-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Декабрь 2025, 17:09

Премияға дәғүә итеүселәр

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашыуға рөхсәт ителгән әҫәрҙәр тураһында 

Премияға дәғүә итеүселәр
Премияға дәғүә итеүселәр

Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһын тапшырыу буйынса комиссия хәбәр итеүенсә, 2025 йылда балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһына дәғүә итеүгә конкурста түбәндәге әҫәрҙәр ҡатнашырға рөхсәт ителгән:

  1. «Йәнле мунсаҡ (Живое ожерелье): стихи, загадки/- Уфа: Китап, 2019. – 64 стр.». Автор Утягулова Зухра Яхмадиевна.
  2. «Бәхетстан (Счастливый край): стихи, сказки, загадки / - Уфа: Китап, 2024. – 120 стр.». Автор Салимов Наязбай Булатбаевич (Нияз Салимов).
  3. «Бәрәкәтле көн (Благодатный день): сказки, рассказы. Пьеса/ -Уфа: Китап, 2016. – 96 стр.». Автор Юлдашева Тамара Ишбулдовна (Тамара Искандерия).
  4. «Һайланма әҫәрҙәр (Избранные произведения): стихи, поэмы/ - Уфа: Китап, 2021. – 432 стр.». Автор Юлдашева Тамара Ишбулдовна (Тамара Искандерия).
  5. Спектакль Башкирского государственного театра кукол «Мустай Карим. Близкий горизонт» по пьесе Владимира Аношкина. Режиссер-постановщик Имамутдинов Альберт Альфритович.
  6. Спектакль Национального молодежного театра имени Мустая Карима «Мин башҡорт телен өйрәнәм» («Я учу башкирский язык»). Автор сценического произведения Искужина Лилия Салаватовна.

Комиссия ойошмаларға, уҡыу йорттарына, ижади йәмәғәтселеккә был әҫәрҙәрҙе тикшереүҙә ҡатнашыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Үҙ фекерҙәрегеҙҙе Комиссияға 2025 йылдың 10 декабренә тиклем
450077, Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 18-се йорт, 11 каб адресы буйынса ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Белешмәләр өсөн телефондар: 218-34-90.

 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

Автор:
Читайте нас