+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Май 2023, 17:00

Таймаҫта - Айрат Ҡобағошовҡа һәйкәл

Кеше ғүмере күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Уның башҡарған эштәре, изге ғәмәлдәре иһә халыҡ күңелендә мәңге йәшәй.

Таймаҫта - Айрат Ҡобағошовҡа һәйкәл

Танылған композитор Айрат Ҡобағошов иҫтәлегенә уның тыуған ерендә - Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында мәрмәр һәйкәл ҡуйылды. Тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, ижадсының яҡындары, туғандары, ауылдаштары ҡатнашты. Мәшһүр музыка эшмәкәре, фольклорсы-ғалим, педагог, күренекле композитор рухына унда Ҡөрьән уҡылды.

"Айрат Ҡобағошов - районының ғына түгел, барлыҡ республиканың ғорурлығы. Уның һымаҡ һәләтле шәхестәр бик һирәк тыуа. Был һәйкәлде уға композиторҙың бер туған ҡустыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған скульпторы Өлфәт Ҡобағошов эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үҙе лә бөгөн яҡты донъяла юҡ. Ағалы-ҡустылы билдәле шәхестәргә киләсәктә Таймаҫ гимназияһында таҡтаташ асырға һәм район үҙәгенең яңы урамдарының береһенә уларҙың исемен бирергә тигән тәҡдимдәр ҙә урынлы", - тине район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов.

Кеше ғүмере күҙ асып йомғансы үтә лә китә. Уның башҡарған эштәре, изге ғәмәлдәре иһә халыҡ күңелендә мәңге йәшәй.

Р. Шәңгәрәева.
Фото район хакимиәтенән алынды.

https://vk.com/kurultaibashkir

 

Таймаҫта - Айрат Ҡобағошовҡа һәйкәл
Таймаҫта - Айрат Ҡобағошовҡа һәйкәл
Таймаҫта - Айрат Ҡобағошовҡа һәйкәл
Автор:
Читайте нас: