+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2022, 17:00

Риза Мәһәҙиевты иҫкә алайыҡ

Мәһәҙиев Риза Рафаил улы (13 март 1972 йыл — 12 ғинуар 2021 йыл) — театр актёры, эстрада йырсыһы. 1993—2020 йылдарҙа Салауат башҡорт дәүләт драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010).

Риза Рафаил улы Мәһәҙиев[2] 1972 йылдың 13 мартында Башҡорт АССР-ының[3] Ишембай районы Ибрай ауылында тыуған.

Риза Мәһәҙиев — төрлө жанрҙарҙа ла берҙәй уңышлы ижад итеүсе сәхнә оҫтаһы. Ул — башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусы. «Актёр йыры — 94» конкурсы дипломанты. «Дуҫлыҡ моңо — 2002» бәйгеһе лауреаты.

2000 йылдан башлап театрҙың профсоюз комитетын етәкләй. Ҡала һәм республиканың барлыҡ ижтимағи, мәҙәни саралары унһыҙ үтмәй.

2014 йылда Роза Шәрипова менән «Ғәлиәбаныу. Мөхәббәт тураһында легенда» милли кинофильмында башҡорт һәм татар халҡының мөхәббәт гимны булған төп йырҙы башҡара[4].

Риза Мәһәҙиев 2021 йылдың 12 ғинуарында Салауат ҡалаһында ауырыуҙан вафат булды.

https://ba.wikipedia.org/wiki/Мәһәҙиев_Риза_Рафаил_улы

Риза Мәһәҙиевты иҫкә алайыҡ
Риза Мәһәҙиевты иҫкә алайыҡ
Автор:
Читайте нас: