«Бында Волга буйы федераль округы төбәктәре вәкилдәре йыйылды. Бөгөн ун дүрт субъект, 20-нән ашыу халыҡ һәм милләт үҙ мәҙәниәтен, милли традицияларын күрһәтә. Һәр йыр, бейеү һәм шиғри номер үҙ халҡының йолаларының үҙенсәлеген йөрөтә. Был бик мөһим, сөнки бөтә халыҡтарҙы бер бөйөк ил, Рәсәй тип аталған ил берләштерә. Һәм был ил өсөн хәҙер геройҙарыбыҙ үҙ ғүмерҙәрен бирә. Мин әсәйҙәребеҙ, яҡындарын юғалтҡан һәм үҙендә артабан йәшәргә, бер-береһенә ярҙам итергә көс тапҡан ҡатындар алдында баш эйәм. Мин яҡындарының иҫән-һау ҡайтыуына ышанып йәшәгәндәрҙе сәләмләргә һәм рәхмәт әйтергә теләйем», – тип билдәләне Анна Цивилева.
Рәсәй оборона министры урынбаҫары «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының үҙәк аппараты хеҙмәткәре Любовь Фролова яҙған шиғырҙы уҡып ишеттерҙе.
Анна Цивилева был шиғырҙы Бөтә Рәсәй фестиваленең символы итергә тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы Рәсәй оборона министры урынбаҫарына тап Башҡортостанға был фестивалде беренсе булып ҡабул итеү хоҡуғы бирелгән өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Был беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Республика 2022 йылдың февраленән бер принцип буйынса йәшәй: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, яугирҙарыбыҙ, ир-егеттәребеҙ – республикабыҙҙың, илебеҙҙең төп кешеләре. Тап ошо фекерҙән сығып, беҙ бөтә идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итәбеҙ. Бөгөн бында залда әсәйҙәр, ҡатындар, ҡыҙҙар ултыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында улдарын, ирҙәрен, балаларын юғалтҡандар ҙа бар. Тик һеҙгә генә билдәле, нисек көн һайын ҡулдарына ҡорал алып, илебеҙҙе бөтә донъялағы был аҡылһыҙлыҡтан һаҡлаған туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн борсолоуығыҙ, доға ҡылыуығыҙ. Мин бөгөн бөтә һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә һәм, әлбиттә, улар алдында баш эйергә теләйем. Һеҙ беҙҙең өсөн терәк булып тораһығыҙ. Һеҙ беҙгә көс бирергә көс табаһығыҙ. Һәм беҙ һеҙгә тиңләшәбеҙ. Тормошоғоҙҙо, өмөттәрегеҙҙе еңеләйтер өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Күптән түгел минән: «Радий Фәрит улы, ә һеҙҙең ниндәй хыялығыҙ бар?» – тип һоранылар. «Минең бер хыялым бар – беҙҙең егеттәр иҫән-һау һәм, әлбиттә, еңеү менән ҡайтһын», – тинем. Был хыял барыбыҙҙы ла берләштерһен. Бөгөн беҙ төбәктәребеҙҙең, республикабыҙҙың, илебеҙҙең ниндәй ҙә булһа ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, барыбер алға барыуын тәьмин итергә тырышабыҙ. Шулай уҡ ҙур илебеҙҙең, ҡеүәтле республикабыҙҙың бөтә ҡеүәте менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Ә атаһы һәләк булған һәм балалары ҡалған ғаиләләргә беҙ: «Һеҙҙең балаларығыҙ – беҙҙең балаларыбыҙ» тип әйтәбеҙ. Һәм беҙ уларҙы мотлаҡ бергәләп күтәрербеҙ, аяҡҡа баҫтырырбыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан, Татарстан, Сыуаш, Удмурт, Мордва, Мари Эл Республикаларынан, Һамар, Пермь, Ырымбур, Киров, Пенза, Һарытау, Ульяновск, Түбәнге Новгород өлкәләренән 14 коллектив милли колоритлы уникаль вокаль, бейеү һәм шиғри номерҙар тәҡдим итте. Фестиваль сиктәрендә башҡарыусыларҙың шәхси сығыштары ла, һәләк булғандарҙың, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың йәки махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларынан торған коллективтарҙың ижади номерҙары ла булды. Башҡортостан исеменән Рәсәй халыҡтары Ассамблеяһының «Бәндәбикә» төбәк бүлексәһе активистарының вокаль ансамбле сығыш яһаны.
«Беҙҙең өсөн, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары өсөн, бындай иғтибар баһалап бөткөһөҙ. Был матур фестивалде ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Башҡа төбәктәрҙән ижади коллективтар менән танышыу һәм аралашыу мөмкинлеге булды. Был беҙгә көс бирә һәм яңы ҡаҙаныштарға илһамландыра. Матур байрам өсөн рәхмәт!» – тине фестивалдә ҡатнашыусы, «Бәндәбикә» ансамбле ағзаһы Айгөл Сәғитова.
«Ватан»ды һаҡлаусылар дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина «Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге» Бөтә Рәсәй ижади фестиваль-конкурсының кубогын Бүрәт Республикаһы вәкиленә тапшырҙы.