+14 °С
Облачно

Башҡорт опера һәм балет театрында «Конек-горбунок» балеты премьераһы үтте

26 һәм 27 июндә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Абушахманов ҡуйған «Конек-горбунок» балетының премьераһы булды. Ҡуйыусы-дирижер – БР-ҙың халыҡ артисы, «Алтын битлек» Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Артем Макаров, балеттың ҡуйыусы рәссамы – БР-ҙың халыҡ артисы Иван Складчиков, яҡтыртыу буйынса рәссам – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сердар Чарыев.

Башҡорт опера һәм балет театрында «Конек-горбунок» балеты премьераһы үттеБашҡорт опера һәм балет театрында «Конек-горбунок» балеты премьераһы үтте
Башҡорт опера һәм балет театрында «Конек-горбунок» балеты премьераһы үтте

Петр Ершовтың бала саҡтан уҡ таныш әкиәте тамашасыларға яңыса уҡылышта тәҡдим ителде: спектаклдә академик балет мәктәбе традициялары һәм халыҡ бейеүҙәренең сағыу элементтары бергә үрелеп бара. Балет труппаһының артистары сәхнәлә сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ һәм, ысынында ла, үҙенсәлекле образдар тыуҙырҙы, техник оҫталыҡтан тыш, тәрән художестволы һығылмалылыҡ та күрһәтте.

Театрҙың художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов билдәләп үткәнсә: «Спектакль ысын мәғәнәһендә әкиәти һәм мауыҡтырғыс килеп сыҡты. Мин был постановкала йәш балет артистарының сәхнәгә сығыуына шатмын. Улар өсөн «Конек-горбунок» – профессиональ юлдағы тәүге етди баҫҡыс булып тора. Бындай спектаклдә ҡатнашыу улар өсөн ижади үҫеш өсөн уникаль мөмкинлек бирә».

Иван Складчиков спектаклдең визуаль биҙәлеше өҫтөндә эшләгәндә совет балеты традицияларына һәм арт-деко стиленә таянған. Костюмдарҙа ул авиация дизайны элементтарын ҡулланған, рәссам Александр Дейнека эштәренә нигеҙләнеп, мәҫәлән, Конек-горбунок костюмы составына галифе салбарҙар һәм авиашлем ингән. Уның тарафынан булдырылған декорациялар һәм костюмдар тылсымлы әкиәт атмосфераһына сумырға ярҙам итә һәм спектаклгә үҙенсәлекле характер һәм визуаль матурлыҡ өҫтәй.

Ҡуйыусы-хореограф Ринат Абушахманов билдәләүенсә, һәр яңы постановка – ҡуйыусы төркөм һәм артистар өсөн ижади эксперимент. Хореограф фекеренсә, спектакль балаларға ғына түгел, ә өлкәндәргә лә ҡыҙыҡлы буласаҡ, шулай итеп, ул ғаилә менән ҡарау өсөн бик шәп вариант булып тора.

Премьера көндәрендә ике башҡарыусылар составы сығыш яһаны: Иван-дурак партияһын Таһир Таһиров һәм Илнур Зөбәйеров башҡарҙы. Конёк-Горбунок партияһында – Радмир Ҡадыров һәм Ғәфүр Вәлиев, Батша ҡыҙы – Юлия Сәғәҙиева һәм Анастасия Купцова, Ут ҡошо – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Софья Сәйетова һәм Әминә Мөхәмәтйәнова. Батша партияһында ике көн дауамында БР-ҙың халыҡ артисы Олег Шәйбәков уйнаны. Йоҡо бүлмәһе батшаһы партияһында беренсе көндә БР-ҙың халыҡ артисы Андрей Брынцев, икенсе көндә Радмир Ҡадыров сығыш яһаны.

«Конек-горбунок» балетының премьераһы «Башнефть» нефть компанияһы (структураһында «Роснефть» инә) – театрҙың генераль партнеры ярҙамы менән уҙғарылды. Балет яңы 89-сы театр миҙгелендә лә буласаҡ.

 

Башҡорт опера һәм балет театрында «Конек-горбунок» балеты премьераһы үтте
Башҡорт опера һәм балет театрында «Конек-горбунок» балеты премьераһы үтте
Башҡорт опера һәм балет театрында «Конек-горбунок» балеты премьераһы үтте
Башҡорт опера һәм балет театрында «Конек-горбунок» балеты премьераһы үтте
Башҡорт опера һәм балет театрында «Конек-горбунок» балеты премьераһы үтте
Башҡорт опера һәм балет театрында «Конек-горбунок» балеты премьераһы үтте
Башҡорт опера һәм балет театрында «Конек-горбунок» балеты премьераһы үтте
Автор:
Читайте нас