+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Июль 2022, 12:00

Башҡорт уҡсылары еңеү яуланы

22-24 июлдә Татарстан Республикаһының Алабуға ҡалаһында Волга буйы болғарҙары менән ислам динен ҡабул итеүҙең 1100 йыллығы уңайынан уҡтан атыу буйынса «Тыуған батыр» Бөтә Рәсәй турниры уҙҙы. Турнирҙың төп маҡсаттары — халыҡтарҙың тарихи, этник, фольклор һәм мәҙәни мираҫын өйрәнеү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, йәштәрҙе спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, ғәҙәти уҡтан атыуҙы популярлаштырыу. Көн дауамында бөтә Рәсәй турнирына килеүселәр өсөн йәрминкә, төрлө оҫталыҡ дәрестәре эшләне, шулай уҡ теләгән һәр кем һөңгө ташлауҙа, төрлө типтағы уҡтан атыуҙа үҙ көсөн һынап ҡарай алды.

 Шулай уҡ асыҡ һауала «Ибн Фаҙлан» документаль фильмының премьераһы уҙҙы. Бәйгелә Дағстан, Башҡортостан, Удмуртия республикаларынан, Әстерхан, Һамар өлкәләренән, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Татарстандың күп кенә район һәм ҡалаларынан 65 уҡсы ҡатнашты. Еңеүселәр исемлегендә Башҡортостан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙың һәм еңеүселәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы булды: «Оҫталар» (ир-егеттәр) номинацияһында Салауат Юлбирҙин, Айнур Йәрмөхәмәтов еңеп сыҡты, «Яңы башлап тороусылар» (ир-егеттәр) номинацияһында Раил Ғәлиуллин еңеү яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында «Оҫталар» номинацияһында башҡорт ҡыҙҙары Әлиә Ишморатоваға, Лиана Ихсановаға, Динә Вәлиеваға тиңдәр булманы. «Яңы башлап тороусылар» (ҡатын-ҡыҙҙар) номинацияһында Ләйсән Абдуллина еңеүселәрҙең береһе булды. Балалар араһында Батыр Хәйретдинов, Данияр Заһретдинов, Батырхан Ғайсин беренселекте бирмәне. 

https://kurultai.ru/ba/content/3404-bashkirskie-luchniki---pobediteli/
 

Башҡорт уҡсылары еңеү яуланы
Башҡорт уҡсылары еңеү яуланы
Башҡорт уҡсылары еңеү яуланы
Башҡорт уҡсылары еңеү яуланы
Башҡорт уҡсылары еңеү яуланы
Башҡорт уҡсылары еңеү яуланы
Автор:
Читайте нас: