-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Август 2025, 11:36

Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры гастролдәре башланды. Үҙенең 90 йыллыҡ тарихында Свердловск музкомедияһы коллективы Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙә була. Өфө ҡалаһы театрҙың гастроль картаһында бер нисә тапҡыр билдәләнгән. Өфөлә Свердловск музкомедияһы коллективын яратҡандарын һәм көткәндәрен беләбеҙ. Өфөлә һуңғы ҙур гастролдәр 2012 йылда шаулап-гөрләп үтте. Шул ваҡыттан алып театр репертуарында яңы ҡыҙыҡлы спектаклдәр барлыҡҡа килә, һәм юғары театр премиялары коллекцияһы «Алтын битлек» менән тулылана, бөгөн улар 25-кә етә.

Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә

19-29 августа Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә Урал артистары һуңғы бер нисә йылда ҡуйылған спектаклдәренең тулы коллекцияһын тәҡдим итәсәк. Свердловск музкомедияһы – эксперимент театры һәм, тәү сиратта, мюзиклдың иң актуаль жанрында. Уңыш бында авторҙар менән берлектә эш итеүҙе билдәләй, әҫәргә һәм буласаҡ спектаклгә ныҡлап әҙерлек алып барыла. Свердловск музкомедияһында донъя премьералары тап шулай тыуа. Уларҙың тап икәүһен театр гастролдәрендә күрергә кәрәк. Был Александр Пантыкин музыкаһына «Бөйөк Екатерина» («Екатерина Великая») дәүләт мюзиклы һәм һис шикһеҙ театр легендаһы – «Үле йәндәр» («Мертвые души») гоголь-моголе.

 

Гастроль спектаклдәре тураһында:

 

Гастролдәрҙе 17 йыл дауамында үҙгәрешһеҙ аншлаг менән барған спектакль аса, ул прокат ваҡытында 120 миллион һумдан ашыу килем килтерә, шулай уҡ бик күп көйәрмәндәрҙең таныуын яулай; уға Екатеринбург, Мәскәү, Санкт-Петербург, Севастополь, Минск тамашасылары ла аяҡ үрә баҫып алҡышлай. Шулай уҡ музыкаль хроникалар империяһы осорондағы «Бөйөк Екатерина» масштаблы мюзиклы Европа тамашасыларына – 2019 йылда Берлинда тәҡдим ителә. Был тарихи блокбастер бөгөнгө Рәсәйҙең үҙәгенә эләгә һәм бына инде ике тиҫтә йыл тиерлек театрҙың визит карточкаһы булып тора.

19 һәм 24 август – «Бөйөк Екатерина» музыкаль-театр шоуы. Театр тарихында был иң киң масштаблы проект, уны Свердловск музкомедияһы артистары башҡарыуында ғына ҡарарға мөмкин. «Бөйөк Екатерина» – мюзикл Музкомедияның элекке генераль директоры Михаил Сафроновтың ҙур авантюраһы булараҡ башлана. Барыһы ла театрҙың, шул иҫәптән продюсерҙың, грандиоз еңеүе менән тамамлана. Бөтә ҡағиҙәләргә ҡаршы, башта ҡиммәтле спектакль ҡуйырға, ә һуңынан инвесторҙар эҙләргә ҡарар ителә. Костюмдар буйынса рәссам Павел Каплевичтың уникаль үрелгән туҡымаһынан принцесса Фике өсөн беренсе күлдәк барлыҡҡа килгәс кенә, Михаил Вячеславович тәрән һулап: «Хәҙер спонсорҙарға күрһәтерлек нәмәләр бар!» – ти.

 

Рәсәй империяһы осорондағы музыкаль хроникаларҙы композитор Сергей Дрезнин һәм драматургтар Михаил Рощин һәм Александр Анно ватан тарихының иң сағыу биттәренә нигеҙләнеп ижад итә. Грандиоз проектты тормошҡа ашырыу өҫтөндә Мәскәүҙән ижади төркөм эшләй, уның составына ҡуйыусы режиссер Нина Чусова, билдәле театр сценографтары Владимир Мартиросов һәм Анастасия Глебова, костюмдар буйынса рәссам Павел Каплевич инә. Постановканың донъя премьераһы 2008 йылда Музкомедия сәхнәһендә үтә.

«Бөйөк Екатерина» император зиннәтлелеге һәм киңлеге менән эшләнгән – иҫәпһеҙ-һанһыҙ бай костюмдар һәм париктар, мөһабәт карета һәм гигант карауат. Спектакль өсөн өс ҡатлы «Ҡышҡы һарай» декорацияһы эшләнә, ул бөтә сәхнәне тиерлек биләй, ә уны монтажлау өсөн 20 сәғәттән ашыу ваҡыт талап ителә. Спектаклдә театрҙың бөтә актерҙар труппаһы тиерлек ҡатнаша, уның өсөн 400 костюм тегелгән, 250 пар аяҡ кейеме һәм 400 баш кейеме эшләнгән.

«Бөйөк Екатерина» театрға профессиональ наградалар һәм премиялар, шул иҫәптән ике «Алтын битлек» килтерә.

 

21 һәм 27 августа «Бөйөк Екатерина»ға лайыҡлы парҙы тағы бер донъя премьераһы – композитор Александр Пантыкиндың «Үле йәндәр» гоголь-моголь жанрындағы мюзиклы тәшкил итә. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Кирилл Стрежнев «Үле йәндәр» поэмаһын «инсценировкалау»ҙы үҙ алдына бурыс итеп ҡуймай. Был тарих мәктәп дәреслегенән түгел. «Үле йәндәр эше» мистика һәм мөхәббәт мелодрамаһы элементтары менән ысын мажаралы комедияға әйләнә. Ә финалы, ҡыҙыу детектив кеүек, бөтөнләй күҙаллап булмаҫлыҡ килеп сыға.

Режиссер-ҡуйыусы К.Стрежнев: «Гоголь-моголь жанры – фантазия жанры. Һәм беҙҙең мюзиклда Николай Васильевичтың күп әҫәрҙәренең яңғырашы осраҡлы түгел. Беҙҙе «Үле йәндәр» сюжетына ҡарағанда, был бөйөк яҙыусының донъяһы, уның философияһы нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра».

Композитор Александр Пантыкин һәм шағир Константин Рубинский Николай Гоголь поэмаһының мотивтарын һәм үҙҙәренең ҡыйыу фантазияларын берләштереп, театр заказы буйынса яңы мюзикл – «Үле йәндәр»ҙе ижад итә. Константин Рубинский Гоголев тексының еҫен һаҡлап ҡалырға тырыша, ә спектаклдең ҡайһы бер фрагменттарында «Үле йәндәр» поэмаһының тексы бөтөнләй үҙгәрешһеҙ ҡала. Һәр роль айырым актерға яҙыла һәм «айырыла», уның психофизик, вокаль, темперамент күрһәткестәре иҫәпкә алына.

Спектаклдең ҡатмарлы һәм метафорик декорацияларын ҡуйыусы рәссам Сергей Александров эшләй. Тәүге тапҡыр яңы технология ҡулланыла – бер конструкцияла металл, ағас һәм туҡыма тоташтырыла. Сәхнә уртаһында ҡара-аҡ күҙәнәктәр менән яҡтыртылған ҙур шашка таҡтаһы был N-сы губернаның бөтә ваҡиғалар эпицентры – чиновниктарҙың ришүәт алыу, кляуз яҙыу, йәндәр өсөн сауҙа итеү һәм донъяуи алымдар урыны... Спектакль башында, ҙур ҡул, пешка кеүек, Чичиковты гоголь абсурдтарының сәйер донъяһына ырғыта.

 

Сергей Александров: «Бөтә костюмдар гоголь осоро модаһын стилләштереү. Мин маҡсатлы рәүештә зиннәтлелектән һәм ҡиммәтле материалдарҙы ҡулланыуҙан ситләштем. Бөтә костюмдар ҙа күп фактуралы, тоҡ, киндер туҡыманан, етендән, марлянан, селтәрҙән эшләнгән... Аяҡ кейеме лә бик ғәҙәти түгел, бөтә чиновниктарҙа ла кәзә тояғы рәүешендәге итек бар. Был уларҙың күңелдәрендә ен башланғысына ишара. Чичиков иһә икенсе донъянан, ул башҡа персонаждар менән ҡушыла алмай. Беҙҙең герой – хәҙерге заман кешеһе, яҙмыш уны был ҡот осҡос ҡалаға осраҡлы рәүештә, бәлки, осраҡлы ла түгелдер, ташламағандыр. Был мәл төп геройҙың костюмында ла сағылыш таба. Беҙҙең Чичиков ҡара водолазка һәм заманса джинсы кейә, яурындарына, Гоголдең тексында яҙылғанса, «Ҡыҙыл көртмәле төҫөндәге ыуылдырыҡлы» фрак һалынған».

«Үле йәндәр» мюзиклы Рәсәй музыка тормошонда ҙур ҡаҙаныш булып тора, уның тураһында бик күп маҡтау рецензиялары яҙылған, ул бөтә ил буйынса тамашасыларҙың яратҡан спектакле, 15 йыл Свердловск музкомедияһы репертуарының иң яҡшы спектаклдәренең исемлегендә тора, 2025 йылда «Рәсәй театр постановкаларының Алтын фондына» индерелә.

Спектакль премиялар һәм наградалар һаны буйынса абсолют рекордсмен була, «Алтын битлек» – хатта дүртәү. 2023 йылдың сентябрендә театр, «Музыканы күрергә» фестивале сиктәрендә, Мәскәүҙә Ҙур театр сәхнәһендә «гоголь-моголь»де ҡабаттан күрһәтә, һәм, 15 йыл элеккесә, «Үле йәндәр» Мәскәү театрҙарының һоҡланыуын тыуҙыра. Свердловск музкомедияһының легендар спектаклен үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк, «Беҙ ҡайҙа барабыҙ?» тигәнде аңлар өсөн генә булһа ла.

 

Гастроль афишаһы оперетталарһыҙ тулы булмаҫ ине. 20 һәм 29 августа классиканы яратыусылар өсөн Имре Кальмандың «Баядера»һы күрһәтелә. Свердловск музкомедияһы артистары башҡарыуында «Баядера» – йәнле көнсығыш әкиәте, һинд бейеүҙәре, тәмләткестәр еҫе, серле һинд мотивтары һәм, әлбиттә, мөхәббәт. Хәлдәр XХ быуатта Францияла үҫешә. Төп героиня – Одетта – Париж варьете примадоннаһы. Уның өсөн тәхеткә ултырыусы принц Раджами үҙ-үҙенә бикләнеүен боҙорға әҙер. Спектаклдең зиннәтлелеге һәм күләме костюмдарҙа сағыла, был Одеттаның һинд принцессаһына әүерелеүе күренешенән генә лә күренә. Дөйөм алғанда, «Баядера» спектакле – ул мөхәббәтте таныу.

 

Икенсе полюста «Бөйөк Екатерина» зиннәтле һәм дәүләт мюзиклынан, «Баядера» хисле көнсығыш әкиәтенән һәм фантазиялы «Үле йәндәр» гоголь-моголенән – Совет композиторҙары музыкаһына «Совет осоро паркы», «Мөхәббәт һәм күгәрсендәр» лирик комедияһы, Александр Гриндың «Алые паруса» романтик тарихы һәм дәртле «Тетка Чарли»ға ваҡыт буйлап сәйәхәт.

