-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Апрель 2025, 21:14

Башҡортостанда илдәге беренсе һанлы имам эшләй башланы

Башҡортостанда илебеҙҙәге тәүге һанлы имам эшләй башланы. Республика мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин хәбәр итеүенсә, Өфөлә эшләнгән «Һанлы имам» мобиль ҡушымтаһынан яңылыҡтарҙы, намаҙ ваҡытын, ҡибла йүнәлешен белергә һәм башҡа мәғлүмәттәр менән танышырға була.

Башҡортостанда илдәге беренсе һанлы имам эшләй башланы
Башҡортостанда илдәге беренсе һанлы имам эшләй башланы

Бынан тыш, һәр кем үҙенең шәхси кабинетында онлайн режимда хәйер һалырға мөмкин. Әйткәндәй, яңы һанлы имам ярҙамында ике аҙна эсендә 800 мең һум йыйылған.

Виртуаль остаз Өфөнөң Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы менән берлектә ҡулланыуға индерелде, тип белдерҙе мөфтөй үҙенең телеграм-каналында.

Автор:
Читайте нас