Конкурста Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән: Тыванан, Алтайҙан, Бүрәтстандан, Ҡалмыҡстандан, Хакасиянан һәм Башҡортостандан 20 башҡарыусы ҡатнашты. Башҡорт филармонияһы солисы жюри ағзаларын һәм тамашасыларҙы үҙенең таланты менән әсир итте, беренсе турҙа Аяс Данзырын яҙған – «Әсәй» йырын, икенсеһендә «Уралым» башҡорт халыҡ йырын тыва телендә башҡарҙы.
Тыва йырын башҡарыуы тамашасыларҙа айырыуса һоҡланыу уятты. Салауат Мөхәмәтйәров хистәре менән дә уртаҡлашты: «Овациялар һәм алҡыштар иҫ киткес булды! Мин тыва тамашасыларының мине нисек ҡабул итеүенә һоҡландым. Уларҙың туған телендә йырлағандан һуң зал мине ебәрергә теләмәне, тамашасылар аяҡ үрә баҫып алҡышланы. Бына ул халыҡ һөйөүе! Унда бөтә кешеләр ҙә бик ҡунаҡсыл һәм изге күңелле. Мин бик бәхетле!».
Үҙенең оҫталығы һәм ихлас башҡарыуы менән Салауат Мөхәмәтйәров башҡорт музыка мәҙәниәтенең байлығын күрһәтте һәм төбәктәр араһында ижади бәйләнештәрҙе нығытты.
Алдын согун (Алтын уҡ) халыҡ-ара эстрада йыры конкурсы йыл һайын Тывала үткәрелә һәм тыва эстрадаһы үҫешенә ҙур өлөш индергән республиканың атҡаҙанған артисы Аяс Данзырын иҫтәлегенә арнала. Конкурс төрлө илдәрҙән һәм төбәктәрҙән йәш башҡарыусыларҙы йыя, уларға мәҙәни тәжрибә уртаҡлашыу һәм ижади үҫеш өсөн майҙансыҡ бирә.