28 июндә Өфөлә «Беҙ бергә» беренсе инклюзив эко-мәҙәниәт һәм ижад фестивале үтә. Ул яңыраҡ арабыҙҙан киткән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы, «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе етәксеһе, йәмәғәт эшмәкәре, Наил Лотфуллин исемендәге Хәҙерге сәнғәт музейына нигеҙ һалыусы һәм уның директоры Вәсил Ханнановтың иҫтәлегенә бағышланған. Фестиваль барышында Тамерлан Ханнановтың шәхси күргәҙмәһе һәм «Үҙгәрәйек» социаль-экологик проектының презентацияһы асыла. Тамерлан Ханнанов - Вәсил Ханнановтың улы, балалар церебраль фалижы менән диагнозы йәшәгән уникаль рәссам. Атаһы бала саҡтан улын ижадҡа йәлеп иткән, уртаҡ күргәҙмәләр ойошторған. Һынлы сәнғәт аша Тамерлан үҙенең һәләттәрен тормошҡа ашыра, донъяға үҙенсәлекле ҡарашын һынландыра. Фестивалдә ҡаланың ижади кешеләре ҡатнаша. Сара программаһында Iren Moon йырҙары һәм каверҙары яңғыраясаҡ.
Шулай уҡ Артур Әлимғужиндың көршәксе сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәресе һәм ҡулдан һылап яһау буйынса ассистент Гөлназ Шәйбәкованың оҫталыҡ дәресе планлаштырылған. Экспресс-подиум, фотограф Һәм стилист Даниэл Морару оҙатыуындағы фотозона ҡуйыласаҡ. РФ Рәссамдар Союзы ағзалары Нелли Акчурина һәм Ольга Цимболенко туҡымаға художестволы биҙәк төшөрөү буйынса тағы бер оҫталыҡ дәресе үткәрә. Программаны Крапаль төркөмө концерыт тамамлай. Фестиваль Карл Маркс урамы, 32 адресы буйынса үтәсәк.