+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Июнь 2022, 14:00

Һамар ерендә – оло ваҡиға

Быйыл башҡорт теле ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, беренсе башҡорт әлифбаһы авторҙашы, тәүге орфография һүҙлеге һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле әсбабы авторы, Һамар башҡорто Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуыуына 130 йыл тула.Кисә иһә олуғ милләтәшебеҙҙең тыуған ерендә – Һамар өлкәһендә уға һәйкәл асыу тантанаһы үтте, унда Һамар өлкәһе вәкилдәре һәм Башҡортостан делегацияһы, шул иҫәптн Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова, Александр Хинштейн, урындағы йәмәғәт ойошмалары ҡатнашты.

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттарының Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова һәйкәлде асҡанда:
«Ағымдағы йыл Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителде - был һәммәһе өсөн дә бик мөһим. Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһы, дәүләт власы органдары кимәлендә илдәге дуҫлыҡты, татыулыҡты һаҡлау өсөн бихисап эштәр башҡарылыуын күрәбеҙ. Рәсәй халҡы - беҙҙең күп милләтле, ҡеүәтле илебеҙҙә йәшәгән милләттәр гөлләмәһе ул. Был һәйкәлдең барлыҡҡа килеү тарихы иһә беҙҙең ҡоролтай вәкиленең Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хинштейнға мөрәжәғәт итеүенән башланды. Башҡортостан менән Һамар өлкәһе көстәрен берләштерә алыуыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ, тап шуға бөгөн шуның һөҙөмтәһен күрәбеҙ. Ғәмәлдә, Дәүләтшиндар ғаиләһе өсөн Һамар өлкәһе - ул тыуған яҡ, Ватан. Бөгөношо изге ерҙә Стәрлетамаҡ филармонияһы солистары сығышын, ҡурай моңон, башҡорт халҡы өсөн үтә мөһим булған "Урал" йырын да ҙур тулҡынланыу менән тыңланыҡ. Дәүләтшиндар ғаиләһенең һәр вәкиле тыуған яғында ошондай башҡорт көй-моңдарын ишетеүгә сикһеҙ шат булыр ине, тип уйлайым. Әлбиттә, тарихи мираҫты, тарихи хәтерҙе һаҡлау, киләһе быуындарға тапшырыу беҙҙең өсөн бик мөһим.

Александр Евсеевич та «Тарихи хәтер» партия проекты координаторы булып тора. Илһөйәрлек, Ватаныбыҙға һөйөү бәләкәйҙән туған телебеҙҙе белеүҙән, әсә телен һөйөүҙән, донъяла кем булыуыңды, ғаиләңде, ата-бабаларыңды таныуҙан, хөрмәт итеүҙн башлана. Нәҫел, тел, ғаилә төшөнсәләре туранан-тура ҡеүәтле илебеҙ һәм уның тарихы менән бәйле, -тип бидәләне.

https://vk.com/wall-109622739_52874

https://kurultai.ru/ru/content/3308-po-samare---uveko..

Һамар ерендә – оло ваҡиға
Һамар ерендә – оло ваҡиға
Һамар ерендә – оло ваҡиға
Һамар ерендә – оло ваҡиға
Һамар ерендә – оло ваҡиға
Һамар ерендә – оло ваҡиға
Һамар ерендә – оло ваҡиға
Һамар ерендә – оло ваҡиға
Автор:
Читайте нас: