+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Сентябрь 2022, 15:00

Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Тамыр" балалар телеканалы директоры Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһаринаны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ! Һеҙҙең  ижади эшмәкәрлегегеҙгә, оҫта етәксе булыуығыҙға, береһенән-береһе әһәмиәтлерәк, мәртәбәлерәк проекттарығыҙға һоҡланмау мөмкин түгел! Эштәрегеҙ гелән шулай  алға барһын! Күңел ҡояшығыҙ бөгөнгөләй балҡып торһон! Үҫеп килгән быуындың рухын байытырҙай, күңелен имләрҙәй матур-матур проекттар ижад итергә насип булһын!

Ҡолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙы  — тележурналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Тамыр» балалар телеканалы директоры, Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.

Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина Стәрлебаш районы Аллағыуат ауылында тыуған.

«Тамыр» каналы тапшырыуҙары Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашып бик күп тапҡыр лауреат булдылар. «Ҡоралай» фильм-әкиәте (авторы Г. Ҡолһарина, режиссёры Р. Фәтхиев) «ТЭФИ» төбәк-ара-2005 юғары телевизион премияһына лайыҡ булды. «Ҡамыр батыр» әкиәте (сценарийын Г. Ҡолһарина яҙған, режиссёры А. Малбаева) «Включайся» Халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестиваленең «Нәфис фильм» номинацияһында еңеү яуланы. Унан башҡа бик күп фестивалдәрҙә лауреат булды.

Йәш быуынға милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, туған телгә таянған тәрбиәне студия тәрән йөкмәткеле тапшырыуҙар, еренә еткереп төҙөлгән донъяны танып-белеү форматындағы сифатлы фильмдар ярҙамында ойоштора. Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина Башҡортостан Республикаһы йәмәғәт палатаһының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт, ғаилә, балалар мәсьәләләре һәм киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара килешеп эш итеү комиссияһы ағзаһы.

2011 йылдың 30 октябренән 7 ноябргә саҡлы Тверь ҡалаһында Беренсе Бөтә Рәсәй телефестивале булды. Рәсәй, Украина һәм Белоруссия телевидениеларынан 120-нән артыҡ эш араһында башҡорт телевидениеһының эштәре лә бар ине. «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр каналы барыһын да сағыу ижады менән таң ҡалдырҙы, конкурсҡа ебәрелгән бер эш тә иғтибарһыҙ ҡалдырылманы.

Телевизион ярышта «Тамыр» каналы ете награда яуланы. «Ҡарйондоз» әкиәт фильмы иң яҡшы нәфис фильм тип табылды, «Семәр» тапшырыуы «Иң яҡшы танып-белеү программаһы» номинацияһында III урын алды, «Кәкүк сәйе» этнографик фильмы «Иң яҡшы оператор эше» номинацияһында лауреат булды, ә иң яҡшы телевидение алып барыусыһы номинацияһында 12 йәшлек Искәндәр Ғәлин беренсе урын яуланы. Искәндәр өс йыл инде БСТ каналында «Сулпылар» тапшырыуын алып барҙы.

Билдәле рәсәй телевидение журналисы Александр Гуревич етәкселегендәге жюри высоко оценило все ы «Тамыр»ҙың программаларын юғары баһаланы. «Сәңгелдәк», «Байтус», «Телекомпас» тапшырыуҙары фестивалдең махсус дипломдары менән билдәләнде. 2009 йылда балалар программалары студияһы тулы ҡанлы телеканал тип үҙгәртелде. Яңы канал махсус рәүештә тағы яңы ун проект башланы.

«Тамыр» может дать фору любому детскому телеканалу на всероссийском пространстве. Видно, что люди трепетно относятся к своей деятельности"

тине күп тапҡыр ТЭФИ премияһына лайыҡ булыусы Нина Зверева.

2018 йылдың 26 ноябрендә «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина шәхсән легендар бронза Орфей наградаһына эйә булды. «Рәсәй телевидениеһы академияһы» Фонды «ТЭФИ-төбәк-ара» конкурсының ойоштороусыһы.

Мәғлүмәт Башҡорт википедияһынан алынды.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:
Читайте нас: