

Заһир Исмәғилевтың Баязит Бикбай әҫәре буйынса ижад иткән спектакле ярты быуатттан ашыу Башҡортостан театрҙары сәхнәһендә ҡуйылып килә. Сағыу костюмдарға, урынлы шаяртыуҙарға бай музыкаль комедия – опера һәм балет театры сәхнәһендә башҡорт тамашасылары тарафынан яратып ҡабул ителгән спектаклдәрҙең береһе.
Дәрте ташып торған Басир исемле егет һөйкөмлө Назаға ҡарата битараф түгел. Егеттең атаһы ла ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ ҡоҙасаһын йәш кәләшлеккә алмаҡсы. Басирға ярҙамға Ильяс дуҫы килә. Яппар ҡарт йәш кәләш ҡосағына инергә теләһә лә, үҙенең ҡатыны Шәмсиә менән никах яңыртып ҡуя. Тәүҙә баҫалҡы, аҙ һүҙле булып күренгән ҡарсыҡ бабайын утлы табала бейетә генә. Баҫалҡы, әҙәпле, нескә холоҡло башҡорт ҡатынын Роза Шәфәғәт ҡыҙы сәхнәлә оҫта сағылдыра. Әйтергә кәрәк, Башҡорт опера һәм балет театрында барған был спектаклдә ул Шәмсиә партияһын башҡарыусы берҙән-бер йырсы.
Роза Шәфәғәт ҡыҙы 1956 йылдың 30 апрелендә Күгәрсен районының Күгәрсе ауылында Нәзифә һәм Шәфәғәт Маннановтар ғаиләһендә иң кесе бала булып донъяға килгән. «Беҙҙең йорт ҙур булмаған концерт залын хәтерләтә ине: беҙҙә пластинкалар менән патефон, мандолина, гармун, баян бар ине. Әсәйем матур йырланы, шиғырҙар яҙҙы, ә атайыма «Перовский» башҡорт халыҡ бейеүен башҡарыуҙа тиңдәр булманы! Фәрғәт ағайҙан һуң бөтә балалар ҙа баянда уйнарға һәм йырларға өйрәнде», - тип иҫенә төшөрә йырсы.
1981 йылда буласаҡ йырсы Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлай. 1987 йылдан алып Башҡорт опера һәм балет театрында эшләй. Опера труппаһы составында Мысырҙа, Төркиәлә, Таиландта, яҡын сит илдәрҙә, Мәскәүҙә «Алтын битлек» фестивалендә ҡатнаша. Яҡташыбыҙ 1990-2000 йылдарҙа С.Садиҡованың «Кейәүҙәр» музыкаль комедияһында, З.Исмәғилевтең «Ҡоҙаса» операһында партияларҙы башҡара. 30 йылға яҡын ижади эшмәкәрлеге осоронда Роза Көсөкова Хөкүмәт наградалары, бик күп наградалар менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исеменә лайыҡ булған.
Хәләл ефете, күренекле опера артисы, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Раил Көсөков менән театрҙа ижад итеүҙе дауам итәләр.
Роза Шәфәғәт ҡыҙына 30 апрелдә 70 йәш тула. Театрҙа “Ҡоҙаса” спектаклен йырсының матур юбилейына бағышлайҙар.