Таныған ерҙә буйға хөрмәт, танымаған ерҙә тунға хөрмәт.
Кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар, аҡылына ҡарап оҙаталар.
Итеге тайыш булһа ла йөрәге тайыш булмаһын мәҡәлдәрендә кейем байлығына ҡарағанда аҡыл-күңел байлығына өҫтөнлөк бирелеүе сағыла.
Шулай ҙа кейем кеше тураһында күпте һөйләй: матди тәъмин ителешен, кейем һайлай белеүен - зауығын, бөхтәлек-әрпешлеген, ҡайһы саҡта милләтен, һөнәрен, хатта кәйефен бер ҡараш ташлауҙан тиерлек әйтеп була.
Ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк тигән әйтемдән халҡыбыҙҙың кейенә белеүгә ҙур әһәмиәт биргәнен күрәбеҙ. Бөхтә, килешле кейенеү - кешенең үҙенә лә, кешегә лә ихтирамлы мөнәсәбәте һынланышы:
Йыйнаҡ бул, йыйнаҡлы булһаң, тыйнаҡлы булырһың.
Сәсе-башы туҙыҡ, ялбыр-йолбор ҡиәфәтле әҙәм үҙ-үҙен кәмһетә, ерәнеү тойғоһо, аҡыл камиллығына шик уята йә булмаһа: «Был мине кешегә лә һанламайҙыр, мәсхәрә итергә маташалыр, ихтирам итһә, бындай ҡиәфәттә күренергә тартыныр ине», - тигән фекер тыуа.
Милли эстетика ниндәй сифаттарҙы матурлыҡ категорияһына индергәненә үрҙә миҫалдар килтерелгәйне инде. Һәр заманда һылыулыҡ стандарттары үҙгәреп торһа ла, зифа буй-һын, сәләмәт тән «моданан» сыҡмаған:
Һауаны йондоҙ, ирҙе һаҡал, ҡатын-ҡыҙҙы сәс матурлай.
Күрклегә күмер ҡабы ла килешә.
Матур кешегә бар нәмә лә килешә.
Сусҡаны алтын менән дағалаһаң да ат булмаҫ
тигән әйтемдәр тәбиғи матурлыҡ күҙалланышына тағы бер миҫал. Сәс магик көскә лә эйә тип һаналғанлыҡтан, уны ҡырҡтырыуҙан бик һаҡланғандар, ниндәйҙер ҡаты ауырыу ғына (мәҫәлән, беттән йоға торған тиф) ҡағиҙәне боҙоуға сәбәп була алған. Ҡатын-ҡыҙҙың сәсте даими ҡыҫҡа йөрөтөүе - совет заманы шауҡымы.
Ҡиәфәт, кейенеүгә бәйле тағы бер нисә мәҡәл -