Яңы аҙна ямғырҙар һәм һыуыҡтар килтерәсәк, тип хәбәр итте синоптиктар. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен йәшнәүе, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүесән. Һауа температураһы көндөҙ +24, +29°.
Шишәмбе, 3 июндә, көндөҙ ҙә, төндә лә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14°, көндөҙ +17, +22°.
Шаршамбы, 4 июндә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9, +14°, көнсығышта +4°, көндөҙ +19, +24°.