Фестиваль барышында «Башҡортостан Республикаһында этно-рокты үҫтереү мөмкинлектәре» түңәрәк өҫтәле була, унда рок төркөмдәре етәкселәренең ҡатнашыуы көтөлә. Лазер һәм ут шоуы, шулай уҡ лотерея уйнатыу ойошторола.
Проект милли рок мәҙәниәтенең иң яҡшы традицияларын популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә, ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталығын күтәреүгә, туған телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә, рок музыкаһын һөйөүселәрҙе һәм башҡарыусыларҙы берләштереүгә йүнәлтелгән.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн республикабыҙҙың һәм күрше төбәктәрҙең рок төркөмдәренән ғаризалар ҡабул ителә. Ҡатнашыусылар өсөн мотлаҡ шарт — тере тауыш менән сығыш яһау һәм туған телдә йырлау.
Белешмә өсөн телефондар: 8 (347) 289-65-50 – Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Элита Йыһангирова (Өфө), 8 (34758) 2-15-58 – Лариса Мәмбәтова (Аҡъяр ауылы), 8 (34758) 2-13-65, 2-14-76 – Гөлиә Иштанова (Аҡъяр ауылы).
Фестивалде Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Хәйбулла районы хакимиәте ойоштора.
Фото:Республика халыҡ ижады үҙәге