+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Март 2023, 13:00

"АртылышФЕСТ" республика театр фестивале тамам

Программала Башҡортостандағы төп театр коллективтарының иң яҡшы постановкалары тәҡдим ителде. Форумда Башҡортостандың Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы ҡалаларынан 11 профессиональ театр коллективы ҡатнашты. Туғыҙ көн дауамында Өфөнөң төп мәҙәни майҙансыҡтарында балалар, йәштәр, өлкәндәр өсөн 13 спектакль күрһәтелде.

27 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында «Ҡыҙыл паша» (авторы Нәжип Асанбаев, режиссеры Айрат Абушахманов) спектакле сәхнәләштерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, премьера уҙған йылдың 16 декабрендә уҙҙы, тәүгеләрҙән булып уны Бишбүләк районы халҡы - Кәрим Хәкимовтың яҡташтары күрҙе. Театрҙа спектакль быйыл 3 февралдә тәүге тапҡыр күрһәтелде. Спектакль СССР-ҙың Сәүд Ғәрәбстанындағы һәм тағы бер нисә Яҡын Көнсығыш илдәрендәге беренсе тулы хоҡуҡлы вәкиле булған партия һәм дәүләт эшмәкәре Кәрим Хәкимовтың тарихы тураһында бәйән итә. Уның яҙмышы Нәжиб Асанбаевтың «Кызыл паша» пьесаһында һүрәтләнгән. 40 йыл элек пьеса Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйыла, былтыр ижади төркөм йәнә ошо сюжетҡа мөрәжәғәт итә.

2021 йылдың декабрендә Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың музейына сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров театр сәхнәһендә совет дипломаты хаҡында тарихты тергеҙергә ҡушҡайны. Инсценировка авторҙары - Айрат Абушахманов һәм Динара Кәйүмова, ҡуйыусы рәссам - Альберт Нестеров, композитор - Рәмис Хәкимов, пластика  - Алина Мостаева, видеограф - Руслан Юлтаев. Төп ролде йәш актер, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азат Вәлитов башҡарҙы.

 "АртылышФЕСТ" республика театр фестивален ябыуҙа Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмаз Сәйетов сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны.

- Хөрмәтле дуҫтар, коллегалар, барлыҡ театр һөнәрҙәре вәкилдәрен - актерҙарҙы, режиссерҙарҙы, рәссамдарҙы, тәнҡитселәрҙе, шулай уҡ театр сәнғәтен үҙ итеүселәрҙе Театр көнө менән ҡотлайым! Бөгөн беҙ 9 көн барған фестивалде тамамланыҡ, республика театрҙары үҙҙәренең иң яҡшы спектаклдәрен күрһәтте, - тине Алмаз Рәсих улы һәм дипломдар тапшырҙы.

Театр педагогы, тәнҡитсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исемендәге премияның эксперт советы рәйесе, профессор М.М. Королев исемендәге Дәүләт премияһының эксперт советы рәйесе, Рәсәйҙең «Алтын битлек» милли театр премияһының жюри ағзаһы Виктор Шрайманға, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, “Нур” театры менеджеры Динә Дәүләтшинаға,  Сәнғәт фәндәре кандидаты, философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Галина Вербицкаяға; театр белгесе, тәнҡитсе, «Петербург театр журналы» редакцияһы мөдире, «Алтын битлек» (Санкт-Петербург) фестивалендә «Детский Weekend»  конкурстан тыш программаһы кураторы Надежда Стоеваға Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары тапшырылды.

"АртылышФЕСТ" икенсе республика театр фестивале 19 марттан 27-нә тиклем  дауам итте. Программала Башҡортостандағы төп театр коллективтарының иң яҡшы постановкалары тәҡдим ителде. Форумда Башҡортостандың Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы ҡалаларынан 11 профессиональ театр коллективы ҡатнашты. Туғыҙ көн дауамында Өфөнөң төп мәҙәни майҙансыҡтарында балалар, йәштәр, өлкәндәр өсөн 13 спектакль күрһәтелде.

Фото: Руслан Юлтаев

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru/ru/news/v-ufe-zavershilsya-vtoroj-respublikanskij-teatralnyj-festival-artylyshfest

 

"АртылышФЕСТ" республика театр фестивале тамам
"АртылышФЕСТ" республика театр фестивале тамам
"АртылышФЕСТ" республика театр фестивале тамам
"АртылышФЕСТ" республика театр фестивале тамам
"АртылышФЕСТ" республика театр фестивале тамам
"АртылышФЕСТ" республика театр фестивале тамам
Автор:
Читайте нас: