Ат - кешенең тоғро дуҫы һәм ярҙамсыһы. Элек-электән кеше атты үҙенең күп төрлө хужалыҡ эштәрендә файҙаланған. Һуғыш йылдарында ла ул яугирҙың уң ҡанаты булған. Боронғо күсмә тормош шарттарында ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һыбай йөрөгән.
Атта йөрөү бөгөнгө көндә спорттың киң таралған төрө булып һанала. Бындай ярыштарҙың ҡайһы берҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша.
Ҡыҙҙарға атта йөрөргә ярамай тигән һүҙҙең, медицина күҙлегенән ҡарағанда, бер ниндәй фәнни нигеҙе юҡ. Күңелегеҙ теләй икән, рәхәтләнеп йөрөгөҙ! Тик шуны онотмағыҙ: атта йөрөү өсөн, әлбиттә, махсус кейем, спорт костюмы булдырырға кәрәк.