Билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның йортонда республиканың төп театрында уның әҫәрҙәре буйынса буласаҡ постановка хаҡында һөйләшеү көнөндә донъяға килгән был бәрәс. Ошо көндәрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов, режиссер һәм оператор Руслан Юлтаев Һәм сценарист Динара Ҡәйүмова Ейәнсура районында эшлекле сәфәрҙә булған. Ижади командировка мәлендә улар яҙыусы, журналист Һәм тәржемәсе Гөлсирә Ғиззәтуллина менән осрашҡан.
Һуңғы йылдарҙа Гөлсирә Мирза ҡыҙы тыуған яҡтарында — Ейәнсура районының Иҙәш ауылында йәшәй, йорт һалып инә, баҡса үҫтерә, ҙур булмаған хужалыҡ та аса. Яҙыусы үҙенең хужалығында 25 кәзә тота икән. Өйгә ингәс тә яңы тыуған кәзә балаһын күреп ҡала башдрам вәкилдәре. Ә быға тиклем тыуғандары кәртәлә булған, Айрат Әхтәм улы, премьера алдынан үҙенең спектаклдәрен ҡарап, бәпләп йөрөгән һымаҡ, кәзә бәрәсен күреп ҡалып, уны ҡосағына алып яратып,киләсәктә ҡуйыласаҡ спектакль хөрмәтенә Башдрам тип исем ҡушырға тәҡдим итә. Гөлсирә апай ризалаша һәм хәҙер был кәзә балаһының тарихҡа инәсәген билдәләй. Ҡунаҡтар ҡайтып киткәндән һуң, тағы ла биш кәзә бәрәсе тыуған икән...
Тулыраҡ: https://www.bashinform.ru/news/culture/2025-02-03/v-bashkirii-kozlyonka-narekli-bashdramom-4106366