Конкурс шарттарына ярашлы, унда ҡатнашыусылар халыҡ музыка ҡоралдарында уйнап, “Башҡарыусылар”, “Ансамблдәр”, “Оркестрҙар” номинациялары буйынса көс һынашасаҡ. Ҡатнашыусылар өс йәш категорияһында баһалана: 12 йәшкә тиклем, 13 йәштән 16 йәшкә тиклем, 17 йәш һәм унан өлкәндәр. Конкурста ҡатнашыу өсөн 16 октябргә тиклем ғариза бирергә кәрәк.
Сараны Белорет районының мәҙәниәт идаралығы, район мәҙәниәт йорто ойоштора. Конкурста ҡатнашыусыларҙың сығышын республиканың билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре баһалаясаҡ.
Рәмил Ғәйзуллин белдереүенсә, фестиваль-конкурс халыҡ музыка ҡоралдарына иғтибарҙы арттырыу, йәш быуынды йәлеп итеү, һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, башҡорт халҡының милли йолаларын таратыу маҡсатында үткәрелә.
Сараға Рәмил Ғәйзуллин үҙе лә киләсәк.
Фото: Рәмил Ғәйзуллиндың ғаилә архивынан.