+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Август 2023, 10:20

Санкт-Петербургта «Балҡан тау», «Аҡһаҡ ҡола», «Алпамыша», «Сүкем батыр» һәм башҡа эпостар яңғыраны

Башҡорт халҡының сәсәнлек сәнғәтен этномузыкант, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Низаметдинов һәм Баймаҡ районының Ғүмәр ауылынан сәсән-мультиинструменталист Мираҫ Үҙәнбаев тәҡдим итте.

Башҡорт сәсән сәнғәтен Санкт-Петербургта ишеттеләр

Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы Көндәре сиктәрендә Дәүләт академия капеллаһы биләмәһендә “Күсмә халыҡтар ере - легендалар иле” башҡорт этноихатаһы эшләне. Майҙансыҡ һөнәрселәрҙе, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы, бейеү оҫталарын, ижади коллективтарҙы берләштерҙе. «Башинформ»  агентлығына халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, башҡорт халҡының сәсәнлек сәнғәтен этномузыкант, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйес Низаметдинов һәм Баймаҡ районының Ғүмәр ауылынан сәсән-мультиинструменталист Мираҫ Үҙәнбаев тәҡдим итте. Сәсәндәр «Балҡан тау», «Аҡһаҡ ҡола», «Алпамыша», «Сүкем батыр» һәм башҡа эпостарҙы башҡарҙы.

“Музыкаға һөйөүҙе ата-әсәйем тәрбиәләне. 5 класта олатайым Миңнеәхәт Исмәғил Улы Назаров мине ҡурайҙа уйнарға өйрәтте. Сибай сәнғәт колледжына уҡырға ингәндән һуң башҡа музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһына башлай. Шулай итеп, ҡумыҙҙа һәм думбырала уйнарға өйрәнә. Хәҙер Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының 3-сө курсында уҡыйым”, - тип һөйләне Мираҫ Үҙәнбаев. Ул сәсән, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, РФ Хөкүмәтенең «Рәсәй Йәне» премияһы Лауреаты Асия Ғәйнуллинаның уҡыусыһы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы көндәре 25-27 августа үтте.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-08-27/bashkirskoe-skazitelskoe-iskusstvo-uslyshali-v-sankt-peterburge-3407873

 

Санкт-Петербургта «Балҡан тау», «Аҡһаҡ ҡола», «Алпамыша», «Сүкем батыр» һәм башҡа эпостар яңғыраны
Санкт-Петербургта «Балҡан тау», «Аҡһаҡ ҡола», «Алпамыша», «Сүкем батыр» һәм башҡа эпостар яңғыраны
Санкт-Петербургта «Балҡан тау», «Аҡһаҡ ҡола», «Алпамыша», «Сүкем батыр» һәм башҡа эпостар яңғыраны
Санкт-Петербургта «Балҡан тау», «Аҡһаҡ ҡола», «Алпамыша», «Сүкем батыр» һәм башҡа эпостар яңғыраны
Автор:
Читайте нас: