Был ауылды «игеҙәктәр ауылы» тип атайҙар. 1965 йылдан башлап унда күпләп игеҙәк балалар тыуа. Бөгөнгө көндә ауылда 20 пар игеҙәк йәшәй.
Медицина фәндәре докторы Ирина Филатова эфирҙа бындай тыуымдың төбәк экологияһы һәм йөклөлөккә тиклем һәм уның ваҡытында ҡатын-ҡыҙҙарҙың дөрөҫ туҡланыуы менән бәйле булыуын билдәләне. Шулай уҡ программала ҡатнашҡан ауыл игеҙәктәре ДНК-тест үтте. Һөҙөмтәләр уларҙың туғандаш булыуын күрһәтә һәм бындай аномалияның сәбәбе дөйөм ген.