+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Сентябрь 2023, 10:25

Йөрәк. Башҡорттарҙа киң ҡулланылған орнаменттарының береһе.

 "Йөрәк билдәһе (ҡайһы бер оҫталар уны бөйрәкәй тип атай) килендең аҡ кейеҙенә төшөрөлгән. Биҙәктең уртаһында мотлаҡ кәкерсәк булырға тейеш булған. Ул тоҡомдоң дауамы билдәһе"

Айгөл Шәйәхмәтова:
 
Йөрәк. Башҡорттарҙа киң ҡулланылған орнаменттарының береһе. Ҡунаҡсыллыҡ билдәһе. Тик беҙҙә йөрәк формаһында тағы бер орнамент бар.
Тоҡомдоң дауамын аңлата.
 
Мин ул турала бер тапҡыр ғына ишеткәнем бар ине. Ҡайҙа ҡулланылғанын, ниндәй булғанын белмәй инем.
 
Оҙаҡ эҙләнеүҙәрҙән һуң ул мәғлүмәтте "Кошмоделие" мәҡәләһендә таптым:
"Матур кейеҙ менән килен һандығын ҡаплағандар. Башҡорттарҙа, башҡа күсмә халыҡтарҙағы һымаҡ, аҡ кейеҙгә өҫтөнлөк бирелгән.
Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында йәш киленде аҡ кейеҙгә баҫтырыу йолаһы бөгөнгө көнгә ҡәҙәр һаҡланған.
Егет йортона төшкән саҡта ҡәйнә кеше киленде түргә оҙатып аҡ кейеҙ йәйелгән һикегә ултыртҡан.
 
Тикшеренеүселәрҙең фекере буйынса был йола быуаттар төпкөлөнә китә һәм кейеҙҙең тылсымлы көсө менән аңлатыла: " Килендең кейеҙҙә ултырыуы иң тәүҙә ғаилә ҡороуының тура маҡсатына уңышлы ирешеүен таьмин иткән - тоҡомдоң дауамы"
 
"Йөрәк билдәһе (ҡайһы бер оҫталар уны бөйрәкәй тип атай) килендең аҡ кейеҙенә төшөрөлгән. Биҙәктең уртаһында мотлаҡ кәкерсәк булырға тейеш булған. Ул тоҡомдоң дауамы билдәһе".
 
Унан башҡа, был орнаментты сарыҡ аяҡ кейемендә осратырға була. С.И. Руденко "Башҡорттар" китабында өлгө бар.
Ҡатын-ҡыҙҙар кейгән сарыҡ күбеһенсә байрам һәм туй аяҡ кейеме булғанға күрә был орнаменттың булыуы дөрөҫ тә.
 
Шулай итеп "тоҡомдоң дауамы" орнаментында мотлаҡ рәүештә кәкерсәк биҙәге булырға тейеш.
 
Был орнамент тураһында һеҙҙә тағы мәғлүмәт булһа рәхим итеп комментарийҙа яҙығыҙ.
 
https://kitaplong.ru/koshmodelie
 
Йөрәк. Башҡорттарҙа киң ҡулланылған орнаменттарының береһе.
Йөрәк. Башҡорттарҙа киң ҡулланылған орнаменттарының береһе.
Йөрәк. Башҡорттарҙа киң ҡулланылған орнаменттарының береһе.
Йөрәк. Башҡорттарҙа киң ҡулланылған орнаменттарының береһе.
Йөрәк. Башҡорттарҙа киң ҡулланылған орнаменттарының береһе.
Автор:
Читайте нас: