Башҡортостандың халыҡ артисы Диләрә Иҙрисова Өфөлә тик үҙенең шәхсән тамашаһын үткәрә.
Рәсәйҙең ике опера һәм балет театры солисының тауышына бөтә донъя ғашиҡ.
19 ноябрь "Башҡортостан" дәүләт концерт залының ҙур сәхнәһендә Диләрә Иҙрисова "Опера Априори" фестиваленең "Только Гендель" исемле эксклюзив программаһын тәҡдим итә.
Тамашала билдәле пианист Яков Кацнельсон ҡатнаша. Ижади союз башҡарыуында Гендель
операһынан "Геркулес", "Аргиппина", "Юлий Цезарь", "Александр" ариялары, "Мессия"
ораторияһы һәм сюиталар яңғыраясаҡ.
"Только Гендель" программаһы 2019 йылдан алып Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында уңышлы ҡуйыла.
Билеттар "Башкортостан" ДКЗ
кассаһында һатыла.
Хаҡы 600 -1900 һум.
Касса тел. : 8 (347) 273 78 89, ПУШКИН картаһы менән алыуым мөмкин.
Башлана: 18.00 сәғәтттә.
https://shonkar.com/news/culture/2023-11-09/dil-r-i-risova-eksklyuziv-tamasha-a-sa-yra-3514063