Башҡорт халыҡ ижады иҫ киткес бай, быуаттар дауамында һаҡланып, телдән-телгә, быуындан-быуынға күсеп килеүсе аҫыл ҡомартҡы, изге мираҫ. Бик күп әҙәби жанрҙар халыҡ ижады традицияларына таянып ижад ителгән. Күренекле башҡорт ғалимы-әҙәбиәтсеһе, яҙыусы, уҡытыусы Ким Әхмәтйәнов "Тимәк, халыҡ ижады яҙма әҙәбиәт өсөн ҡомартҡы ғына түгел, бәлки йәнле тел асҡысы, шиғриәт асҡысы ла икән", - тип юҡҡа әйтмәгәндер. Был фекерҙе Бөрйән районы егете Нурислам ВӘЛИӘХМӘТОВ та йөпләй һәм башҡорт фольклорына нигеҙләнгән "Башҡорт фантазияһы һуҡмаҡтары буйлап" квест-антология әҙәби проектын тормошҡа ашырыу буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып бара. Уның менән проект хаҡында ҡыҫҡа әңгәмә ҡорҙоҡ.
Үҙең хаҡында бер-ике кәлимә һүҙ әйтһәңсе...
- Мин Башҡорт дәүләт медицина университетының 4 курсында белем алам, буласаҡ балалар табибы. Уҡыуҙан буш ваҡытымда хикәйәләр уҡырға һәм яҙырға яратам. Айырыуса фантастик әҫәрҙәр, мистик хикәйәләр күңелемә яҡын. Киләсәктә китаптарымды магазин кәштәләрендә, дәүләт һәм шәхси китапханаларҙа күрергә хыялланам.
Башҡорт халыҡ ижади ҡомартҡыларын тулы килеш киләһе быуынға алып барып еткереү, балаларҙа һәм йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу өсөн уны популярлаштырыу мөһим. Был йәһәттән дәүләт кимәлендә төрлө яҡлап эшмәкәрлек алып барыла: китаптар баҫыла, әкиәттәр буйынса конкурстар ойошторола һәм башҡалар. Минең проектым да башҡорт фольклорын популярлаштырыу, уны төбәктә генә түгел, ә республиканан ситтә лә киң таратыу маҡсатынан сығып эшләнгән.
- Ни өсөн нәҡ ошо йүнәлеште һайланың?
- Бәләкәй саҡта әсәйем, Аҡыева Айнабад Нургилде ҡыҙы, һәр ваҡыт башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләр ине. Шулай уҡ башҡорт халҡының легенда һәм риүәйәттәрен белеп үҫтем. Ғөмүмән алғанда ла, Бөрйән ере мөғжизәләр иле, мифология менән бәйле төбәк. Унда тыуып үҫеүем дә минең был йүнәлештәге ҡыҙыҡһыныуыма үҙ эҙен һалғандыр.
Ә башҡорт халыҡ әкиәттәрен, риүәйәт һәм мифтарын әүҙем уҡый башлағандан һуң ошондай проектҡа тотонорға ҡарар иттем. Ни өсөн башҡорт халҡының шул тиклем бай мәҙәни ҡатламы йәш быуындың, балаларҙың иғтибарынан ситтә ҡала һуң, тигән һорау тыуҙы миндә. Мәҫәлән, славян, скандинав фольклоры темаһына нигеҙләнеп эшләнгән һәм, иң мөһиме, нәҡ йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы булған китаптар бар. Ләкин башҡорттарҙа ла һөйләр, күрһәтер һәм барыһын да илһамландырыр өсөн бындай сығанаҡтар байтаҡ. Үҙем, фантастик әҫәрҙәр уҡырға һәм яҙырға яратҡан кеше булараҡ, бының ни тиклем шәп, модалы, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән файҙаланыуын күрәм һәм был йүнәлеште үҫтерергә, был хаҡта яҙырға кәрәк икәнен яҡшы аңлайым. Башҡорт фольклорындағы "Аждаһа", "Ай тәңре", "Аҡбуҙат", "Албаҫты", "Бисура" һәм башҡа мифик заттар үҙҙәре үк фантастик әҫәр геройҙары булырға "ынтылып" тора, ә "Башҡорт фантастикаһы" ниндәй үҙенсәлекле яңғырай.
Проект тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ишетергә ине...
- "Башҡорт фантастикаһы һуҡмаҡтары буйлап..." квест-китабына 15 хикәйә индереләсәк. Уларҙың авторҙары төрлө һөнәр эйәләре, шулай уҡ уҡыусылар һәм студенттар бар. Әҫәрҙәр башҡорт фольклорында яҡтыртылған мифологик заттар, риүәйәт, легендаларҙа һүрәтләнгән образдарға таянып ижад ителгән. Һәр хикәйә фантастик сюжетҡа ҡоролған ҙур булмаған текст һәм башэшләткес менән тулыландырыласаҡ. Уларҙы үтеп сығыу өсөн тәү сиратта хикәйәләрҙе уҡырға, башҡорт фольклорына мөрәжәғәт итергә кәрәк буласаҡ.
Әлеге ваҡытта конкурс эштәрен ҡабул итеү тамамланды. Конкурсҡа Рәсәй төбәктәренән, Беларусь һәм Молдова республикаларынан һәм башҡа илдәрҙән йөҙгә яҡын эш ҡабул ителде. Әлеге мәлдә уларҙы баһалау бара, финалистар исемлеге март уртаһында иғлан ителәсәк, ә китапты презентациялау һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы май аҙағында уҙасаҡ, тип планлаштырабыҙ.
Китаптарҙы һуңынан республика китапханаларына тапшырырға ниәт итәм, шулай уҡ бушлай электрон версияһын эшләргә, конкурс еңеүселәре өсөн билдәле яҙыусылар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ойошторорға уйлайым.
Китап сығарыу еңел һәм осһоҙ түгел. Был мәсьәләне нисек хәл иттең?
- Уҙған йылда "Самрау-Тау-2023" төбәк форумында ҡатнаштым, унда беҙҙе төрлө проекттарҙы нисек яҙырға өйрәттеләр, социаль проектлау тураһында һөйләнеләр. Мин ошо форумда үҙемдең проектым - башҡорт фольклорындағы мифик заттарҙы ҡулланып яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙән торған квест-антологияһы - менән таныштырҙым. Грантҡа тәҡдим иткән проектым "сейерәк" булһа ла эксперттарға оҡшаны, мин 3-сө урын яуланым һәм 20 мең һум аҡсаға лайыҡ булдым. Ләкин был аҡса проектты тормошҡа ашырыу өсөн етмәй ине, шуға күрә "iВолга-2023" Бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә ойошторолған "Росмолодежь. Гранттар" конкурсына ла үҙемдең проектты ебәрҙем. Бөтә илдән йыйылған йәштәр араһында минең проект юғары баһаланды һәм 515 мең һумлыҡ грантҡа эйә булды. "Башҡорт фантастикаһы һуҡмаҡтары буйлап" квест-антологияһы донъя күрһен өсөн бөтә шарттар ҙа уңайлы тыуып торҙо, тимәк, эшебеҙ китап уҡыусы тарафынан да йылы ҡабул ителер, тип өмөт итәм.
Проект өҫтөндә эшләү барышында ниндәй ауырлыҡтар тыуҙы?
- Иң ауыры - бындай проекттың кешеләргә, йәмғиәткә кәрәкме-юҡмы икәнлеген аңлау. Актуаль проектмы ул? Халыҡ тарафынан нисек ҡабул ителер? Тәүҙә минән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәгән эш менән булған кеүек тойола ине. Мәҫәлән, конкурс тураһындағы мәғлүмәтте таратыу маҡсатында төрлө ойошма һәм учреждениеларға мөрәжәғәт иттем. Ҡайһы берҙәре шунда уҡ күтәреп алып, үҙҙәренең социаль селтәрҙәрендә, сайт һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтарында конкурс хаҡында белдереү яһаны. Ә күпселек ойошмаларҙан бөтөнләй яуап та, ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу ҙа булманы. Был бит беҙҙең фольклорыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ.
Ләкин мин үҙ-үҙемә ышанам, яҡындарымдың һәм дуҫтарымдың ярҙамына таянам. Шулай уҡ проект тураһында һорау алыуҙар (опрос) ҙа уның актуаль һәм кәрәк булыуын күрһәтте. Шуға күрә башҡорт халҡының мираҫын һаҡлауға, үҫтереүгә, популярлаштырыуға йүнәлтелгән проектымды дауам итәсәкмен.
Шулай итеп...
Нурислам кеүек халҡының тарихын, уның фольклорын, мәҙәниәтен бөтә күңеле менән яратҡан йәштәрҙең булыуы һоҡландыра. Улар аңлы, эшмәкәр, маҡсатлы, тырыш. Тимәк, башҡорт фольклоры, халыҡ ижады ынйылары йәшәйәсәк.
Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 2024 йыл
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=6596