+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Декабрь 2023, 23:15

Йыл һайын 14 декабрҙә − Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы уҙа

-

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Ғүмәров Илдар Ибраһим улы Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһына лайыҡ булды! Юғары награда уға үҙенең тыуған яғы − Миәкә районы тарихын һәм мәҙәниәтен пропагандалауға ҙур өлөш индергәне, сәнғәт өлкәһендә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн тапшырылды.
Илдар Ибраһим улы Ғүмәров 1958 йылдың 23 сентябрендә Миәкә районының Илсеғол ауылында тыуған. 2-се Өфө музыка-педагогия училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын үҙенең тыуған ауылындағы мәктәптә башлай − рәсем һәм һыҙма дәрестәрен уҡыта, шулай уҡ Ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе вазифаһын башҡара. 1983−1984 йылдарҙа Сибай дәүләт драма театрында эшләй. Совет Армияһында хеҙмәт иткәндән һуң, 1986 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эш башлай.
Илдар Ибраһим улы 40 йылдан артыҡ ғүмерен театр сәнғәтенә бағышлаған, ошо ваҡыт арауығында ул 70-тән ашыу образ тыуҙырып, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индерә. Трагик, лирик, комик ролдәрҙе башҡара. “Ғәлиәбаныу”, “Майҙан тотабыҙ”, “Зәңгәр шәл”, “Аҫылйәр”, “Тиле йәшлек”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..” һәм башҡа спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе уйнай.
Бөгөнгө көн репертуарында − Дәрүиш (“Ай тотолған төндә”, М.Кәрим), Ғиззәт (“Хыялый”, С.Әбүзәр), Сағанбай (“Гөлбостан”, Ҡ.Даян), Сәйфулла (“…Ат уйнатып алдан бара...”, З.Бураҡаева), Падишах Ҡатил (“Урал батыр”, башҡорт халыҡ эпосы буйынса спектакль), Сәлихбай (“Әсмә”, Р.Фәхретдин), Сафа (“Йәш йөрәктәр”, Ф.Бурнаш) һ.б.
Илдар Ғүмәровтың таланты күп яҡлы: ул документаль һәм нәфис фильмдарҙа ла ҡатнаша, шиғыр, йыр, музыкаль пьесалар ижад итә, театрлаштырылған тамашаларҙа, концерттарҙа йырҙар башҡара, төрлө программаларҙа, кисәләрҙә алып барыусы булараҡ сығыш яһай. Илдар Ибраһим улының ижадсы булараҡ республикабыҙҙың рухи донъяһын байытыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Илдар Ибраһим улын лайыҡлы наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә бар эштәрегеҙ уң булһын, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ, тамашасы һөйөүе һәр саҡ ҡанатландырып торһон!

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия Башҡортостандың Миәкә районы хакимиәте тарафынан 1989 йылда шағир-мәғрифәтсенең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм яҙыусыларҙың, фән, сәнғәт эшмәкәрҙәренең һәм журналистарҙың ижади әүҙемлеген дәртләндереү маҡсатында ойошторола. Йыл һайын 14 декабрҙә − Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы уҙа.

https://vk.com/bashdram

 

Йыл һайын 14 декабрҙә − Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы уҙа
Йыл һайын 14 декабрҙә − Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы уҙа
Йыл һайын 14 декабрҙә − Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы уҙа
Йыл һайын 14 декабрҙә − Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы уҙа
Йыл һайын 14 декабрҙә − Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә Миәкә районында лауреаттарҙы тәбрикләү тантанаһы уҙа
Автор:
Читайте нас: