Яңы киноны барып ҡараным һәм шуның буйынса бер кәлимә һүҙ әйткем килә.
Был фильм инде күптән популярлыҡ яулаған “Ҡалдырма, әсәй” һәм “Урам малайҙары” китаптары буйынса төшөрөлгән, тиелә. Һәм инде уларҙың авторы ла бөгөнгө башҡорт донъяһының билдәле шәхесе. Был бәйләнеш бер яҡтан яуаплылыҡ та, икенсе яҡтан һуңғыһының алдағыларҙың билдәлелеге менән ниндәйҙер кимәлдә файҙаланыуы ла. Нисек булғанда ла, яңы фильм, яңы ижади күренеш. Шуға ла бик ҡыҙыҡһынып барҙым.
Баштан билдәләп китәйем, киноның йәш актерҙары бик матурҙар, русса таҙа һөйләшәләр, оҫта ғына уйнайҙар ҙа. Бик шәп кенә йәш балалар составы һайланған, киләсәктә улар был сәнғәт өлкәһендә күренерҙәр әле, тип уйлайым һәм йәш актерҙарға уңыштар теләп ҡалам. Шулай уҡ оператор хеҙмәте лә күҙгә ташлана. Профессионалдар эшләгәнен билдәләп үтмәйсә булмай. Молодцы!
Әлбиттә, аҙыраҡ һорау тыуҙырған урындар ҙа бар. Режиссура һәм сценарий буйынса. Фильм сюжет һыҙығына ҡоролмаған, унда тарих башланып үҫеш йә үҙгәреш кисермәй, һабаҡ йә тәрбиәүи идея-тематик һыҙат юҡ. Бөтөн был миссияны китаптар һәм уның авторы башҡарған инде, тип иҫәпләнеме кино төшөрөүселәр, әллә башҡа сәбәптәр булдымы, фильм бер бөтөнлөктө тәшкил итмәгән фрагменттарҙан ялғанған кеүек булды. Герой бар, тик ул төп герой кимәленә күтәрелмәй, персонаж образындараҡ йөрөп ҡалды. Сөнки уның эске донъяһы асылманы, психологизм тигән нәмә тойолманы. Китаптарҙы уҡымағанда әгәр һәм әлеге балалар йорто һәм етем малай мажараларын белмәгәндә, кино дөйөм картина бирә алмай.
Безнаказанность тип руссалап ҡуяйым әле. Ошо нәмә ярылып ята. Хатта бынан 25 йылдар әүәлге балалар йорто, хатта ауыр йәшәйеш тураһында булһа ла, әлеге фильмда ҡылынғандарға яза булырға тейештер бит. Унда 10-12-13 йәштәрҙәге балалар милиция машинаһына таш менән һуҡты, аптеканы таланы (ир аптекарь ни эшләптер ике бәләкәс малайҙан таланып тороп ҡалды), тиҫтерен үлтерҙе, бомжды сәнсте һәм башҡалар. Шулай уҡ та күҙ йомалар микән ни бындай эштәргә? Детдом тигәс тә әллә... Китаптарҙағы ҡыҙыҡлы һәм матур йәки ҡыҙғаныс, уйландырырлыҡ урындарҙы ҡулланырға ине, улар бит етерлек. Әлеге уйлап сығарылғандары ниндәй маҡсат менән булды һуң? Китаптарҙың һәм авторҙың даны өҫтөндә юҡ-бар менән дә сығып китергә мөмкин, тигән ниәттәнме?
Китаптарҙан айырмалы рәүештә киноға дин килеп ингән. Малай намаҙ уҡый. Бик яҡшы! Динде беҙ хөрмәт итәбеҙ. Әммә фильмда ул үҙен аҡлай алмай. Дини ғаиләнән алып килендеме ни ул малай? Әгәр ул көсләп детдомға алып киленгән шок хәлендә лә намаҙға баҫа алырлыҡ көслө рухлы икән, ғаилә тарихы ла булырға тейеш. Кем өйрәткән уны дингә? Кем шундай ҙур идеология һалған уға әле ауылдарыбыҙҙа никах уҡырлыҡ та муллалар таба алмаған йылдарҙа? Пәйғәмбәр тураһында түгел бит кино, уға был тәғлимәт күктән төшмәгән. Һәм “Аллаһ бармы ул” тигән һорауҙы ла балалар мәсет менән сиркәүгә йүгереп инеп бер ҡат һорап сыҡтылар ҙа, оноттолар. Бындай фәлсәфә ҡуҙғатылғас, ул логикаға нигеҙләнһен ине, уны мәғәнәле итеп алып барып сығара алыу зарур. Был һорауҙы фильмдың пресс-конференцияһында ла бирҙем, “Беҙҙең өләсәйҙәр ул заманда ла йәшереп булһа ла дин тотто”, тигән яуап булды. Ярай, булһын да, ти. Тик бит бында өләсәй түгел, ә 10 йәшлек малай. Тимәк, өләсәй йә олатайҙан һалынған тәрбиә тураһында ла мәғлүмәт булырға тейеш ине.
Детдом директоры – ҙур фигура, ул кино буйы күҙ алдында булды. Был ролде профессионалдарға тапшырыу яҡшыраҡ булыр ине, минеңсә. Бомждың йөҙөндә, мәҫәлән, йөҙ төрлө эмоциялар уйнаны, сөнки ул был һөнәрҙең оҫтаһы. Ә директриса үҙ янындағы бушлыҡты тултырыу өсөн кәрәкмәгән ым-ишаралар яһарға, телмәренең аҙағында урынһыҙ репликалар ташларға мәжбүр булды. Тамашасы булараҡ мине, мәҫәлән, әлегеләй сценалар аҙыраҡ екһендерҙе. Уйнап еткерә алмағанын күрәһең һәм уның өсөн ҡыйынһынып ултыраһың. Ашнаҡсы апай ҙа фильмда бер сөсө күренеш кенә булды, күренде лә юғалды. Нимәгә кәрәк булды һуң ул? Изгелек өлгөһө тиһәң, ундай герой кимәленә етмәне.
Милицияға айырым урын бында. Улар яуызлыҡ, аңралыҡ символы һымаҡ. Ә бит сүтики етди дәүләт структураһы, ни өсөндөр араларында бер ыңғай персонаж табылманы. Был балалар йорто етәкселегенә лә, мәктәптәге уҡытыусыларға ла ҡағыла.
Айырым эпизодтарҙа ла уйлап еткерелмәгән урындар бар. Мәҫәлән, яр буйында рюкзак ултырып ҡалды, балалар кәмәлә йөҙөп китте. Ул экранда бер нисә секунд кадр булып торҙо. Уйлайым инде, хәҙер был рюкзак арҡаһында нимәлер буласаҡ, юҡҡа иғтибар үҙәгенә эләктерелдеме ни ул, тип. Ә – юҡ! Аҙаҡ ул рюкзак ни хикмәт менәндер кәмәлә ине. Һәм рюкзактар ҙа бөгөнгө замандыҡы. Мең тәңкәлек аҡса ла. Тәгәрәшеп ятҡан һыра банкалары ла, телдәге жаргон һүҙҙәр ҙә. Кеҫәләге аҡсаны белеү өсөн һикертеп ҡарау, пони алып килеү эпизодтары ла балалар тураһындағы ҡаралған фильмдарҙағы таныш күренештәр. О, был әлеге фильмдың табышы, тип әйтерлек эмоциялар тыуҙырыр урын тапманым, үкенескә ҡаршы.
Ошо уҡ китаптар буйынса ҡаҙаҡ фильмы сыҡты. Сағыша (ярыша) һәм майҙан тота алабыҙмы беҙ улар менән? Башҡорт киноһы, башҡорт китабы, башҡорт йыры булғас булды, сифатында эш юҡ, тик ул булһын ғына, тигән фекерҙән барыһына ла күҙ йомабыҙ бит инде күптән. Шуға ла үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнайбыҙҙыр инде, башҡаһына бит кимәл кәрәк. Белем кәрәк. Оҫталыҡ һәм профессионаллек кәрәк. Ә шулай ҙа, әгәр республика гранты ҡулланыла һәм “башҡорттоҡо” тигән тамға менән сәнғәт өлгөләре донъя күрә икән, уларҙың “я сама” сиктәрендә генә хәл ителмәүен теләге килә.
Миләүшә Ҡаһарманова