик күңелле үтте. Йылы, ябай һүҙҙәр менән биш йәштән алып ун йәшкә тиклем балаларға аңлайышлы булырҙай итеп, мин китап геройы, уның ҡыйыулығы, тыуған илен һөйөүе, йортобоҙҙо һаҡлаусы булып үҫеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләнем. Балаларҙың тын алмай тыңлауы бик ҡыуаныслы», – тип билдәләне Лариса Абдуллина.

Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡтарына һәм быуындарҙың күсәгилешлегенә арналған Башҡортостандың Хәрби Дан музейы майҙансығы тарих биттәрен асып, төньяҡ һуғышынан алып хәҙерге көнгә тиклем ваҡиғалар теҙмәһе ихлас ҡыҙыҡһыныу уятты. 10 тарихи картинанан торған бай экспозиция тәҡдим иттеләр музей хеҙмәткәрҙәре. «МХО яугиренә хат» һәм «Һалдат яҙмышы» акциялары, шулай уҡ музей фондынан күргәҙмә һәр кемдә ҡыҙыҡыһыныу уятты. «Һалдатҡа хат» акцияһына Мәскәү Һабантуйының рәсми ҡунаҡтары ла ҡушылды – яугирҙарға хаттар яҙҙылар, улар тиҙҙән «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәренә тапшырыласаҡ.

Мәскәү Һабантуйы-2026-ңың иң иҫтәлекле мәле – күп милләтле Башҡортостан Республикаһының икһеҙ-сикһеҙ, уңдырышлы баҫыуҙарында йыйылған игендән «Халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы Икмәге»н әҙерләү һәм бешереү мәле булды. Теләгән һәр кем был акцияға өлөш индерә алды. Икмәкте тәмләп ҡарау Башҡортостан шифаханаларына ял көндәре турына путевкалар уйнатылғанда үтте. Был акция байрамдың үҙенсәлекле мәле булып, башҡорт халҡының йомартлығын, ҡунаҡсыллығын һәм ғөрөф-ғәҙәттәренең көслөлөгөн ышаныслы иҫбатланы.

«Халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы Икмәге» илебеҙ тормошоноң тере метафораһы – сағылышы булды. Төрлө йолалар, телдәр һәм мәҙәниәттәр бер дөйөм эштә тап килә. Илебеҙ халыҡтарын хеҙмәт, үҙ ара ихтирам, ярҙам һәм осрашыу шатлығы берләштергәнен асыҡ сағылдырыу өсөн республикабыҙ киңлектәрендә йыйылған игендән халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы икмәген бешерҙек. Беҙҙең өсөн һәр кемдең үҙен ҙур, берҙәм һәм татыу ғаиләнең бер өлөшө итеп тойоуы мөһим ине», – тип билдәләне Ейәнсура районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Дамин Юланов.

«Башҡорт этноауылы» уйындарында һәм ярыштарында иң әүҙем ҡатнашыусылар ял көнө турына юлламалар менән бүләкләнде. Мәскәү Һабантуйы төн уртаһына тиклем барҙы. Һабантуйҙың төп сәхнәһендә Фирдүс Тямаев сығыш яһағанда, Башҡорт ауылындағы сәхнәһендә «Бишбармаҡ оркестры» үҙенең дәртле ритмдары һәм йырҙары менән тамашасыларҙы әсир итте. Бөтәһе лә бергә ихлас бейеп һәм йырлап Мәскәү һабантуйын гөрләтте.

 

Ирина Захарова

Әлфиә Ғимаҙиева тәржемәһе

МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ
МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ
МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ
МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ
МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ
МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ
МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ
МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ
МӘСКӘҮ ҺАБАНТУЙЫНДА «ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ИКМӘГЕ» БЕШЕРЕЛДЕ
Автор:
Читайте нас