Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Наталья Лапшина хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, армия мәҙәниәте көндәре Өфөлә 22 августа башлана. Был көндө бөтә музейҙарҙа тематик күргәҙмәләр һәм экспозициялар асыла.
"Өфөлә Совет майҙанында тантаналы асыу тантанаһы көндөң төп ваҡиғаһы буласаҡ.
Тантана сиктәрендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнөнә арналған флагтар парады үтәсәк. Парадта Рәсәй хәрбиҙәре, кадет корпустары, Башҡортостан юнармейсылары формированиелары уҡыусылары ҡатнашасаҡ", – тине ул.
Тантананан һуң бөтә ҡунаҡтарҙы “Көҙ романтикаһы” III халыҡ-ара классик музыка фестивален асыу концерты көтә. Беренсе көндә “Һуғыш йылдары йырҙары” яңғыраясаҡ. БР дәүләт академия симфоник оркестры менән берлектә легендар йырҙарҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған артистары Асҡар Абдразаҡов, Василий Ладюк, Беларусь Республикаһының атҡаҙанған артисы Оксана Волкова башҡара.
Армия мәҙәниәте көндәре федераль проекты Башҡортостанда 22-27 августа үтәсәк. Фестиваль сиктәрендә бөтә республика буйынса 300-ҙән ашыу сара планлаштырылған. Өфөнөң Совет майҙанында был көндәрҙә киске концерттар, музыкаль фестивалдәр һәм саҡырылған артистарҙың сығыштары үтәсәк, улар теләгән һәр кемде 18.00 сәғәттән көтә.
Проект баш ҡаланы ғына түгел, республиканың барлыҡ муниципалитеттарын да солғап аласаҡ. Саралар уҙғарыу осоронда, 22-27 августа, Башҡортостан ҡалаларында Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбленең, шулай уҡ “Ҡыҙыл йондоҙ” йыр һәм бейеү ансамбле, А.В. Александров исемендәге йыр һәм бейеү ансамбле артистарынан һәм Ленинград хәрби округы артистары торған йыйылма бригаданың күсмә концерттары була.. Шулай уҡ айырым гастроль планы буйынса концерттарын “Рубин йондоҙо” Фронт ижади бригадаһы тәҡдим итә, уның ансамбле артистары махсус хәрби операция үткәреү зонаһында даими рәүештә концерттар менән сығыш яһай.
Фото: "Башинформ".