+20 °С
Облачно

«Бесән туйы»

Ял көндәрендә Йылайыр районының Таллыҡ яланында бесән сабыусылар араһында «Бесән туйы» ярышы уҙҙы.

«Бесән туйы»«Бесән туйы»
«Бесән туйы»

Унда Йомағужа ауылынан 91 йәшлек Шәмсинур Ғәтиәт ҡыҙы Ҡолһарина ла ҡатнашты, тип хәбәр итте район башлығы Борис Мелкоедов һәм инәйҙең йәштәрҙән һис ҡалышмайынса бесән сапҡан видеоһы менән бүлеште.

Ярышта ҡатнашыу өсөн Ҡырмыҫҡалы һәм Баймаҡ райондары командалары ла килде, әммә барыһының да иғтибарын иң өлкән ҡатнашыусы йәлеп итте.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, икенсе йыл рәттән үткәрелгән «Бесән туйы»ның маҡсаты – ҡул салғыһы менән бесән сабыу йолаһын һаҡлау һәм йәштәрҙе өйрәтеү.

Автор:
Читайте нас