Фестивалгә медиаэксперттар итеп Рәсәй Федерацияһы Һанлы үҫеш министрлығының Ваҡытлы матбуғатҡа һәм китап индустрияһына дәүләт ярҙамы департаменты директоры урынбаҫары Светлана Дзюбинская һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы секретары Роман Серебряный саҡырылған. Улар баҫма киң мәғлүмәт сараларында илһөйәрлек темаһын яҡтыртыу үҙенсәлектәре хаҡында һөйләй. «Диалог Регионы» ойошмаһының мәғлүмәт эше буйынса белгесе Евгения Авраменко «Социаль селтәрҙәрҙә яңылыҡтар пабликтары йүнәлештәре» темаһына серҙәре менән уртаҡлаша.
Медиафестиваль барышында Донбасс балалары өсөн рус телендә «Аҡбуҙат» журналының махсус һаны менән таныштырыу һәм журналистарҙы бүләкләү ҡаралған.