-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Октябрь 2023, 15:50

Миләүшә Иҙрисованың монографияһы донъя күрҙе

Башҡорт профессиональ музыка мәҙәниәтенә нигеҙ һалыусылар ниндәй булған, нимә тураһында хыялланған, ниндәй эштәр башҡарған? Милли сәнғәтебеҙ өсөн олуғ көс түгеп, фиҙакәр хеҙмәт иткәндә илһам һәм ҡомарҙы ҡайҙан алғандар, ниҙәр илһамландырған? Миләүшә Иҙрисованың яңы баҫмаһында ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар бар.

5 октябрҙә Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың Нота-музыка бүлегендә музыка белгесе, сәнғәт ғилеме кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисованың «1920-1940 йылдарҙа башҡорт композиторҙарының вокаль ижады. Профессионализмдың барлыҡҡа килеүе» китабының исем туйы үтте.

Монография милли мәҙәниәтебеҙ тарихындағы иң ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы осорға бағышланған. Бер үк ваҡытта ул уңышлы мәлдәрҙе һәм СССР республикаларында “социалистик мәҙәниәт төҙөлөшө” барышындағы әсенеүле юғалтыуҙарҙы ла сағылдыра. Төплө һәм күләмле хеҙмәттә башҡорт халҡының халыҡ-йыр сәнғәте үҫешенең күп быуатлыҡ юлы этаптары; ХХ быуаттың тәүге яртыһында милли музыкаль элита формалашҡанда донъяуи ҡараш нигеҙҙәре; башҡорт сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән Иван Салтыковтың музыкаль-эстетик ҡараштары ла урын алған.  Шулай уҡ тәүге башҡорт композиторҙары Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Хәбибулла Ибраһимов, Мәсәлим Вәлиев, Камил Рәхимов һәм Таһир Кәримовтың вокаль ижады өлгөһөндә автор республикала башҡорт профессиональ музыка мәҙәниәте барлыҡҡа килеүҙең ҡануни нигеҙҙәрен билдәләй.

Сара барышында Өфөләге Музыка техникумына (хәҙерге Өфө сәнғәт училищеһы) нигеҙ һалыусы, тәүге этномузыколог, музыка белгесе И.В.Салтыковтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап, «Иван Салтыков: Мин рәссам инем» документаль фильмы  (сценарий авторы М. Иҙрисова, режиссеры Н.Принцева) күрһәтелде.  

Презентацияла Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, композитор Ләйлә Исмәғилева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, сәнғәт фәндәре докторы Евгения Скурко, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Гөлназ Ғәлина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, журналист, яҙыусы Луиза Фархшатова, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Флүрә Килдейәрова ҡатнашты.

Фойела Миләүшә Иҙрисованың шәхси архивынан фотокүргәҙмә, шулай уҡ китапхана фондынан башҡорт композиторҙарына арналған китаптар экспозицияһы ойошторолдо. Автор билдәләүенсә, был уникаль хеҙмәт  тәүге сиратта башҡорт музыкаһын яратҡан, уның тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн.  Бигерәк тә был беренсе быуын композиторҙары –  Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Хәбибулла Ибраһимов, Мәсәлим Вәлиев, Камил Рәхимов, Таһир Кәримовтың ижады һәм яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн әһәмиәтле. Башҡорт профессиональ музыка мәҙәниәтенә нигеҙ һалыусылар ниндәй булған, нимә тураһында хыялланған, ниндәй эштәр башҡарған? Милли сәнғәтебеҙ өсөн олуғ көс түгеп, фиҙакәр хеҙмәт иткәндә илһам һәм ҡомарҙы ҡайҙан алғандар, ниҙәр илһамландырған?

Автор китапта, тәүге композиторҙарҙың йырҙары һәм романстары, халыҡ көйҙәрен эшкәртеү нигеҙендә, шулай уҡ ошо шәхестәрҙең ҡулъяҙмалары һәм уларҙың матбуғатта әйтелгән һүҙҙәре һәм баҫылмаған ҡулъяҙмалары буйынса, был һорауҙарға ла яуап биргән. Ғөмүмән, нигеҙен милли музыка сәнғәтенә төплө, киң даирәле анализ тәшкил иткән, башҡорт композиторҙарының ижади мираҫы, бик күп уникаль мәғлүмәттәр менән таныштырған был баҫма, һис шикһеҙ,  белгестәр өсөн дә, киң уҡыусылар өсөн дә ҡыҙыҡ һәм файҙалы буласаҡ.

Унан тыш, исем туйы барышында сәнғәт әһелдәре үҙенсәлекле тәҡдим яһаны: Башҡортостанда милли музыкаль мәҙәниәт музейы ойошторолорға тейеш. Миләүшә Абрар ҡыҙы был ниәттең бик тә урынлы һәм ваҡытлы булыуын билдәләй:

 – Был ижади майҙан үҙ эсенә быуаттарҙан-быуаттарға күсә килгән милли мираҫыбыҙҙы – халыҡ йыр-моңдарын һәм профессиональ йыр һәм музыка сәнғәте өлгөләрен, уларға ҡағылышлы матди һәм матди булмаған ғәмәлдәрҙе үҙ эсенә алырға тейеш. Хәҙерге заман технлогиялары музей экспозицияларын ҡыҙыҡһыныусылар өсөн һәр яҡтан уңайлы итеп ойоштороу мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, милли мәҙәниәт музейына килеүселәр ҡайһы бер мәғлүмәттәр менән виртуаль рәүештә йә электрон вариантта таныша алыр, йыр өлгөләрен тыңлар ине. Унан тыш, бихисап композиторҙарҙың, сәнғәт әһелдәренең архивтары, ҡулъяҙмалары шәхси ҡулдарҙа һәм уларҙың артабан һаҡланыуы  йәһәтенән бер ниндәй ҙә гарантия юҡ. Ошондай музей милли музыкаль мираҫыбыҙға ҡағылышлы бихисап проблемаларҙы бер юлы хәл итер ине. Әлбиттә, быны тормошҡа ашырыу өсөн теләктән тыш, байтаҡ ойоштороу эштәре һәм матди сығымдар ҙа талап ителә. Әммә донъяла мөмкин булмаған ғәмәлдәр юҡ. Халҡыбыҙҙың музыкаль мәҙәниәте, йыр-моң мираҫы артабан да түгелмәй-сәселмәй һаҡланһын һәм милләтебеҙ үҙбилдәләнешенең бер сағылышы булһын тиһәк, был эш тормошҡа ашырылырға тейеш, - ти Миләүшә Абрар ҡыҙы.

Автор: Гүзәлиә Балтабаева

https://bashgazet.ru/articles/bash-ort-donya-y/2023-10-07/ya-y-ba-ma-don-ya-k-r-e-3469852

Фотолар: https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-06/v-ufe-sostoyalas-prezentatsiya-monografii-milyaushi-idrisovoy-3469350

 

 

Миләүшә Иҙрисованың монографияһы донъя күрҙе
Миләүшә Иҙрисованың монографияһы донъя күрҙе
Миләүшә Иҙрисованың монографияһы донъя күрҙе
Миләүшә Иҙрисованың монографияһы донъя күрҙе
Миләүшә Иҙрисованың монографияһы донъя күрҙе
Миләүшә Иҙрисованың монографияһы донъя күрҙе
Миләүшә Иҙрисованың монографияһы донъя күрҙе
Миләүшә Иҙрисованың монографияһы донъя күрҙе
Миләүшә Иҙрисованың монографияһы донъя күрҙе
Миләүшә Иҙрисованың монографияһы донъя күрҙе
Автор:
Читайте нас: