+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Май 2023, 13:00

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сайтының презентацияһы үтте

Башҡортостандың Милли архивында билдәле шағир, ғалим-филолог, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың тормошо, ижтимағи, фәнни һәм ижади эшмәкәрлеге менән бәйле материалдарҙың мультимедиа архивы — «Рауил Бикбаев» сайты менән таныштырыуға арналған тантаналы сара үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Милли архивының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Республиканың төп архив учреждениеһына Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбаев, шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры Тамара Юлдашева-Искәндәриә, шулай уҡ Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейы мөдире, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова килде.

Тәүҙә ҡунаҡтарға Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған күргәҙмә менән танышыу мөмкинлеге бирелде. Ата-бабаларыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлығын сағылдырған бик күп документтар, фотоһүрәттәр һәм китаптар уларға ныҡ тәьҫир итте.

Һуңынан сара архивтың уҡыу залында дауам итте, унда Рауил Бикбаевтың шәхси архивындағы документтарҙан һәм китаптарынан күргәҙмә ойошторолғайны.

«Әлеге мультимедиалы архив Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2019 йылдың 1 октябрендәге «Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында» указын үтәү маҡсатында әҙерләнгән», - тип билдәләне республиканың архив эштәре буйынса идаралығы етәксеһе Илһам Фәтҡуллин.

Күренекле шағир, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаевтың шәхси архивындағы документтарҙы архивҡа шағирҙың тормош иптәше Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы тапшырған. Фондта халыҡ шағирының ижади, фәнни, йәмәғәт эшмәкәрлеген сағылдырған материалдар, шул иҫәптән ҡулъяҙмалары, донъя күргән китаптары, фотоһүрәттәре тупланған.

Архивтың баш белгесе Руслан Сәйетғәлин Рауил Бикбаевтың сайты, уның бүлектәре менән таныштырҙы. Мәктәп уҡыусылары, студенттар, тикшеренеүселәр һәм шағирҙың биографияһы, ижады менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн сайттағы документтарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

«Рауил Бикбаев» сайты менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-05-15/v-ufe-sostoyalas-prezentatsiya-sayta-narodnogo-poeta-bashkortostana-ravilya-bikbaeva-3258862

Автор:Ләйлә Аралбаева

Фото:Башҡортостан Милли архивының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сайтының презентацияһы үтте
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сайтының презентацияһы үтте
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев сайтының презентацияһы үтте
Автор:
Читайте нас: