+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Октябрь 2023, 11:20

Өфөлә 13-сө тапҡыр «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы үтәсәк

Халыҡ, эстрада, академик һәм автор йыры номинацияларында ҡатнашырға мөмкин.

Тиҙҙән Башҡортостандың баш ҡалаһында 13-сө тапҡыр «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы үтәсәк. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, унда ҡатнашыу өсөн башҡорт һәм татар телдәрендә йырҙар башҡарыусы ижади вуз студенттары һәм сығарылыш уҡыусылары саҡырыла. Халыҡ, эстрада, академик һәм автор йыры номинацияларында ҡатнашырға мөмкин. Шулай уҡ балалар номинацияһында ҡатнашыуға 6 йәштән өлкән йәш башҡарыусылар саҡырыла.

Конкурс шарттары менән ошо  һылтанма https://vk.com/idelfestival  буйынса положениела танышырға һәм ғариза тултырырға мөмкин.

 Быйыл конкурсанттарҙың сығышын Рәсәйҙең  һәм Башҡортостандың  халыҡ артисы, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Флүрә Килдейәрова, Рәсәйҙең һәм Татарстандың  халыҡ артисы, Ҡазан дәүләт филармонияһы профессоры Зилә Сөнғәтуллина, Татарстандың  халыҡ артисы, композитор Зөфәр Хәйретдинов, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Фәрзәнә Сәғитова, Башҡортостандың халыҡ артисы Вилдан Яруллин, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Урал Иҙелбаев, шулай уҡ үткән йылдарҙағы «Иҙел» лауреаттары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зиләиә Бәхтиева һәм башҡорт Дәүләт филармонияһы солисы Рәфис Сирусиндар баһалаясаҡ.

Авторы: Лейлә Аралбаева

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-10-06/v-ufe-konkurs-bashkirskoy-i-tatarskoy-pesni-idel-prinimaet-zayavki-3468175

 

Өфөлә 13-сө тапҡыр «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы үтәсәк
Өфөлә 13-сө тапҡыр «Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы үтәсәк
Автор:
Читайте нас: