Башгидромет хәбәр итеүенсә, декабрҙә уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы, йәғни -10,8 градустан йылыраҡ булыуы көтөлә. Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын, тимәк, тиҙҙән ҡар яуасаҡ. Айҙың беренсе декадаһы аномаль йылы, һауа температураһы норманан алты градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.
Гисметео порталы мәғлүмәттәре буйынса, республикала минус һауа температураһын киләһе аҙна башында уҡ көтөргә кәрәк. Әммә декабрь буйына көслө һыуыҡтар булмаясаҡ. Ҡар яуыуы айҙың икенсе яртыһында ғына башлана.
Фобос үҙәгендә 11 ғинуарҙан ҡар яуыуы фаразлана. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, һыуытыу айҙың өсөнсө декадаһында ғына башлана. Яңы йылға бер аҙна ҡалғас һауа температураһы көндөҙ -12, -16, төндә -17, -21 градусҡа тиклем төшәсәк. Әммә каникул алдынан республикала йәнә йылытасаҡ һәм ҡар яуасаҡ.
Ғинуарҙың тәүге яртыһында көн торошо беҙҙең төбәк өсөн нормаға ярашлы.
Һауа температураһы көндөҙ -4, -18 градус тирәһендә торасаҡ, төндә -28 градусҡа тиклем һыуыҡтар булыуы ихтимал.
Фотола Силәбе ҡалаһы. төркөмөнән.