-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Декабрь 2025, 09:36

Әнүәр Нурғәлиев ауылдаштарына үпкәләгән

Башҡортостандың халыҡ артисы, популяр йырсы ауылдаштары өсөн төҙөгән паркка иғтибарһыҙ булыуҙары өсөн зарлана.

Әнүәр Нурғәлиев ауылдаштарына үпкәләгән
Әнүәр Нурғәлиев ауылдаштарына үпкәләгән

Кешеләрҙең сит хеҙмәткә оятһыҙ мөнәсәбәте тураһында яҙып, йырсы паркка ултыртылған ағастарҙы кәзәләрҙең кимереп сығыуына көйөнгән.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, йырсы мәрхүм булған Әнүәр ағаһының участогын һатып ала һәм унда төҙөкләндереү эштәре башлай. Ул ауылдаштары өсөн мини-парк яһарға теләгән ине. Элек был урында ул ҡаҙҙар көткән, һыйырҙарҙы һыу эсерергә йөрөткән, футбол уйнаған тыҡрыҡ булған. Йырсының ауылы Әлшәй районында урынлашҡан.

-Ауылдаштарҙың вайымһыҙлығы, битарафлығы йәнде телгеләй. Улар үҙҙәренең кәзәләре ҡайҙа йөрөгәнен белә бит. Беҙҙә нарат ултыртыусы кеше юҡ. Нисек шулай мөмкин? Был ағастар төҙәлмәйәсәк, бары тик йәмһеҙ булып үҫәсәк. Ауыл кешеләре өсөн парк, быуа яһармын тип уйлаған инем, ярай әле башҡа ағастарҙы ултыртып өлгөрмәнек. Нисек шундай мөнәсәбәт булырға мөмкин?! Мин бит ауылымдың матур булыуын теләгән инем, бында ни бары 12- 13 ғаилә йәшәй. Һәр ағас зыян күргән... – тип асыулана йырсы.

Кеше хеҙмәте баһаланырға тейештер бит. Ни тиһәң дә йырсы ауылдаштары өсөн тырышҡан.

 

Автор:
Читайте нас