 

22 август «Совет осоро паркы» – күңелгә үтеп инерлек ретро, үткәндәрҙе һағыныу, унда типик совет мәҙәниәт һәм ял паркы мәҙәниәт образы ғына түгел, ә мәңгелеккә киткән илдең символы булып тора. Был ғәжәп йылы һәм яҡты спектакль, ул илебеҙ тарихы тураһында һөйләп кенә ҡалмай, ул күңелде тулҡынландыра һәм күңелгә үтеп инә, бындай туған һәм яратҡан көйҙәрҙең тауышына йөрәк шәберәк тибә: «Боронғо паркта», «Ҡара бесәй», «Ландыштар», «Мәскәү яны кистәре»... Һәр спектаклдә лә ғәжәп хәл була – тамашасылар актерҙар менән бергә йырлай, зал һәм сәхнә берләшә, шатлыҡ һәм изгелек бөркөлә, һәм барыһы ла яҡшы була. Парк осраҡлы персонаждарҙың тормошон берләштерә, парк осрашыу, айырылыу, мөхәббәтте таныу урыны булып китә. Был тыныс, матур, ғәҙәти тормошто һуғыш өҙөп тора, унан һуң барыһы ла үҙгәрә. Был спектакль Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы йылында айырыуса ҡәҙерле.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Кирилл Стрежнев: «Совет осоро паркы» спектакле театр һәм кинематография элементтарын үҙ эсенә ала. Асылда, ул клиптарҙан тора, әммә улар оҫта итеп, театрса монтажланған, улар араһындағы бәйләнеш ассоциатив. Беҙгә сит ил тураһында түгел, ә үҙебеҙҙең ил тураһында һөйләүебеҙ ярҙам итә. Тамашасыға 40-сы йылдарҙың 50-се йылдарҙан нимә менән айырылып тороуын аңлатыу талап ителмәй, унда билдәле бер тарихи ассоциациялар йәшәй. Сюжет шартлы: үҙгәреүсән дәүерҙәрҙә ғәҙәти парк тормошо. Парк аша төрлө кешеләр һәм уларҙың яҙмыштары үтә, унда ваҡыт тауышы кеүек төрлө музыка яңғырай.»

 

Был спектаклде ҡуйып, театр тамашасыларҙың йөрәгенә үтеп инә – 25, 26 августа «Мөхәббәт һәм күгәрсендәр» музыкаль комедияһы – Василий Кузякиндың Раиса Захаровна менән уңышһыҙ курорт романы тарихы, ул «бәхетһеҙ ир»ҙең ҡайтыуы һәм ҡатыны Надюха менән романтик осрашыуы менән тамамлана. «Мөхәббәт һәм күгәрсендәр» халыҡ комедияһын бөтә ил ярата! Әммә йәш ҡуйыусы-режиссер Дарья Аксеноваға кинолағы ҙур уңыш бер ҙә ҡамасауламай.

 

Дарья Аксенова: «Мин спектакль менән фильмды сағыштырыуҙан ҡурҡмайым. Эйе, ҡайһы бер таныш диалогтар һүҙмә-һүҙ тиерлек ҡабатланасаҡ, ҡайһы бер мизансценаларҙы хатта цитата итеп килтерәсәкбеҙ, был, һис шикһеҙ, Владимир Меньшовтың фильмын яратыусыларҙы ҡыуандырасаҡ. Икенсе яҡтан, фильмды бер тапҡыр ҙа күрмәгән тамашасылар быуыны үҫеп еткән, һәм беҙ был тарих улар өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Өҫтәүенә беҙҙең спектаклдә фильмға инмәгән урындар бар, һәм был бик ҡыҙыҡлы буласаҡ.» 

Свердловск музкомедияһы спектаклендә классик сюжеттан ситкә тайпылмайҙар һәм пьесаны хәҙерге заманға яраҡлаштыралар, шуға күрә тамашасылар XX быуат аҙағы атмосфераһына сумасаҡ. Бөтә ҡанатлы фразалар ҙа һаҡлап ҡалына – «Людк, ә Людк!» Тьфу, ауыл!; «Ниндәй мөхәббәт? Шундай мөхәббәт!»; «Микард инфаркты. Бына шундай йәрәхәт!; «Эх, Вася, Вася!»…

 

Театр актрисаһы Светлана Кадочникова Надюха ролен башҡарыусы: «Тексты өйрәнеү ауыр булды, сөнки беҙ хәҙер улай һөйләшмәйбеҙ. Һөйләмдәге әйләнештәр беҙҙең телгә ауыр бирелә. Айырым актерлыҡ бурысы – кино вариантына йүнәлеш алыу түгел, ә үҙ ролеңдә нимәлер табыу. «Үҙемдеке» күберәк булһын өсөн, мин махсус рәүештә фильмды ҡараманым. Әммә пьесаның тексы үҙе үк билдәле интонациялар менән тулы. Йәғни унда шулай тип яҙылған: «Людк». Ә был билдәле бер интонация, ул фильмда иҫ киткес актерҙар менән булған, һәм башҡа интонация менән һин был һүҙҙе әйтә алмайһың. Шуға күрә ҡайһы бер интонацияларҙы үҙең эҙләмәйһең, ә улар текста ята.»

 

25 августа Свердловск музкомедияһы артистары башҡарыуында музыкаль комедия-фарс – «Тетка Чарли». Брендон Томас пьесаһы буйынса ҡуйылған спектакль, донъя драматургияһы тарихында иң яҡшы комедияларҙың береһе. Был әҫәрҙең оҙон һәм бәхетле яҙмышы бар – донъяның төрлө телдәрендә кәм тигәндә утыҙ экранизацияһы билдәле. Рәсәйҙә «Тетка Чарли»ҙың тарихы 1894 йылдан билдәле. СССР-ҙа «Һаумыһығыҙ, мин һеҙҙең инәйегеҙ» исемле «халыҡ комедияһы» статусын пьеса 1975 йылда Александр Калягин ҡатнашлығында төшөрөлгән фильм арҡаһында ала.

Свердловск музыкаль комедия театрының спектакле көлкөлө генә түгел, ә ғәҙәттән тыш элегантлы ла: сәхнәлә еңел, бәйләнгән павильон кеүек, аҡ пианино һәм хатта бәләкәй фонтан ҡуйылған. Был мөхәббәт тураһында лирик комедия: өс оксфорд студенты, һөйгәндәренә кейәүгә сығырға рөхсәт алыу өсөн, хәйләгә бара, өсөһөнөң береһе ҡатын-ҡыҙ кейемен кейә!.. Телһеҙ кино короле Чарли Чаплин «көлкөһөҙ көн – юғалған көн» тип әйткән. Бер көндө лә, бер сәғәтте лә, бер минутты ла юғалтмағыҙ – «Тетка Чарли»ға барығыҙ һәм һеҙ бығаса булмаған юмор ҡарап, яҡшы кәйефтә ҡайтасаҡһығыҙ.

 

28 августа «Алые паруса» – мюзиклды иң популяр композитор Максим Дунаевский яҙған. Әйткәндәй, нәҡ «Алые паруса» спектакле менән театр менән бөйөк маэстро араһында кешелек һәм профессиональ дуҫлыҡ башлана һәм әле лә дауам итә. Свердловск музкомедияһы сәхнәһе илдең музыкаль театрҙары араһында беренсе булып тамашасыға «Алые паруса» мюзиклын тәҡдит итә. Александр Гриндың матур һәм романтик әкиәте таныш сюжеттың көтөлмәгән сәхнә версияһын ала. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Кирилл Стрежнев замансараҡ һәм реалистик тарих ижад итә: диңгеҙ буйындағы ҡасабала тормош ашыҡмай аға: ирҙәр диңгеҙгә китә, ҡатын-ҡыҙҙар уларҙың ҡайтыуын көтә. Кистәрен халыҡ трактирҙа юғала, ә серле юлбаҫар Эгль уларға әкиәттәр һөйләй. Тап ул диңгеҙсе Лонгрендың ун ике йәшлек ҡыҙына «ал елкәнле аҡ капитан тураһында» матур легенда һөйләй. Спектаклдең финалы ҡаҡшамаҫ булып ҡала – ал елкәндәр аҫтында бәхетле Ассоль Грейҙың ҡосағында йырлай.

 

Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Свердловск дәүләт академия музыкаль комедия театры Өфөлә
Автор: Ануза Якупова
Читайте нас