– Яҡындарың һинең сәхнә кешеһе булырға тигән теләгеңә ҡаршы килмәнеме? – тип башлап ебәрҙем «Нур» театры актрисаһы Айгөл Юнысова менән әңгәмәне.
– Әнейем, тормоштарын сәхнәгә бағышлаған кешеләргә ҙур сабырлыҡ кәрәклеген белгәнгә күрә лә, мине актриса итеп бик күргеһе килмәй ине, әлбиттә. Әммә ул һис ҡасан да минең теләгемә ҡаршы килмәне. Мин мәктәптә уҡығанда, биология һәм химияны ярата инем, стоматолог булырға ла йыйындым. Ошо йүнәлеш буйынса етди генә әҙерләндем дә, Ҡазанға медицина университетына барырға уйланым. Тик күңелдә, хыялда барыбер театр йәшәй ине, һәм ошо ҡанатлы теләк еңде! – тип яуапланы актриса.
Һуңынан иһә һүҙ ғаиләһе, берҙән-бере менән танышып ҡауышҡан мәлдәре хаҡында дауам итте.
Тормош иптәше лә ижади кеше булғас, ғаиләлә бар нәмәгә, хатта ябай ғына, кескәй генә матур ғәмәлдәрҙән башлап, өйгә ремонт кеүек күләмле эштәргә тиклем ижади ҡарап, илһамланып тотоноу емешле һөҙөмтәләр бирә икән.
Һөйгәне Алмаз Юнысов менән студент саҡтан бирле дуҫлашып йөрөйҙәр. Бер осорҙа З.Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһында уҡыйҙар. Алмаз – хор-дирижер бүлегендә, Айгөл театр факультетында белем ала. Бер ятаҡта йәшәп, дуҫ булып, ҡунаҡҡа йөрөшөп күңелле йәшәй студенттар. Ул ваҡытта дәртле татар дискотекалары бик популяр саҡ. Алмаз игеҙәге Айҙар менән сығыш яһай, ә бер көн улар Айгөлгә һәм әхирәте Эльвираға бергә сығыш яһарға тәҡдим итәләр. Егеттәрҙең сығышын бейеүҙәр менән биҙәп (подтанцовка булараҡ), уларға ярҙамлашҡан ҡыҙҙар башта яҡын дуҫтарса мөнәсәбәттә булалар. Әммә Айгөл Алмаздың үҙенә ҡарата етди ҡарашта булыуын аңлап ҡала. Уйында мөхәббәт бөтөнләй юҡ кеүек тойолһа ла, Алмаздың үҙенә битараф түгеллеген белгәс, ҡыҙҙың йәш йөрәгенә уй төшә инде ул. 2011 йылда Айгөл «Нур» театрына урынлаша, Алмаз да ошо уҡ театрҙа эшләп йөрөгән була. Шунда бер ижади мөхиттә эшләгәс, осрашыуҙар йышая, мөхәббәт уты дөрләп ҡабына. Бер йыл бергә эшләгәс, 2013 йылдың февралендә никах уҡытып, ғаиләгә нигеҙ һалып ҡуя йәштәр.
Үҙе тыуҙырған барлыҡ образдарҙы яратһа ла, алсаҡ күңелле Айгөлгә шаян ролдәр бик оҡшай.
– «Хыял йорто», «Тыҡрыҡта булды был хәл» спектаклдәрендәге шуҡ ҡыҙҙар ролен кинәнеп уйнайым, – ти ул. Ә бына иң ауыр бирелгән роле хәтеренә ныҡ уйылып ҡала. Ул – Наил Ғәйетбай әҫәре буйынса режиссер Илдар Вәлиев ҡуйған «Иректең дә сиге бар» спектаклендәге Зифа роле. Уны тормош шундай ауыр шарттарҙа ҡалдыра. Тормошта талашыу, ҡысҡырыу кеүек нәмәләрҙән бик ситтә торғанлыҡтан, Зифаның ярһыу хистәрен сығарыу, килештереп уйнау ҡыйын була Айгөлгә. Образға инергә тырышып, өйҙә лә репетициялар эшләй. Ә береһендә ире Алмаз күрше бүлмәнән сығып, «Айгөл, зинһар, өйҙә ҡабатлама, Айваз улыбыҙ өҫтәл аҫтына инеп илай башланы», – ти. Улы ла: «Әни, башҡаса улай өйҙә ҡысҡырып әрләшмә», – тип үтенә. Бер ҡасан да өйҙә талаш ишетмәгән бала үтенесен тотоп, репетицияларҙы өйҙә үткәрмәй ул хәҙер.
Ғаиләлә берҙән-бер бала булһа ла, иркә булып үҫмәй Айгөл. Әсәһе Гөлфиә ханым бәләкәйҙән үк ҡыҙын эшкә, тырышлыҡҡа өйрәтә. Айгөл мең рәхмәтле булып, әсәй биргән тәрбиә алымдарын хәҙер инде үҙе ҡуллана.
Эштәре бик тығыҙ булһа ла, арыһа ла, бала һорағанда эштәрен ситкә ҡуя атай менән әсәй. Тормош иптәше – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, музыкант, композитор, автор-башҡарыусы Алмаз Юнысов ғаиләһенә оло таяныс. Улдары Айваз атаһы менән дә бик дуҫ, күп ваҡытты бергә уҙғаралар.
«Улыбыҙ минең кеүек бейергә, Алмаз кеүек йырларға ярата һәм баянда бик оҫта уйнай. Робототехника менән ҡыҙыҡһына. Өйҙә беҙ тик туған телдә аралашабыҙ. Шуға күрә лә улыбыҙ ҙа татар йырҙарын йырлай һәм шиғырҙар һөйләп төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Бәләкәс булыуына ҡарамаҫтан, спектаклдә лә ҡатнашып өлгөрҙө Айваз. Зифа Ҡадированың әҫәре буйынса «Фатима» спектаклендә бала ролен уйнаны, беҙҙең менән бергәләп гастролдәрҙә бөтә Рәсәй буйлап йөрөгән бәләкәй актерыбыҙ ул», – тип һөйөнөсө менән уртаҡлаша әсәй кеше.
– Театрҙан бер ҡасан да туйғаным булманы. Үҙемдең профессиямды, театрҙы, коллегаларымды шул хәтлем яратам, етәкселәремде һөнәри оҫталығы өсөн бик хөрмәт итәм. Минеңсә, беҙҙең профессия бик тә ҡыҙыҡлы, ул профессиянан туйып булмайҙыр, сөнки беҙ көн дә яңы образ өҫтөндә эшләйбеҙ, спектаклдәрҙә тормошто сағылдырабыҙ. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә гастролдәр менән барабыҙ, тәьҫораттар менән алышабыҙ. Былар барыһы ла бик ҡыҙыҡ, рухи аҙыҡ һәм күңелде байытыр ғәмәлдәр. Мин үҙем кешеләр менән һөйләшергә, аралашырға яратам, шуға күрә лә кеше араһында булыу, уларҙың күңелен күтәрер, байытыр өсөн эшләү бик рәхәт.
– Башҡа бер генә һөнәр ҙә үҙенә ылыҡтырманы инде? Тағы ла ниндәй яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәй икән йәш ғаилә? – тип тә ҡыҙыҡһынам.
– Үҙемде телетапшырыуҙар алып барыу буйынса һынап ҡарарға, тигән теләгем бар ине. Ул теләк бойомға ашты, бына инде биш йыл дауамында «Туған тел» каналында «Йырым һиңә, ҡәҙерлем» исемле тапшырыуҙы алып барам.
Маҡсаттың иң мөһиме – улыбыҙ Айвазға яҡшы тәрбиә бирергә, яҡшы кеше булып үҫкәнен күрергә.
Ә инде һөнәри ниәттәргә килгәндә, яңы ролдәр ижад итергә, яңы шиғырҙар һөйләп, видеояҙмалар эшләргә тигән маҡсаттар менән янам.
Буш ваҡыт юҡ тиерлек, көндөҙ репетициялар, кисен спектаклдәр, телевидениелағы эш. Бейергә лә яратам, шуға күрә бейеүгә, ритмик хәрәкәткә битараф түгелмен.
Үҙемде режиссерлыҡ һөнәрендә лә һынап ҡараным. Быйыл мине 157-се балалар баҡсаһына саҡырҙылар. «Ҡояш балалары» тип аталған театр-студияла мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән әүҙем эш башланыҡ. Һәр баланың үҙенсәлегенә ярашлы ролдәр әҙерләү, музыка ҡоралдары оҙатыуында, йыр-бейеү менән аралаштырып бик ҡыҙыҡлы проектымды булдырҙым. Балалар менән әкиәттәр әҙерләйбеҙ. Аллаһ бойорһа, июнь айында тәрбиәләнеүселәрем менән баҡсабыҙ сәхнәһендә матур бер әкиәт ҡуйырға ниәтләнәбеҙ.
Беҙҙең театрҙа йәштәр өсөн бик матур проект эшләп килә. Беҙ уны, нигеҙҙә, уҡыусы балаларға, студенттарға күрһәтәбеҙ. «Һәм тағы ла мөхәббәт хаҡында» тип аталған был үҙенсәлекле тамашала артистар һәм үҫмерҙәр бергәләп сығыш яһайбыҙ, улар илһөйәрлек, Тыуған ил, әсә, мөхәббәт темаларына үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыйҙар, актерлыҡ һәләттәрен асалар. Ошо матур эштең әүҙем ҡатнашыусыһы булыуыма бик шатмын.
Ижад донъяһында гиҙеп йәшәү ҡанат ҡуя, яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәй.
Үҙемдең булмышымда булған һәләт – хазина менән кешеләрҙе ҡыуандырып, театр тигән илдә йәшәүем менән бик бәхетле мин, – ти әңгәмәсем.
Айгөлгә ижади уңыштар, бәхетле тормош миҙгелдәре теләйбеҙ!
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА