+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Ноябрь 2023, 10:35

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Изге туғанлыҡ” документаль фильмының премьераһы көтөлә

Атаҡай һәм хәҙрәт тураһында кино ҡарағыҙ!

4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә, Башҡортостан юлдаш телеканалы Азат Саҙриевтың “Изге туғанлыҡ” документаль фильмын күрһәтәсәк. Фильмды төшөрөү төркөмө бер нисә ай дауамында Донбасста махсус хәрби операция үткәреү зонаһында алғы һыҙыҡта эшләп, Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, Запорожье өлкәһе биләмәләрендә хәрбиҙәрҙең, мобилизацияланғандарҙың һәм ирекмәндәрҙең көндәлек хәрби тормошо тураһында сюжеттар төшөрҙө.

Улар менән йылдан ашыу инде ике дини конфессия вәкилдәре - Виктор атаҡай һәм Хәмзә хәҙрәт йәшәй, хеҙмәт итә. Билдәле булыуынса, улар хәрби шарттарҙа көн һайын бергә эшләй, бер һыныҡ икмәкте лә бер-береһе менән бүлешә һәм ҡайһы берҙә ут аҫтында егеттәр янына алғы һыҙыҡ позицияларына ла барып етә.

“Изге туғанлыҡ” документаль фильмы дини-ара дуҫлыҡ тураһында ғына түгел, автор Азат Саҙриев “Таҫма артында” булған осорҙа рухи остаздарға ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килеүе, улар өсөн ниндәй мәлдәр иң ҡатмарлыһы булыуы һәм был ваҡытта бер-береһенә нисек ярҙам итеүҙәре тураһында һөйләйәсәк.

Башҡортостан батальондарының рухи остаздары Виктор атаҡай һәм Хәмзә хәҙрәттең махсус операция зонаһындағы төп миссияһы тураһында “Изге туғанлыҡ” фильмының премьераһы Башҡортостан юлдаш телеканалында 04 ноябрҙә 20:30 сәғәттә була. Ҡарамай ҡалмағыҙ!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Изге туғанлыҡ” документаль фильмының премьераһы көтөлә
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Изге туғанлыҡ” документаль фильмының премьераһы көтөлә
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Изге туғанлыҡ” документаль фильмының премьераһы көтөлә
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Изге туғанлыҡ” документаль фильмының премьераһы көтөлә
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Изге туғанлыҡ” документаль фильмының премьераһы көтөлә
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Изге туғанлыҡ” документаль фильмының премьераһы көтөлә
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Изге туғанлыҡ” документаль фильмының премьераһы көтөлә
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Изге туғанлыҡ” документаль фильмының премьераһы көтөлә
Автор:
Читайте нас: