+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Октябрь 2022, 11:00

Бәхет – ул күңел торошо...

-

Бәхет – ул күңел торошо...

Нурия Ирсаева. Был исем күптәргә наҙлылыҡ һәм матурлыҡ өлгөһө булып күҙ алдына баҫа. Ул уйнаған һылыу, саф күңелле ҡатын-ҡыҙҙар театр донъяһының биҙәге булып хәтерҙә йәшәй, ә йырҙары - гәлсәр ҡыңғырау сыңы булып ҡолаҡта яңғырай. Һәр ваҡыт матур, йәш һәм һөйкөмлө булып ҡалған актриса, Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева менән әңгәмәбеҙ уның уйнаған ролдәре, тормош һәм йәшәйеш хаҡында.

 
 
Бәхет – ул күңел торошо...
 

- Нурия Исхаҡ ҡыҙы, һеҙҙең иң сағыу ролдәрегеҙҙең береһе – «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» (М.Кәрим, Р.Исрафилов инсц.) спектаклендәге Әсғәттән һөйләшеүҙе башлағым килә. Әсғәт: «Мин башҡа илдән -йылы яҡтан килгәнмен. Ә бында мин ваҡытлыса ғына, башҡа бер малай өсөн йәшәйем» - ти. Һеҙҙең Әсғәтегеҙ – шуҡ, эскерһеҙ, саф күңелле, етен сәсле, шиғри күңелле малай. Белеүемсә, һеҙ яратып башҡарған ролдәрегеҙҙең береһе лә ул. Һеҙ үҙегеҙҙең бала саҡ хәтирәләрегеҙгә йыш әйләнеп ҡайтаһығыҙмы?

- Бала саҡ – шундай мөғжизәле ил бит ул. Ул хәтерҙең бер мөйөшөндә оялап алған да, һәр ваҡыт йәнгә, йөрәккә импульс биргән һымаҡ, әленән-әле күңел ҡылдарын сиртеп тора. Беҙ кем ошо Ерҙә? Беҙҙең йәшәү маҡсатыбыҙ ниҙә? Ошо һәм башҡа һорауҙар хаҡында күп уйланам. Беҙҙең бик ҙур һәм шул уҡ ваҡыт үтә кескәй генә Ер шарыбыҙ, икһеҙ-сикһеҙ йыһаныбыҙ бөтә кешелек өсөн яралған. Һәр кемдең үҙенең сихри донъяһы, ғүмер ағышы булған кеүек, минең дә үҙ донъям бар. Мин үҙебеҙ үк уйлап сығарған ҡанундарға бойһоноп, намыҫым ҡушҡанса, әсәйем өйрәткәнсә йәшәйем. Күңелем, төрлө күҙҙәрҙән бәйләнгән селтәр кеүек, бала саҡ хәтирәләренән үрелгән. Их баласаҡтың сихрилығы! Һаман күҙ алдымда: һалмаҡ ҡына бишек тирбәлә, уның ритмына тын ғына моң яңғырай - әсәйем һике ситенә генә ултырып бала йоҡлата. Мин түрҙәрәк ултырып уның матур йөҙөнә ҡарап, ул башҡарған йырҙы тыңлайым. «Сәлимәкәй»... «Гөлмәрфуға»... «Карауанһарай»... Бер аҙ йырлай ҙа бишекте миңә тапшыра: «Мә әле, йоҡлатып ебәр!». Мин әсәйемә оҡшатып ҡына сәңгелдәкте бәүетәм һәм уның йырын дауам итәм. Оҙон йырҙар бөткәс, атайымдың “репертуары”на күсәм - уға оҡшатып таҡмаҡтар ҙа әйтеп ҡуям. Атайымдың да тауышы матур, ләкин ул оҙон йырҙарҙы үҙенсә ҡыҫҡа ғына итеп йырлап ҡуя ине. Мин: «Ағиҙел буйында, аҡ балыҡтар - уйында...» тип йырлап бөтәм дә, уға оҡшатып, танауымды тартып ҡуям. Ололар шулай иткәс, мотлаҡ шулай кәрәктер. Унан тағы «Шомортом», «Рамай» китә...

Бала күптән йоҡлаған инде, ләкин йыр бөтмәгән. Йырлай-йырлай әсәйемде күҙәтәм: яулығын сөйөп бәйләп, картуф әрсей - мин уның яулығын шулай артҡа сөйөп, йәш килендәрсә бәйләгәнен яратам, әбейҙәрсә бәйләһә, улай һиңә килешмәй, тип теңкәһенә тейеп бөтәм. Әсәйемдең ҡулындағы картуфтар йәһәт кенә сисенәләр ҙә берәм-берәм һыуға ырғыйҙар. Ҙур табаҡта мин уларҙы йөҙҙөрәм, ҡойондорам. Әсәйем уларҙы күп итеп әрсей - балалары ла күмәк бит, хәҙер, асығышып, берәм-берәм мәктәптән ҡайтырҙар.

- Әсәй, картуф ҡаҙанда ҡайнағанда уға эҫеме, ул илаймы?

- Юҡ. Ни тиклем ҡыҙыу булһа, шул тиклем рәхәт уға. Тиҙерәк тәмле итеп бешәйек, Нурия апам беҙҙе ашаһын! - тип һикерешәләр.

«Ә ниңә икмәк Нурия апам мине ашаһын!» - тип ашҡынып тормай икән?! Киреһенсә, ул ашъяулыҡ эсенә инеп йәшеренгән. Әсәйҙән һорамайынса, бер кем дә икмәкте үҙе киҫеп алмай. Улай ярамай. Ашты ла оло табаҡтан сеүәтәләргә әсәй бүлеп сыға. Бер аҙ ашайбыҙ ҙа ҙур табаҡҡа күҙ йүгертеп алабыҙ. Ундағы аштың күләменә ҡарап, ашау тиҙлеген көйләйбеҙ. Тимер ҡалаҡтар тимер сеүәтәләргә шаҡ-шоҡ итеп һуғылып ҡына тора. Беҙҙең ашағандың тауышы урам яҡҡа ишетелгәндер инде, әммә сығып тыңларға ваҡыт бармы һуң?! Ашап туйғас, һәр кем ҡалағын «дыңҡ» итеп туҫтаҡҡа һала ла, танауын тартып, ҡапайған ҡорһағын һыпырып төшөп китә. Төшә лә мейес алдында торған һыу биҙрәһенән сүмес менән һыу алып, тын да алмайынса һыу эсә. Ҡорһаҡ тағы ла бер-ике размерға ҡапайып китә...

Һикенең бер ситендә атайым, икенсе ситендә әсәйем ултыра, түрҙә -балалар. Һәр кем, ашап бөткәс, ниңәлер әсәй ултырған яҡтан төшөп китә. Әсәй эргәһенә еткәс: «Рәхмәт, әсәй! Атайым менән икегеҙгә оҙон ғүмер бирһен Аллаҡайым!» - тибеҙ. Әсәйем ҡайһы ваҡытта, ишетмәмешкә һалышып, өндәшмәй. «Рәхмәт, әсәй...». Был һүҙҙәрҙе бер, ике, өс тапҡыр ҡабатлайһың. Атайым менән әсәйем бер-береһенә ҡаршы ултырып, күҙҙәре менән генә ҡарашып көлөшөп ҡуялар. Атайым: «Интектермә инде баланы» - тигән кеүек әсәйемә ҡарап, ауыҙ ситенән генә йылмая. Шунан әсәйем: «Ҙур үҫ, балам, бәхетле, тәүфиҡлы, оҙон ғүмерле бул» -ти. Был һәр саҡ шулай, мотлаҡ шулай. Иртән, төш, кис һайын ҡабатлана. Мин әсәйемдең эргәһендә, уның терһәк аҫтында ғына ултырам. Һуңыраҡ, минән кесерәк туғандарым тыуғас та, мин был «терһәк аҫтын» бер кемгә лә бирмәнем. Һәйбәт урын, бик тә төшөмлө урын, аҡмаһа ла тамып тора: әсәйем ҡулынан йә ит киҫәге минең яҡҡа һикерә, йә сәйгә өҫтәмә ҡалаҡ һөт һалына (әсәйем минең һөт яратҡанымды белә). Йә шәкәр онтағанда берәй кескәй генә эйәһеҙ шәкәр киҫәге алдыма килеп төшә... «Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәрендәге Әсғәт роле әллә минең бала саҡтан күсереп яҙылған инде?!» -тип уйлап ҡуям ҡайһы ваҡыт. Автор яҙғандарҙың бөтәһе лә шул тиклем таныш һәм яҡын. Әллә бөтә бала саҡтар ҙа бер-береһенә оҡшаш микән?! Бала сағым күңелемдә шул тиклем матур булып уйылып ҡалған, шуға ла «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектаклендәге Әсғәт роле аша мин бала сағымды хәтеремдә яңырттым. Башҡа спектаклдәргә фекер туплап, грим һалып әҙерләнер өсөн театрға бер-ике сәғәткә алдан килергә тырышаһың.

Әсғәтте уйнаған көнө мин урамда уҡ малайҙарса елкенеү кисерә инем, хатта йүгергем килә торғайны. Сәхнәгә лә малайҙарса йүгереп сыҡтым. Спектакль мине бала сағыма алып ҡайта ине, йылдар араларын тоташтырыусы күпер булды. Әсғәтте мин утыҙ алты йәшемдә уйнаным, ул ролем миңә күп шатлыҡтар килтерҙе - ошо ролем өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булдым.

 
 
"Яҙмыштарҙан уҙмыш бар" спекатклендә Әсғәт роле. Фото театр архивынан.
 

- «Мин шуға бик ризамын: башҡорт театры сәхнәһендә Нурия Ирсаева менән беҙҙең рухтарыбыҙ бер нисә тапҡыр осрашты һәм уй-фекерҙәребеҙ ҡауышты. Фәрештә һынлы тәбиғәт балаһы Айгөлмө ул, Йәйәүле Мәхмүтте ташлап, яҙмышын үҙгәрткән, ләкин бәхет таба алмаған Мәҙинәме, Салауатҡа табынып ғашиҡ булған Анумы, сая холоҡло, алсаҡ күңелле Уңғанбикәме, хыялдар донъяһында янып йәшәүсе Әсғәтме ул - шуларҙы бар итеүҙә, аңлауҙа һәм аңлатыуҙа актриса менән бер-беребеҙгә тап килдек, рухташ һәм фекерҙәш булдыҡ» - тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим...

Мин Мостай ағайҙың бик күп әҫәрҙәрендә уйнаным. Мостай ағайҙың шиғырҙарын да яратам, шәхесе лә күңелемә яҡын. Уның аҡыллы фекерҙәре генә түгел, шаярыуы ла урынлы була торғайны, тағы ла ул әҙәплелеге менән хәтерҙә ҡалған. Мине ҙур сәхнәгә алып сыҡҡан төп роль – Мостай Кәрим пьесаһы буйынса “Айгөл иле” драмаһында Айгөл. Театрға тәржемәсе булып алынып, һуңынан актерлыҡҡа күскәс уйнаған тәүге ролем. Бөгөнгө башҡорт драматургияһында Айгөл кеүек роль юҡ, бик яуаплы, ҡатмарлы роль. Йәш актрисалар өсөн Айгөл – хыял, һәр кем ошо ролдә уйнарға теләр ине.

Миңә ҡалһа, ғөмүмән, һеҙ - йәшлек йырсыһы...

- Йәш, үҫмер ҡыҙҙарым – Динә («Үҙебеҙ һайлаған яҙмыш»), Айһылыу-Олеся (...), Таня («Июндәге хушлашыу») һ.б. Улар минең йәшлек хыялдарым, хистәрем менән һуғарылған. Ошо ролдәремде мин һис кенә лә туйғансы уйнай алманым. Мин уларҙы шул тиклем яраттым, әле һаман төштәремдә уларҙы уйнайым – һүҙҙәрен хәтерләй алмай, кейемдәрен таба алмай интегеп, ҡурҡып уянам. Үкенескә ҡаршы, төштәрҙә генә үткәндәргә кире ҡайтып була шул.

Ғәлиәбаныуымды ныҡ һағынам! Ун һигеҙ йыл сәхнәлә уйнаным мин был ролде. Нисәмә йылдар гөрләп сәхнәләрҙе биҙәне ул! Һәм тауыш-тынһыҙ ғына ғүмер юлымдың бер тау үрендә шәлен болғап тороп ҡалды... Әйтерһең дә, Ғәлиәбаныу ҙа, башҡа ролдәрем дә - йондоҙҙар, балҡып атылдылар ҙа, яна-яна, күктә эҙ ҡалдырып, әкренләп кенә юғалдылар. Ни эшләп мин ул яратҡан ролдәрем менән хушлашыу көнө лә ойоштора алманым икән?!.. Уйлап ҡараһың, бөтә ролдәрем дә моңһоуланып, миңә үпкәләп тороп ҡалғандар икән, ә мин офоҡта күренгән, мине арбаған яңы ролдәрем артынан юл алғанмын... Ғәфү итегеҙ мине, рәхмәт әйтә белмәгәнем өсөн, тип уларҙан ғәфү үтенгем килә... Улар сәхнәлә йәшәй, ә тере кешеләр –артистар - яҙмышы һуң?! Улар ҙа балҡып, янып, яндырып йәшәйҙәр ҙә тыныс ҡына, ипле генә итеп мәңгелеккә инеп юғалалар. Бигерәк тә сәхнә йодоҙо булып ҡабынып китә алмағандар тураһында һүҙем. Сәхнәлә бәхетле булыр өсөн, бәлки улар үҙ ваҡытында килмәгәндер театр донъяһына, йә режиссерҙары тура килмәгәндер, партнерҙары булмағандыр... Уларҙың ижади ғүмерҙәре аяныслы. Күпме атылған йондоҙҙар! Ниндәй яҙмыштар! Сәнғәт кешеләренең шәхси ғүмере лә, ижад ғүмере лә ҡыҫҡа шул. Әйҙәгеҙ, тамашасылар, алҡышлағыҙ уларҙы, йәлләмәгеҙ ҡулығыҙҙы, тип әйтәһем килә, сөнки башҡа образда, башҡа кешенең ғүмерен йәшәгән ваҡытта улар бит үҙ ғүмерҙәрен дә йәшәйҙәр! Сәхнәләге ролдәребеҙ беҙгә, артистарға күпме бәхетле минуттар, сәғәттәр бүләк иттеләр. Рәхмәт уларға, уларҙы яҙған драматургтарға ла рәхмәт, ҡуйған режиссерға ла, беҙгә илһам биреп ултырған тамашасыларға ла... Йәшлек йылдарымдың дауамы булып йәшәй минең был ролдәрем... Дим буйында бергә уйнап үҫкән ҡыҙҙарым-әхирәттәремдең сағылышы ла һымаҡ был образдарым.

- Әйҙә киттек Дим буйына,

Дим буйҙарын һағындым,

Һин бит һылыу, наҙлы ҡыҙы

Минең тыуған яғымдың... - тип йырығыҙҙа йырлайһығыҙ бит әле...

- Эйе, бик яратып йырлайым мин ул йырҙы. Дим буйҙарын, тыуып үҫкән еремде бик ныҡ яратам мин һәм иң яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә алам!.. Ә Дим буйҙары менән күпме хәтирәләр бәйле!.. Баҡа соро, Оло әйләнмә, Ятыу яр башы, Сыуаш табыры – былар барыһы ла Дим буйы төбәктәре, улар барыһы ла миңә уҫал ата ҡаҙ аша таныш. Дим буйына ҡаҙҙар төшөрөү – беҙҙең кеүек колхоз эшенә ярамаған ваҡ ҡыҙҙар эше. Иртәнге ысыҡ менән, ҡояш күтәрелгәнсе үк ҡаҙҙарҙы төшөрмәһәң, улар әлһерәйҙәр – Дим буйына барып еткәнсе, тауға менеп, күпме төшөргә кәрәк бит. Ә ҡаҙҙар эҫелә йөрөргә яратмай, тауға мен, төш, имеш. Етмәһә, ике аяғы менән ҡуша һикереп йөрөй торған бер ғәрип бәпкә бар, шуны бигерәк йәлләйем. Кеше осраһа, шуны мәрәкә күреп ҡарап торалар ҙа, эстәре ҡатҡансы көлөп алғас: «Ниңә улай һикерәнләп йөрөй ул?» - тип һорайҙар. Мин ҡайҙан беләйем инде? Хоҙай шулай яралтҡан – бәхетһеҙ итеп. Мин уны йәлләп бик йыш илайым. Арыһа, ул туҡтап миңә ҡарай, мин уны ҡулға алам да, һыу буйына барып еткәнсе күтәреп барам. Үҙе лә шулай ҡулға өйрәнгән, төшөргә уйламай. Һыу буйына килеп еткәс кенә, тыпырсына башлай - «төшөр», тип. Беҙҙең ата ҡаҙ уҫал булды. Күлдәк алыштырһаң, яҡын да килтермәй, суҡыша, ыҫылдай, осоп ҡуна. Шуға күрә гел бер күлдәк кейеп йөрөй инем. Кешеләрҙең ҡаҙҙары йыраҡ китмәй, яр буйында ғына йөрөйҙәр. Беҙҙекеләр түбәнгә төшөп китә лә сыуаш таборына тиклем барып етә. Көн дә ҡараңғы төшкәнгә тиклем Дим буйлатып, ҡысҡырып ҡаҙ эҙләйем. Минең тауышты ишетеп, шулай ҙа килеп сығалар таллыҡ араһынан теҙелешеп: утыҙ биш бәпкә, ике инә һәм теге әрһеҙ ата ҡаҙ. Әлбиттә, иң алдан ата ҡаҙ төшкән, ә иң һуңынан -теге бәхетһеҙ бәпкә ҡуш аяҡлап һикереп килгән була. Әсәйем: «Ниңә уларҙы ҡараңғыға тиклем эҙләп ыҙаланаһың, ҡунһындар шунда, иртәгә барыбер төшөрөргә бит, уларға бер ни булмай» - ти, минең оҙаҡ йөрөүемә борсолоп. Уларға бит һыу буйында һалҡын. Унан һуң, бәлки, минең көн дә иртән уларҙы Дим буйына төшөрөп маҡталаһым киләлер: «Бына минең ҡыҙым ниндәй!». Ә бәлки иртәнге томан эсендәге әкиәт кеүек серле Дим күңелемде арбағандыр! Дим уртаһына ултырып, кескәй генә ҡыҙ, бер үҙе, әсәй тамаҡ ялғарға тип биргән бер телем икмәкте ваҡлап, балыҡтарҙы ашата, улар менән һөйләшә. Ә Дим өҫтөндә томан күтәрелә. Һыуҙы төнөн Алла бабай йылытып ҡуйған. Мин иң беренсе һыуға инәм, миңә - ҡаймағы, һуңлап килгәндәргә – һөтө, ҡояш күтәрелгәс килгәндәргә – ҡатығы... Йәйге эңер төшкәс минең иң яратҡан күренешем – ҡаҙҙар бәпкәләрен тирә-яғына йыйнап, йоҡларға яталар. Ҡаҙ бәпкәләре сөңгөлдәшәләр, минең дә шулар араһына инеп ятҡым килә, минең бер ҙә бәпкәләр менән инә ҡаҙ янында йоҡлағаным юҡ. Кәзә бәрәстәре, һарыҡ бәрәстәре менән йоҡлағаным бар, ә ҡаҙҙар менән - юҡ. Ата ҡаҙ уҫал шул - яҡын йөрөтмәй. Моғайын, улар араһына инеп ятһам, ҡабул итерҙәр һәм ул мине суҡымаҫ та ине, яҡлар ине... Шундай уйҙар менән ҡаҙ көтә торған инем бала саҡта.

- Һеҙ шиғри, лирик күңелле актриса. Хатта һөйләшкәндә лә нисектер хыял аша, фәлсәфә аша һөйләшеү бара кеүек...

Һуңғы йылдарҙа бигерәк лә фәлсәфәгә төшөп китергә яратам шул (ихлас көлә ). Ғөмүмән, мин йәштән блокнот алып барам, унда үҙемә оҡшаған уйҙарҙы, аҡыллы фекерҙәрҙе, шиғырҙарҙы яҙып ҡуйғанмын. Иҫкә төшкәндәре: «Кешенең туғыҙ йомошон йомошлап, унынсыһын йомошлай алмайһаң – дошман булаһың» - дөрөҫ һүҙҙәр бит?! Йә иһә тағы ла « Везет тому, кто сам себя везет», «Надо помогать талантам, бездари и сами пробьются» - тигән әйтемдәр бар. Шулай уҡ Туфан ағай Миңнуллиндың «Башты ташҡа бәрһәң дә баш ауырта, ташты башҡа бәрһәң дә баш ауырта» - тигән әйтеме лә ҡайһы осраҡта ярап ҡуя. Шағирҙарҙың да шиғырҙарын яҙып ҡуйғанмын. Мәҫәлән, бына Тамара Ғәниеваның шиғыры:

Ҡатын: Толомомдо тағат, бармаҡтарың

Сәстәремде минең тараһын.

Был донъяға килә һинең күңел,

Һинең ҡараш менән ҡарағым.

Албырғат һин минең бер нәмәгә

Аптырамай торған йәнемде.

Яҙҙарымдан яҙлыҡҡанмын, әммә

Тотошлайға һонам йәнемде.

Ир: Ҡатын кәрәк миңә..

Ҡатын: Бына бит мин...

Ир: Юҡ, һин - шағирә... (Т.Ғәниева)

Бында ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ психологияһы сағылған. Ирҙәрҙең яратыуы ҡатын-ҡыҙҙарҙың яратыуынан бик тә айырмалы. Улар өсөн мөхәббәт ике форма ала. Ә ҡатын-ҡыҙға мөхәббәтте һәр саҡ тойоп торорға кәрәк. Ирҙәргә ҡатын кәрәк... ҡатын.

- Үҙебеҙ ҙә һиҙмәҫтән әңгәмәбеҙ һеҙҙең ижадтағы төп темаға – мөхәббәткә килеп терәлде. Сөнки «Нурия Ирсаева ижады – ул мөхәббәт һәм йәшлек темаһы» тигән ҡараш бар, Заһир һәм Ғәлиә, Булат һәм Мәйсәрә, Миләүшә һәм Иншар, Рәйсә һәм Фәйзи мөхәббәтенә шаһит булғандар Фидан менән Нурияны ла бер бөтөн итеп күрәләр...

- Улай күргәстәр, тимәк, беҙ тамашасыларҙы ышандырыу көсөнә эйә булған артистар инде... Мин бәхетле актриса - сәхнәлә минең үҙемдең партнерым булды, Фидан Ғафаров менән ижадыбыҙ бер осорға тап килде. «Ромео һәм Джульетта» спектаклен ҡуйған ваҡытта режиссер Шәүрә Мортазина «Фидан - Ромеоны, ә Хәнә Минһажева менән икегеҙ Джульетта ролен уйнаясаҡһығыҙ», тип әйтеп һалғайны. Әммә тура килмәне, Шәүрә Мусовна: «Тик үпкәләмә! Шулай кәрәк булды минең өсөн» - тине һуңынан, башҡа актрисаға был ролде биргәс. Шәүрә Муса ҡыҙы менән тормошта әхирәттәр булһаҡ та, әммә уның ике генә спектаклендә – С.Кайтовтың «Минең балаларым» һәм А.П.Чеховтың «Аҡсарлаҡ» спектаклендә генә уйнаным. Фидан менән Нурияны «мөхәббәт»ле иткән режиссер – ул Рифҡәт Исрафилов. Рифҡәт Вәкил улы, режиссерлыҡҡа уҡып ҡайтҡас, диплом спектакле итеп «Ғәлиәбаныу»ҙы ҡуйҙы, Фидан менән бергә уйнаған тәүге ролдәребеҙ Хәлил менән Ғәлиәбаныу булды. Репетиция ваҡытында Рифҡәт Вәкил улы: «Юҡ, улай түгел, һеҙ бөтөнләй мөхәббәтте уйнай белмәйһегеҙ! Сәхнәлә, спектаклдә һеҙ бер-берегеҙҙе яратырға тейешһегеҙ!» - тип, беҙҙе туҡтатып, тәнҡитләп ташлай... «Ғәлиәбаныу» - театр заказы буйынса ҡуйылған спектакль ине, халыҡты йәлеп итеү өсөн йырлы спектакль кәрәк, тигән фекерҙән сығып ҡуйылған әҫәр булды, күмәк сәхнәле спектакль. Йәнле музыка - оркестр уйнай, сәхнә биҙәлеше лә шул тиклем матур булды (спектакль 18 йыл бара сәхнәлә!). Аҙаҡ Рифҡәт Вәкил улы үҙе алып ҡайтҡан әҫәрен ҡуйҙы - «Тапшырылмаған хаттар». Мелодрама. Гөлли Мөбәрәкова, мин, Фидан Ғафаров, Заһир Вәлитов төп ролдәрҙә. Спектаклдән-спектаклгә, Фидан менән парлашып уйнаған ролдәребеҙ ҙә күбәйә барҙы, партнерҙар булып киттек.

Артистар араһында партнерлыҡ тигән төшөнсә бар: улар бер тигеҙ, үҙ-ара татыу һәм бер-береһенә ҡарата ихтирамлы булырға тейеш. Партнерҙарҙың береһе үҙен өҫтөн ҡуйһа, партнерлыҡ юғала, хистәрһеҙ генә роль башҡарыуға ҡайтып ҡала. Беҙ Фидан менән шул урталыҡты һаҡлай белдек, бер-беребеҙҙе тәнҡитләмәнек, терәк булдыҡ, шуға күрә сәхнәләге дуэттарыбыҙ уңышлы, оҙон ғүмерле булды. Әлбиттә, эш булғас, төрлө ваҡыттар булды, бер-беребеҙгә үпкәләштек тә, әммә тиҙ һыуына инек. «Нурушка» тип миңә ул һүҙ ҡушһынмы, йә мин уға «Федька» тип өндәшәмме, – шунда уҡ яҙылып китә инек.

- Сәхнәләге мөхәббәтегеҙ – тамашасыларҙың күҙ алдында, ә тормоштағы Нурия мөхәббәт хисен кисерҙеме?

- Гөлфиә Юнысованың шунда шиғыры бар:

Ер йөҙөнә яралғандан бирле

Өс таяуҙа йәшәй кешелек.

Кешеләрҙе һәр саҡ кеше иткән

Ер шарына яҡтылыҡ, нур һипкән,

Матурлыҡ, мөхәббәт, изгелек.

Ерҙе күккә илаһи көс бәйләй

Көн дә ал таң булып атырлыҡ.

Аҙаштырһа тормош һуҡмаҡтары,

Дөрөҫ юл күрһәтә беҙгә бары

Мөхәббәт, изгелек, матурлыҡ.

Ерҙе наҙлап, ҡояшлы яҙ килһә,

Йәшәреп тә китә тәбиғәт.

Беҙҙең ғүмерҙән дә йырҙар ҡалыр,

Киләсәккә һәр саҡ әйҙәп барыр

Матурлыҡ, изгелек, мөхәббәт.

Бөйөк аҡыл эйәһенең «Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр» тигән һүҙҙәре ҡанатлы булып халыҡта йәшәй. Минеңсә – донъяны мөхәббәт тә ҡотҡара. Мөхәббәт бар нәмәнең нигеҙе, ҡото, ырыҫы. Мөхәббәт булған ерҙә матурлыҡ та, изгелек тә бар. Мөхәббәтте тапһаң – ҙур бәхет, һаҡламаһаң – аяныс. Ғәмәлдә мөхәббәттең күсәре түҙемлек тә. Минеңсә, бер-береһен яратҡан ике кеше ҡауышҡанда, Хоҙай Тәғәлә улар алдында ҙур бурыстар ҡуя. Һәм улар бик тә түҙемле, мөхәббәтен ҡурсып торған йәндәр булырға тейеш. Асыуланыу, тиргәшеү, рәнйетеүгә бер аҙым эшләһәң – ул аҙымың мөхәббәтеңдең башына етә, бөтөрә, үлтерә. Мөхәббәт һаҡлауға мохтаж. Әгәр ҙә кешенең эске мәҙәниәте булһа, ул мөхәббәтте һаҡлай ала. Әгәр икәүҙең береһе ошо сикте атлап сыҡһа - улар бер-береһенән төңөләләр. Русса әйткәндә, главное - «не переступить этот порог». Яратҡан кешеңдән үпкә һүҙҙәрен ишетеү, уның хыянатын белеү үтә лә күтәргеһеҙ. Айырылышыу ауыр, ә бергә йәшәп булмай. Ә яратмаған кеше менән йәшәү – ул үҙ-үҙеңә хыянат итеү. Шағирәләр белеп яҙалыр ул:

Ирендәре миңә ҡағылғанда,

Һулыштары килеп яғылғанда,

Табынмаған Тәңреләргә ялынам,

«Тамуҡтарға ник, тим, олаҡмайым?» - тип.

Кеше тыуғас та, ата-әсәһе уның күңеленә мөхәббәт тигән хисте һала. Ул мөхәббәт кешегә, тирә-яғына, тәбиғәткә, бар ғаләмгә. Бына минең күңелем тулы шул мөхәббәт йәшәй. Мин күк күкрәп, йәшен йәшнәп ямғыр яуғанын яратам. Тыныс ҡына яуып үтеп киткән ямғырҙың “тәмен” тоймайым. Һәр кем мөхәббәтле булырға тейеш... Иң мөһиме – балаларҙы мөхәббәтле итеп үҫтерергә кәрәк. Минең яратып уйнаған ролдәремдең береһе – Флорид Бүләков пьесаһы буйынса ҡуйылған «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме» спектаклендәге Фатима, уны Рифҡәт Исрафилов ҡуйҙы, мин Рәфил Нәбиуллин менән уйнаным. Был спектакль – мөхәббәт тураһында, ә ундағы героиня Фатима – гел бәхет көтөп йәшәгән, баҡһаң, ғүмер үткән, бәхет килмәгән, артта ла күренмәй, ғүмер баҡый һөйәм тигән һүҙҙе әйттерә алмай үлеп тә китә. Бөгөнгө көндә мин «Йософ һәм Зөләйха» спектаклендә Зөләйха ролен уйнайым. Минең Зөләйхамдың Йософҡа ҡарата һүҙҙәре бар: «Мөлкәтем бөттө, күркем китте, тик мөхәббәт кенә ҡалды йөрәгемдә» - ти ул... Әммә Зөләйхала шундай көслө ул мөхәббәт – Йософто баштан-аяҡ ялҡынға ташларлыҡ, йөрәген-күңелен яуларлыҡ һәм Зөләйханың үҙен ҡабаттан йәшәртерлек оло тойғо булып йәшәй. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа бына шундай һөйөү булырға тейеш – сөнки ҡатын-ҡыҙ үҙенең һөйөүе менән ир-егеткә йәшәргә дәрт бирә һәм уны рухландыра. Ә ир -егет – ул көс, ышаныс. Ирҙәр-баһадирҙар, ҡатындарҙы бәхетле итер, көслө рухлы кешеләр. Ҡатын-ҡыҙҙар уларҙың йөрәк йылыһына мохтаж, көслө ҡулдары менән күкрәктәренә ҡыҫып иркәләүенә, яҡлауына мохтаж. Бәхетле итегеҙ һайлаған парығыҙҙы, ваҡытында «һөйәм» тип әйтә белегеҙ, тигән теләктәр юллайым. Ҡатындарын хөрмәтләп йәшәгән ирҙәргә һоҡланам, улар - иманлы кешеләр, ир исемен лайыҡлы йөрөткән ҙур йөрәкле ир-аттар – ил терәктәре! Ғөмүмән, һәр кем иҫендә тотһон ине - ғүмер үткән һайын китә бара, бөтә бара күңел тынғыһы...

- Үҙегеҙ тураһында үҙегеҙ ниндәй фекерҙә булдығыҙ?.. Ғөмүмән, һеҙ ниндәйерәк кеше?

- Мин һәр ваҡыт итәғәтле, ипле булырға тырыштым. Театрҙа ла һәр ваҡыт яратып торҙолар. Мин иҫем китеп яратып йөрөгән, һәр ваҡыт ғашиҡ була торған натура түгел, тормошомда янып-көйөп яраттым да, яратылдым да. Әммә һәр ваҡыт күңелем түрендә мөхәббәт булды. Миңә йыш ғашиҡ була инеләр, йылдар үткәс кенә ҡайһы берҙәре: «Мин бит һине бик ныҡ яратып йөрөнөм» -тип әйтеп ҡуя. «Ә ниңә ваҡытында әйтмәнегеҙ?»- тип һорайым уларҙан. «Әллә инде, баҙнат итмәгәнмен» -тигән яуап алам. Заһир Вәлитовҡа ошо хәлдәрҙе һөйләп биргәс: «Нурия, улар һиңә Алиһә итеп ҡараған, яҡын барырға ҡыймағандар!» - тине. Күрәһең, шулай булғандыр ҙа. Мин үҙемде ғүмерҙә лә ундай Алиһә, матур кеше тип һанаманым. Беҙ Фидан менән халыҡ яратҡан юғары тойғоло ролдәрҙә уйнағас, тамашасы беҙгә хыялында үҙе лә матурлыҡ өҫтәп ебәргәндер. Гәзит-журналдарҙа һүрәтемде баҫһалар, ҡайһы берәүҙәрҙең: «Эй-й-й-й... Сибәрлек нимә?!» - тип кинәйәләп әйткәнен ауыр кисерә инем. Мин эшкә килгәндә, Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡан актрисалар үҙҙәре утыҙҙарын саҡ артылған йәштәр ине, әлбиттә, шунда уҡ күтәреп ҡаршы алманылар. Етмәһә, артыҡ ныҡ баҫалҡы инем, телевидениеға барһам, объектив бөтә йәмһеҙлегемде күрһәтә инде, тип, ҡотом осоп ултыра торғайным. Хәҙер йәш саҡтағы фотоларға ҡарап, йәшлек үҙе матур, ниңә шул тиклем бөтөрөнгәнмен икән, тип уйлап ҡуям. Яңыраҡ телевидениела бер тапшырыуҙа төштөм. «Нурия, йыйырсыҡтарың да күренә шул» - тим үҙемә. Ә күңелемдәге икенсе Нурия тынысландыра - ниңә йыйырсыҡтарҙан ҡурҡырға? Улар бит минең йәшлегем эҙҙәре, гел көлөп торған алсаҡ ҡыҙҙар ролен уйнаным, үҙем тормошта ла көлөргә яратам, күҙем ҡыҫылып, ауыҙымды йырып рәхәтләнеп көләм. Көлөү эҙҙәре. Улар бит минең йәшлегем эҙҙәре, йәшлек тиҙ үтә шул...

Туҡтап тор, көҙ,

Мине ҡаршыларға ашыҡмаһын әле ҡышым,

Минең әле йәйге һуҡмаҡтан

Офоҡтарға табан барышым.

Ашыҡма, көҙ, минең юлдарыма

Һағыш һарайҙары һалырға.

Йырҙарымдан, утлы күҙ йәшемдән,

Мөхәббәттән мине айырма!..

- Ысынлап та, ғүмере буйы кешене мөхәббәт оҙатып килә. Тормошта кешеләр икеләнеүҙәр, уйҙырмалар менән дә йәшәй бит...

- Мин ғәйбәт, уйҙырмаларҙы яратмайым. Әммә артист кеше күҙ алдында бит инде, һәр ваҡыт нимә булһа ла уйлап табып, яҙып торалар – быға ла күнектем. Ишеткән яман һүҙҙәрҙең эйәһен юллап, ғәйбәт һөйләгән кешенең йөҙөн йыртып йөрөмәнем. Ғәйбәт һүҙенән күңел туҙа. Аллаға шөкөр, тормошомда көнсөлдәр булһа ла, дошмандарым булманы. Әгәр берәйһе менән ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа, мин үҙем барып һүҙ ҡушам. Һуңғы йылдарҙа булған бер күңелһеҙ хәл иҫемдә. Тормош булғас, барыһы ла була бит инде, ни эшләптер Зинира апай Атнабаева менән аралар алыҫайып китте, хатта һөйләшмәй йөрөп алдыҡ. Мин түҙмәнем, иртәгә Ҡазанға гастролгә юлға сығабыҙ тигән көндө, тоттом да уға шылтыраттым, ул бик шатланды, беҙ уның менән оҙаҡ итеп һөйләштек, гастролдән ҡайтҡан көнөмдә үк мотлаҡ яныңа барырмын, тип вәғәҙә иттем һәм тыныс күңел менән юлға сыҡтым. Үкенескә ҡаршы, Ҡазанды урап ҡайтыуыбыҙға Зинира апай мәрхүмә булған ине. Әммә шуныһы еңеллек бирә – барыбер ҙә мин уның менән һөйләшеп, арабыҙҙа булған ҡаяны алып ташланым. Әгәр мин был аҙымды яһамаһам, ниндәй үкенесле булыр ине.

- Үткәндәрҙе һағынаһығыҙмы?

- Беҙҙең быуын артистарының бәхете – режиссерҙарҙың һәм драматургтарҙың да бик әүҙем эшләгән осорона тура килдек. Нәжиб Асанбаев, Ибраһим Абдуллин, Әнғәм Атнабаев, Флорид Бүләков, Наил Ғәйетбаев, Әсғәт Мирзаһитов һәм башҡа драматургтар театр менән даими бәйләнештә булдылар, йыш ҡына репетицияларҙа ултыра инеләр, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙенең темаһы, яҙыу алымы булды. Мәҫәлән, И.Абдуллиндың «Айһылыуҙың айлы кистәре» дүрт актҡа етерлек итеп яҙылған ине, беҙ уны сәхнә ҡалыптарына ярашлы итеп ҡыҫҡарттыҡ, ҡулайлаштырҙыҡ, өҫтәп яҙҙыҡ. Аҙаҡ үҙенә уҡығас, Ибраһим ағай: «Бик шәп пьеса яҙғанһығыҙ, һәйбәт килеп сыҡҡан» - тип беҙҙе маҡтап ебәрҙе. Беҙҙең заманға һуңынан «Застой» тигән мөһөр таҡтылар. Минең өсөн ул йылдар - алтын ваҡыт («золотое время») булып хәтерҙә ҡалды, төрлө драматургтар, режиссерҙарҙың ярышып эшләгән ваҡыты, театрҙың популяр булған осоро булды. Репертуарға «Ғәлиә», «Әсәләр көтәләр улдарын» спектаклдәре килеп инде. «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса «Яҙмыштарҙан уҙмыш бар» спектакле театрҙың визит карточкаһы булып йөрөнө. Ғөмүмән, театр халыҡ араһында ныҡ популяр булды. Хатта ял көндәре ике тапҡыр - көндөҙгө һәм киске спектаклдәр уйнай торғайныҡ. Эйе, һағынып иҫләргә ҡалды ул замандарҙы! Театр артистары ла бик популяр булды – гастролдәргә барһаҡ, беҙҙе гармун уйнап, икмәк-тоҙ менән ҡаршы ала торғайнылар. Артистар өсөн дә театр магнит менән тартылған урын һымаҡ ине, беҙ көнө буйы театрҙа булабыҙ, театрға килмәгән көнөбөҙ булманы. Ә йәйге ялдан һуң һағынышып, яңы күлдәктәр кейеп, эшкә киләбеҙ. Театрға эш урыныбыҙға килгән кеүек кенә йөрөмәнек, ә байрамға йыйылған һымаҡ килә инек. Театрҙы яратҡан, үҙенең профессияһына мөкиббән киткән артистарҙы яратам. Зәйтүнә Бикбулатова, Асия Нафиҡова, Шамил Рәхмәтуллин, Хәмит Яруллин, Хөсәйен Ҡудашев, Илшат Йомағолов, Зинира Атнабаева, Гөлли Мөбәрәкова, Хәй Фәхриев - театрға тоғро, юғары мәҙәниәтле кешеләр булды. Уларҙың сәнғәтте яратыуы, сәнғәткә ҡарашы беҙҙе тәрбиәләне, улар беҙҙе тиң күреп һөйләште, уйнаны.

Хәй Фәхриев профессияһына мөкиббән киткән актер ине, сәхнәгә сыҡһа, ҡан баҫымының юғары булыуы тураһында ла онота торғайны, ул уйнағанда врачтар сәхнә артында «Уның хәлендә йүгереп йөрөп уйнау түгел, ятырға кәрәк!» - тип, уның өсөн ҡурҡып, дежурҙа тора ине.

Асия апай Нафиҡова менән бик ныҡ дуҫ булдыҡ, ул мине үҙенең балаһы кеүек ҡараны, уға бөтә серҙәрем һыя ине. Асия апай – ҡатын-ҡыҙ һәм нәзәҡәтлек өлгөһө булды, уны театрҙа бөтәһе лә ярата ине, ул итәғәтле, саф күңелле булды, яҡшылыҡҡа өйрәтте. Әле лә иҫемдә, ҡышҡы һыуыҡ көн, беҙ уның менән урамда китеп бара инек, аллеяла аунап ятҡан бер кешене күрҙек. Асия апай уның янына барырға иткәс, мин туҡтаттым. «Нурийка, ул әле аунап ятһа ла, кемдеңдер атаһы, ире, ғәзиз балаһылыр, әйҙә, ярҙам итәйек» - тип ул кешене торғоҙоп, туҡталышҡа тиклем оҙатып ҡуйҙыҡ. Шунан бирле мин дә кешенең хәленә керергә, иғтибарлы булырға өйрәндем. Хәҙер үҙем балаларымды өйрәтәм.

Рәғиҙә Янбулатова менән дә беҙ дуҫ булдыҡ, нәҡ уның тауышын ишетеп, мин театрға ғашиҡ булдым. Театрға килгәс, мин уны тағы ла нығыраҡ яраттым. Дуҫ булдыҡ. Ул оҙаҡ йылдар дауамында Сәрүәрҙе уйнаны һәм һуңғы тапҡыр уйнағанда, спектакль тамамланғас, Сәрүәрҙең башмаҡтарын тамашасыларҙың көслө алҡыштары аҫтында миңә тапшырҙы. Рәғиҙә Сәйетғәле ҡыҙының үҙенсәлекле бүләген ҡабул иттем һәм уның миңә күрһәткән ышанысын аҡланым - спектаклгә бик матур ерегеп китеп, рәхәтләнеп уйнаным. Оло быуын кешеһенең йәштәргә ролдәрен тапшырыуы – бик матур күренеш, әммә был традиция юғалып ҡалды, кем белә - бәлки киләсәктә ундай матур күренештәр беҙҙең сәхнәлә йәнә ҡабатланыр... Өлкән дуҫым Рәғиҙә апайҙың минең илле йәшемә арнап яҙған шиғырын күңелемдең түрендә йөрөтәм:

Дим буйында үҫкән бер гүзәл,

Ул гүзәлде Нурия тиҙәр.

Бер йылмайып ҡараһа әгәр,

Ғашиҡ булмай һуң уға кемдәр!

Буйы зифа – Димдең ҡамышы,

Һандуғасҡа тиңдәш тауышы.

Үҙе шаян, үҙе һөйкөмлө,

Алһыу таң йондоҙо шикелле.

Сәхнәләргә сыҡһа Нурия,

Ҡояш сыҡҡан һымаҡ тойола.

Арыма, талма, уйна, Нурия,

Күмел данға, күмел алҡышҡа,

Бик шатланам һинең уңышҡа,

Алмашыма килгән артистка! (Р.Янбулатова, 1993 й.)

- Һеҙҙе тыңлаһаң, Нурия апай, ижадығыҙ шыма ғына барған һымаҡ...

- Ижадсының тормошо, ғөмүмән, шыма бармай ул. Минең дә тормошомда ауыр ваҡыттарым булды, әлбиттә. Эшләй башлаған йылдарымда бигерәк тә. Мин училищены тамамлаған йылда, Башҡорт академия драма театрына актрисаларҙы эшкә алғанда, Фәтих Ихсанов бригадаһы менән гастролдә йөрөп ҡалдым, өлгөрмәнем беҙҙең театрға килеп. Башҡорт театры электән ҡаныма һеңгән ине, әгәр унда алмаһалар, Салауат театрына китермен, тигән уйым да булды, унда Вәзих Сәйфуллин баш режиссер ине, репертуарҙарында матур спектаклдәре бар ине. Уҡытыусым Ш.Рахматуллин рус театрына эшкә бар, һөйләшәм, тине. Унда барҙым, сентябргә кил, тип ҡайтарҙылар. Шунан күңелем барыбер ҙә Башдрамтеатрға тартыла бит инде, унда килһәм, диктор-тәржемәсе булып эшләргә тәҡдим иттеләр. Мин ул эшемде лә бик яратып башҡарҙым, артистар менән бергә параллель һөйләй инем, был күнекмә һымаҡ булды һәм телевидениела фильмдарға дубляж эшләгәндә диктор булып эшләгән тәжрибәм ныҡ ярҙам итте.

Тәржемәсе булып эшләгәндән һуң актриса булып күстем. Уның да тарихы бар. Ул ваҡытта театрҙың директоры булып Нәжиб Асанбаев эшләне. Бәҙәр апай Йосопова уның кабинетына ингән икән:

- Нәжиб, төшөрөгөҙ анау ҡыҙҙы күгәрсен ояһынан (диктор кабинеты алтынсы ҡатта, бәләкәй генә бер бүлмә – хас та күгәрсен ояһы!..), алығыҙ уны артистка итеп штатҡа!

- Бәҙәр апай, урын юҡ бит!

- Бына мин китәм хаҡлы ялға, минең урынға алығыҙ! - тип һаман да ныҡыша икән.

Ысынлап та, Бәҙәр апайҙың еңел ҡулы менән мине штатҡа актриса итеп күсерҙеләр. Ул ваҡытта Мәскәүҙән ГИТИС-ты тамамлап ҡайтҡан йәштәр эш башлағайны, улар барыһы ла героинялар, алғы планда булдылар, йәш ҡыҙҙар ролдәренә беҙҙән олораҡ актрисаларҙы ҡуйҙылар. Ә беҙ, йәштәр, йөрөй бирҙек. Ижадҡа, ролдәргә һыуһап йәшәгән ваҡытымда, әллә театрҙан китергәме, тигән уйҙар ҙа тыуа ине күңелемдә. Шул ваҡыт Рәғиҙә апай Янбулатова: «Һин, һеңлем, йырсы булып кит. Бик матур йырлайһың. Үҙ сәхнәң, үҙ донъяң булыр» - тип кәңәш биргән ине. Китәһем килмәне. Шунан Рифғәт Фәйзи: «Нурия, һин режиссерлыҡҡа бар, мин һиндә режиссер күрәм» - тине. Был тәҡдим дә күңелемдә хуплау тапманы. Унан мине Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбленә алып барыусы итеп тә саҡырҙылар. Унда бараһым да килгән һымаҡ - сөнки ул ансамбль сит илдәргә сыға, донъя күреп йөрөй. Әммә йөрәгем үҙем бәләкәйҙән тәрбиәләнеп үҫкән Башҡорт академия театрында ине. Баш режиссер Вәли Ғәлимов мине саҡырып алды ла: «Нурия һеңлем, һин бынан китһәң, яңылышаһың. Иң яҡшы сәнғәт -ул театр. Бында бейеп тә була, йырлап та була, уйнап та була. Һин театрҙан китмә, театрҙы яратып килгәнһең, һин лирик актриса буласаҡһың, юлың асылыр» - тип кәңәш бирҙе. Ошо һүҙҙәрҙәң һуң башҡаса ерҙә эш эҙләү булманы.

- Вәли Ғирфанович алдан күрә белгән – лирик героиня булып танылдығыҙ. Ә башҡа юҫыҡтағы ролдәр башҡарыуы нисек булды? Күңелегеҙ ҡабул иттеме?

- Тамашасылар мине ундай ролдәрҙә күрергә теләмәнеләр шул. Азат Нәҙерғолов диплом эше итеп «Камикадзе» спектаклен ҡуйҙы. Төп ролдә - Илдар Вәлиев, ә мин уның әсәһен уйнайым. Ролем бәләкәй генә ине, репетициялар ваҡытында этюдтар эшләп, һүҙҙәр өҫтәп, бәләкәй ролемде ҙур ролгә тиклем үҫтереп ебәрҙем. Спектаклдә халыҡ ҡарап күнеккән лирик героиня булып уйнаманым, ә халыҡ риза түгел, мине ул ролдә ҡабул итергә, күрергә теләмәйҙәр. Ниңә ундай роль уйнайһың, тип һорау бирәләр. Ә минең үҙемә оҡшай, лирик героинянан башҡа ролдәрҙә лә уйнағым килә… Олораҡ ролдәргә күсеү ҙә үҙенсә булды. «Ят йондоҙ» спектаклендә режиссер миңә дүрт юллыҡ роль бирҙе. Серафима ине ул, беренсе тапҡыр оло ҡатынды уйнаным. Ныҡ ҡыҙыҡ роль килеп сыҡты. Үҙем уйнап сығарғанды ла ҡуштым. «Ҡыҙ урлау»ҙа (М.Кәрим) Уңғанбикәне уйнаным - утыҙ һигеҙ йәшлек актриса, йәштәр ролен башҡарам, нисек инде оло героиняны уйнарға, тип күңелемдә ҡаршылыҡ булды. Унда Хәй ағай менән уйнай инек, башта ролемде яратмаған булһам да, һуңынан бик ныҡ эҫенеп киттем. Ул спектаклдә бер сәхнә бар ине: Уңғанбикә һабантуйға килгәс, галошы эсенән биҙәнгес әйберҙәрен алып, биҙәнеп ала. Шул тиклем матур барҙы ошо сәхнә, халыҡ рәхәтләнеп көлә, хатта беҙгә һүҙ ҙә әйтергә бирмәй. Минеңсә, Мостай ағайҙың «Ҡыҙ урлау» комедияһы – донъяла иң шәп комедия, сөнки ундағы геройҙар башҡаларҙан түгел, ә үҙ-үҙенән көлә. «Ҡыҙ урлау» йәки «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» - беҙҙең театрҙың визит карточкаһы була торған спектакль ул, Г.Камал театрының «Зәңгәр шәл» спектакле кеүек. Ул спектаклдәрҙә быуындар алмашына тора, әммә спектакль репертуарҙан төшмәй дауам итергә тейеш.

- Һеҙ илле йылдан ашыу театрҙа – ошо йылдар тәжрибәһенән сығып, театр тураһында ниндәй фекерҙәр әйтер инегеҙ?

- Беҙҙең башҡорт театры үҙенең әҙәпле, итәғәтле, динле, мосолман халҡы килеп ҡарай торған театр икәнен онотмаҫҡа тейеш. Урыҫ театры, Европа илдәре театрҙары менән ярышып, уларға оҡшарға тырышырға кәрәкмәй. Беҙгә киреһенсә, үҙенсәлегебеҙҙе һаҡларға тырышырға кәрәк. Әйҙә башҡалар беҙҙән үрнәк алһын, беҙгә оҡшарға тырышһын. Сәхнәлә артыҡ тәрбиәһеҙ ҡыланған берәй артисҡа иҫкәртмә яһаһаң, улар, «ана, телевизорҙа әллә нимә ҡыланалар әле» - тип яуап бирә. Шуның өсөн дә ул бит телевизор, уның бөтә маҡсаты – юлдан яҙҙырыу, ә беҙ рухи яҡты нығытыусылар, рухи тәрбиә биреүселәр бит. Бөгөнгө көндә сәхнәлә уйнаған актер хистәрҙе ярып һалып уйнарға тейеш түгел, эстән генә тулыландырырға тейеш, тигән ҡараш бар. Әммә хистәрҙе эстә бикләп тороп, тышҡа сығармай булмай. Был ҡараш барыбер үтер тип уйлайым. Мәскәү нимә ҡылана – беҙ шуны ҡабатлайбыҙ. Беҙҙең театрҙың ҡиблаһы – романтизм, шуға таянырға кәрәк.

- Әгәр артист һөнәрен һайламаһағыҙ, ниндәй юҫыҡтан китер инегеҙ?

- Беҙ туғыҙ бала үҫтек. Ата-әсәйебеҙ барыбыҙға ла белем биреү өсөн күп көс һалды, ғаиләбеҙҙән медиктар күберәк сыҡты – туғандарымдың бишәүһе табип һөнәрен һайланылар. Әгәр актриса булмаһам, моғайын, мин дә табип булыр инем – һаулыҡ һаҡлауға бәйле гәзит-журналдарҙы һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡыйым, кәңәштәрҙе блокнотыма яҙып ҡуям.

- Ғәлиә менән Ғәлиәбаныуҙан башҡа ролдәрегеҙҙе уйнамаһағыҙ ҙа һеҙ, моғайын, сәнғәт күгендә мәңгелеккә ҡалыр инегеҙ... Уларҙың даны-шаны егерменсе быуаттан егерме беренсе быуатҡа күсеп йәшәй бит... Әле һаман да һеҙҙең багаждағы иң сағыу ролдәр булып иҫәпләнәләр.

- Миңә ике Ғәлиәне уйнарға насип булды: тәүгеһе – Ғ.Ҡотой әҫәре буйынса ҡуйылған “Тапшырылмаған хаттар”ҙа, икенсеһе – Т.Таһировтың “Ғәлиә” повесы буйынса Рифҡәт Исрафилов сәхнәләштергән спектаклдә. Әлегә тиклем миңә “Ғәлиә” тип өндәшеүселәр бар, күбеһенсә өлкән йәштәгеләр миңә шулай өндәшә. Ғәлиәнән башҡа, тағы ла сағыуыраҡ ролдәрем булыуына ҡарамаҫтан, тамашасылар өсөн мин Ғәлиә булып ҡалдым. Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” спектаклендә Ғәлиәбаныу ролен яратып башҡарҙым. Спектакль беҙҙең театрҙа 1972 йылда ҡуйылды һәм мин унда егерме йыл буйы рәхәтләнеп уйнаным. Хатта урта быуын актрисаһы осорона кергәс, ҡырҡ һигеҙ йәшемдә, ошо ролде – ун ете йәшлек саф, эскерһеҙ Ғәлиәбаныуҙы башҡарҙым. Мин был ролемде әле лә яратам һәм һағынам. Ике Мәҙинәне («Ай булмаһа, йондоҙ бар» һәм «Йәйәүле Мәхмүт»), ике Миләүшәне («Шаршамбы, Шаршамбы» һәм «Миләш-Миләүшә”) уйнаным.

- Хыялығыҙҙа ғына ҡалған ролдәр бармы?

- Мин һәйбәт режиссерҙар менән эшләнем. Мәҫәлән, Рифҡәт Исрафилов ҡуйған спектаклдәрҙә төп ролдәрҙә уйнаным, заманында Лек Вәлиев, Вәзих Сәйфуллиндар ҙа миңә матур образдар бирҙе. Хыялымда ҡалғандары ла бар, әлбиттә. Мәҫәлән, мин һәр ваҡыт ярылып ятҡан комик характерҙы ҡатын-ҡыҙҙарҙы уйнарға теләнем, үкенескә ҡаршы, «Ҡыҙ урлау» (Уңғанбикә) һәм «Бер мәл санаторийҙа» (Таһира) спектакленән башҡа, әлегә ундай ролем юҡ. Тағы ла - Джульеттаны, Дездемонаны, Чеховтың Машаһын, Раневскаяны, Островскийҙың Ларисаһын уйнарға теләй торғайным. А.Н.Островскийҙың “Таланты и поклонники” пьесаһы буйынса спектаклдә Саша Негинаны уйнарға хыяллана инем, мин йәш саҡта был спектакль ҡуйылманы, һуңынан Негинаның әсәһе Домна Пантелеевна образын эшләнем, спектакль “Аҡ ҡанатлы хыялым” тип аталды, уны Таңсулпан Бабичева һәм Азат Нәҙерғолов ҡуйҙылар. Домна Пантелеевнаны яратып уйнаным, уға бөтә тәжрибәмде, күңел байлығын һалдым – ролем уңышлы сыҡты, элегерәк Негинаны уйнамаһам да, һуңынан Домна Пантелеевнаны уйнауым менән ҡәнәғәт ҡалдым...

Һеҙ бит кинофильмдарҙа ла уйнаған актриса...

Эйе, киноға ла саҡырыуҙар булды. «Тойғолар ҡайтыуы» («Возвращение чувств», реж. - М.Осипьян, «Мосфильм», 1978 й.) - Нәжиә, һәм «Ҡола ерҙә икәү» («Двое на голой земле», «Студия Горького», реж.- Л.Белозарович, 1990 й.) - Ирина Михайловна ролдәрендә уйнаным. Кинола уйнау ҡыҙыҡ – хис-тойғоларыңды минут-секундта уйнарға, әйтеп бирергә тейешһең. Әммә кино минең өсөн түгел, театр ҡаныма һеңгән. Мостай ағайҙың һүҙҙәре бар: “Театр –ул ғашиҡтар осрашыуы, ә кино – ул телефон аша мөхәббәттә аңлашыу ул. Билдәле: телефондан хистәр урғылыуынан ғына бәпестәр тыумай...” - тигән. Мин “ғашиҡтар осрашыуы” яҡлы!..

Ә режиссерлыҡ эше күңелегеҙгә яҡынмы?

- Эйе. Тәүҙә мин Туймазыла И.Абдуллиндың «Йәш йөрәктәр»ен ҡуйҙым. Әҫәрҙе сәхнәлә яңыса түгел, нисек яҙылған - шул заманды сәхнәләштерәм. Стәрлетамаҡта Таһир Искәндәровты директор итеп ҡуйғас, ул «Ғәлиәбаныу» спектаклен ҡуйырға саҡырҙы. Был спектакль тәүге тапҡыр 1916 йылда ҡуйылған, былтыр Сәтрлетамаҡ театры ошо әҫәрҙең 100 йыллығын - мин ҡуйған спектакль әле һаман уйнала, туҙмаған. Беҙҙең театрҙа Айрат Абушахмановҡа ассистент булып «Яратыу гонаһмы?» спектаклен ҡуйҙыҡ. Миңә иртәрәк режиссураға килергә булған да бит, тип ҡайһы ваҡыт уйлап та ҡуям... Рифҡәт Вәкил улы менән эшләп, бик күп нәмәгә өйрәндем һәм бөгөн дә тап уның эшләү алымы иң уңышлыһы, тип иҫәпләйем. Режиссер йүнәлеш бирә, ә актер үҙе тыуҙыра ролен, ныҡлы итеп инеп ултыра.

Шундай яй тура килһә, ниндәй әҫәрҙәр ҡуйыр инегеҙ?

- Әгәр мөмкинлек булһа, Ф.Бүләковтың пьесаһын ҡуйыр инем, моғайын. Күңелем шулай уҡ күмәк сәхнәле, музыкаль әҫәрҙәргә тартыла, комедия жанрын яратам. Элекке әҫәрҙәрҙе бөгөнгө заманға яраҡлаштырып ҡуйыуҙарын ҡабул итеп бөтә алмайым, сөнки халыҡ бөгөнгөнө түгел, элекке заманды күрергә теләй. Мәҫәлән, Шекспир яҙған әҫәрҙәрҙең заманса кейенеп уйналыуын ҡабул итә алмайым. Театрҙар автор яҙған заманды күрһәтергә тейеш, тип уйлайым. Дон Жуан икән - Дон Жуан булһын, тарихи ваҡиғалар -тарихи ваҡиға булып ҡалһын. Репертуарға заманса әҫәр кәрәк булһа – замандаштарыбыҙ яҙған әҫәрҙәрҙе ҡуйырға кәрәк.

Уҡытыу эшен дә алып барғанһығыҙ бит әле һеҙ...

- Эйе, минең тормошомда уҡытыу тәжрибәһе лә бар. Һигеҙ йыл уҡытыусылыҡ эшендә лә эшләп алдым. Тәүҙә Рифҡәт Вәкил улы йыйған курста (С.Хәкимовалар курсы) уҡыттым, һуңынан Сибай, Салауат, Туймазы театрҙары өсөн әҙерләнгән курстарҙа дәрестәр алып барҙым.

Ә үҙегеҙҙең балаларығыҙға ваҡытығыҙ ҡалдымы?

- Балаларыма ваҡытым булһын тип уҡытыусылыҡ эшенән баш тарттым. Минең балаларым күп булыр тип хыялланғайным – үҙем тыуып үҫкән ғаиләләге кеүек. Яҙмышыма башҡасараҡ яҙған. Гөлназ ҡыҙымдың ун ете йәше тулғанда, ошондай шиғыр юлдары яҙғайным:

Әйтерһең дә, сабып йөрөгән

Һин балаһы даланың!..

Һин бит минең ҡолонсағым,

Минең йәшлек дауамым,

Һин -шатлығым, киләсәгем,

Берҙән-берем, йондоҙом.

Һин шат булһаң, бойоҡмаһаң,

Мин дә ҡартаймам, ҡыҙым!

Ҡыҙым Гөлназ Ирсаеваның исеме радио тулҡындары аша таныш, ул Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында тауыш режиссеры булып эшләй, эшен бик яратып башҡара, тапшырыуҙарҙы музыкаль яҡтан биҙәүҙә генә түгел, ә радио фонды өсөн әҙәби әҫәрҙәр яҙҙырыуҙа ла ҙур тырышлыҡ күрһәтә ул. Уларҙың тапшырыуҙары конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булдылар һәм һәр ваҡыт юғары баһа алып киләләр.

Балаңдың балаһы балдан татлы, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер, бөгөнгө көндә ейәнсәрҙәрем Ася менән Карина, бүләсәләрем Милана менән Варя-Вәрисә– донъямдың йәме, тормошомдоң мәғәнәһе. Уларҙың уңыштарына ҡыуанып, шатлыҡтарын уртаҡлашып, бөгөнгө көндән йәм, тормошомдан, эшемдән тәм табып йәшәргә тырышам. Үҙеңде кемгәлер кәрәкле итеп тойоу, уларҙы бәхетле итә белеү – оло бәхет!.. Әле репертуарҙа барған “Бәхет хаҡы” спектаклдендә шундай ҡанатлы һүҙҙәр бар: “Бәхетле булыу өсөн кемделер бәхетле итер кәрәк” – тигән. Бәхет – ул туғандарыңдың, балаларыңдың, үҙеңдең һау-сәләмәт булыуың, ил именлеге. Тыныс илдә йәшәү – ҙур бәхет. Ғүмер баҡый бәхетле булып булмай, бәхет – ул бер миҙгел генә. Көнөнә бер тапҡыр бәхетле мәл булыуы ла ихтимал. Кеше ғүмере буйына, йылдар буйына бәхетле булып тора алмай. Бәхет – ул күңел торошо, шул төшөнсәнән сығып үҙемде бәхетле тип иҫәпләйем, бер-беребеҙҙе бәхетле итеп йәшәйек, тип теләр инем яратҡан тамашасыларыма.

Амин, шулай булһын! Тағы ла о ҙ а ҡ йылдар дауамында баш ҡ орт театрының би ҙә ге булып йәшәргә, ең һы ҙғ анып ижад итергә я ҙһ ын!

(Динара Ҡәйүмова) Әңгәмә 2017 й. “Ватандаш” журналында баҫылды.

https://dzen.ru/media/id/603735baa388e627d7171375/bhet--ul-kel-torosho-6061affe038b20790c473272

Автор:
Читайте нас: