КЕМ ЫҘМАҺЫ ИҢ БЕЙЕК?
Харап ирмәк ул Шәһиҙулла ағайым. Уйлап сығармаған уйыны, әйтмәгән йомағы юҡ уның. Бына әле лә уйын тиһәң, уйын түгел, йомаҡ тиһәң, йомаҡ түгел, бер мәрәкә тамаша уйлап сығарҙы.
— Малайҙар!—тине ул. Беҙ бөтәбеҙ ҙә уның ауыҙына төбәлдек, — Кем ыҙмаһы иң бейек, малайҙар?
Беҙҙең ҡараштарыбыҙ, әлбиттә, иң тәүҙә һатыусы Шәмсулланың сарҙаҡлы өйөнә юнәлде.
— Шәмсулланыҡы! — тине һәр нәмәгә алдан тығылып барыусы Ибрай. Шунда уҡ Шәһиҙулланың ҡырлы дәү йоҙроғо тегенең яңағына килеп ҡунды. Беҙ, аптырап, шымып ҡалдыҡ. Шул уҡ тауыш менән шул уҡ һорауҙы ҡабатланы ул:
— Кем ыҙмаһы иң бейек, малайҙар?
Был юлы башлыҡтың тиҫтере тыңҡыш Вәлетдин үҙенең зирәклеген, тапҡырлығын күрһәтмәксе булды:
— Хыт аҫ, хыт киҫ, иң дөрөҫөн үҙем әйтәм: самай, самай бейеге —Баҙар урамындағы Әхмәр мулланың ыҙмаһы. Ышанмаһаң... ышанмаһаң... — Нимә буласағын Вәлетдин әйтеп бөтөрөргә лә өлгөрмәне, баяғы йоҙроҡ уның ҡолағын өтөп алды.
Беҙҙе тамам ҡаушау алды. Ауылда беҙ белмәгән, беҙ күрмәгән, тик башлыҡтың бер үҙенә генә билдәле бейектән-бейек өй барҙыр, күрәһең. Тағы бер-ике малай, Ташбулат ҡарт менән Әғләм тимерсенең өйөн атап, бәхет һынап ҡараны. Әммә уларҙың
яуабына ла шул уҡ баһа бирелде. Ҡапыл ҡайҙандыр юғарынан төшөп, минең башыма иҫ киткес аҡыллы бер фекер килеп инде. Шул саҡ бөтә тәнемә рәхәт бер ҡалтырау таралды. Йөрәгем леп-леп тибә башланы. Бына хәҙер әйтәм дә бөтә малайҙарҙы бер юлы ҡырып һалам. Мин белгәнде берәү ҙә белмәй. Үҙем дә һиҙмәҫтән, бөтә урамды яңғыратып һөрән һалдым:
— Мәсет манараһы!
Башлыҡ тәүҙә шаҡ ҡатты. Бер ағарынды, бер бүртенде теге. һипкелле танауына тир бәреп сыҡты. Бер талай ваҡыттан әлеге йоҙроҡ минең икмәк шүрлегенә — ауыҙ-морон тирәһен беҙ шулай тип йөрөтәбеҙ — йылт итеп килеп етте. Ләкин ҡағыл-
маны, әкрен генә түбән төштө. — Мәсет ул хоҙай йорто, — тине башлыҡ, — бындай ыҙмалар рәтенә инмәй. Шуны ла белмәйһең,
иҫәүән. — Күрәһең, телгә алғаным «хоҙай йорто» булғанға бишбармаҡтан уҡмашҡан ҡырлы туҡмаҡ мине аяп үтте. Әммә Шәһиҙулланың иҫәп-самаларын мин ярайһы сыуалтып ташланым, ахырыһы. Уйындың ҡыҙығы китте. Малайҙар арлы-бирле буталыша башланы. Ләкин башлыҡ сигенмәне. Уға иң дөрөҫ, иң тапҡыр, иң ғәҙел яуап кәрәк ине.
— һуңғы тапҡыр һорайым: кем ыҙмаһы иң бейек?
Ауыҙ асып өндәшергә берәү ҙә баҙнат итмәне. Шомло тынлыҡ. Бары тыңҡыш Вәлетдиндең танау тартҡаны ғына ишетелә. Шул саҡ уйынға ла, бәхәскә лә һирәк ҡатнаша торған малай — хәйләкәрлеге өсөн Төлкө ҡушаматы йөрөткән Шайхаттар кинәт
телгә килде. Ул бер һүҙҙе әйткәс, икенсеһен көтә-көтә арып бөтәһең.
— Ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит, — тине Төлкө, — бер яҡтан ҡарағанда, Шәһиҙулла ағай, һеҙҙең ыҙманың ҡыйығы ҡалҡыу, икенсе яҡтан ҡарағанда, мөрйәһе юғары. Шулай булғас, иң бейеге һеҙҙең ыҙма булып сыға инде. һеҙҙең ыҙма!
Уға ҡушылып, тағы ике-өс малай ҡабатланы:
— һеҙҙең ыҙма! һеҙҙең ыҙма! Иң бейеге — һеҙҙең ыҙма!! — Кемдер кәпәс тә сөйөп ебәрҙе. Башлыҡтың йөҙө балҡып китте. Ерән сәс бөртөктәрендә ниндәйҙер баҡыр нурҙар сағылып уйнаны. Шулай ҙа бөтөнләй иреп төшкәнен күрһәтмәҫкә тырышты ул. Эре генә йомғаҡ яһап ҡуйҙы:
— Ана шулай, күрә белгән күҙгә күренә ул. Бейекте тәпәштән айыра белергә кәрәк! — Ул тешараһынан сырт итеп төкөрөп ҡуйҙы. Ә үҙе Шайхаттар яғына әйләнеп тә ҡараманы.
Күреп торабыҙ. Ана, ҡаршыла ғына Шәһиҙулланың атаһы Кәшфулла ағайҙың бер яҡҡа янтая төшкән, һалам түбәле тәпәш өйө ултыра. Урамға ҡараған ике тәҙрәнең береһенә аҫҡы өлгө урынына мендәр тығылған. Мөрйәһе лә әллә ҡайҙа китмәгән.
Әммә төтөнө тура сыға, бейек күтәрелә. Бик бейек күтәрелә төтөнө.
Ошондай иң тапҡыр, иң дөрөҫ, иң ғәҙел яуап табылғас, малайҙар хәстәрҙән бушап, иркеләйеп ҡалды. Күпме баш ватҡан булдыҡ. Баҡһаң, йомаҡтың асҡысы эргәлә генә торған икән! Минең әсемдә шулай ҙа бер төйөр ҡалды. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кем ыҙмаһы бейек һуң әле?
Тик үҫә төшкәс кенә мин ул һорауға бер сама яуап табасаҡмын — кемдең йоҙроғо ҡаты, шуның ыҙмаһы бейек була...
Мәсет манараһынан мәзиндең аҙан ауазы яңғыраны. Йәнемә яңынан байрам рухы ҡайтты. Ергә бөгөн шундай изге көн килде. Бөтә ыҙмалар ҙа бейек, бөтә әҙәмдәр ҙә тигеҙ. Ҡайҙалыр бик яҡында ғына, ахыры, беҙҙең Йәшелтау артында, һарыҡтар
менән бүреләр бер көтөүҙә йөрөй. Резинка галошлы, бәрхәт түбәтәйле, ҡыҙыл ыштанлы, зәңгәр сатин күлдәкле малай шул көтөүҙе көтөп йөрөй. Әле бүреләр, әле һарыҡтар килеп уның ҡулын ялап китә...
(М.Кәрим. "Оҙон - оҙаҡ бала саҡ " әҫәренән өҙөк, фото интернеттан)