+19 °С
Ясно

Радий Хәбиров: Өфө нисек алға бара, республика ла шулай үҫешәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһенә биргән интервьюһында Өфө мэрияһының яңы командаһы һәм яңы ҡала советы алдында торған бурыстар хаҡында һөйләне. Баш ҡала советына һайлау быйыл сентябрҙә үтә.

Радий Хәбиров: Өфө нисек алға бара, республика ла шулай үҫешәсәкРадий Хәбиров: Өфө нисек алға бара, республика ла шулай үҫешәсәк
Радий Хәбиров: Өфө нисек алға бара, республика ла шулай үҫешәсәк
«Бында, әлбиттә, проблемалар байтаҡ. Мин әлеге депутаттарға биш йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт әйттем. Уларға тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итергә тура килде. Мәҫәлән, Өфө үҫешенең яңы генпланы ҡабул ителде, һуңғы тапҡыр ул 2006 йылда яңыртылған. Генплан — ҡаланы үҫтереү стратегияһын билдәләгән етди документ.
Быға тиклем иғтибарҙан ситтә ҡалған бер күренеште әйтеп үтергә теләйем. Өфө йыл һайын 10 меңгә яҡын кешегә арта. Беҙҙең күҙаллау буйынса, 2030 йылда Өфө халҡының һаны 1,2 миллионға тиклем артасаҡ. Ун мең кешене күҙ алдына килтерегеҙ, уларға яңы торлаҡ, мәктәптәр, дауаханалар, юлдар, уңайлы мөхит һәм башҡалар кәрәк. Шуға күрә, идара итеү командаһы ошо үҫешкә ярашлы эшләргә тейеш. Өфөлә иң ауыр проблема мәктәптәргә бәйле икәнен беләбеҙ. Беҙ уларҙы төҙөйбөҙ. Быйыл тағы ла ҙур өс мәктәпте файҙаланыуға тапшырабыҙ», — тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы Өфөнөң, баш ҡала булараҡ, өфөләр өсөн генә түгел тотош республика халҡы мәнфәғәтенә үҫешеүен билдәләне.

«Балалар Өфөләге юғары уҡыу йорттарында уҡый, халыҡ театрҙарға килә. Бында төбәктең эске продуктының ҙур өлөшө формалаша, беҙҙең нефть-химия заводтары, моторҙар эшләү заводы ошонда урынлашҡан. Өфө нисек алға бара, республика ла шулай үҫешәсәк», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Инсаф Хужабиргәнов.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-06-26/radiy-h-birov-f-nisek-al-a-bara-respublika-la-shulay-esh-s-k-4657852
Автор:
Читайте нас